Эстәлеккә күсергә

Ибраһимов Таһир Әсхәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Тагир Асхатович Ибрагимов битенән йүнәлтелде)
Таһир Ибраһимов
Ибраһимов Таһир Әсхәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 28 октябрь 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (62 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр, дәүләт эшмәкәре

Ибраһимов Таһир Әсхәт улы (28 октябрь 1962 йыл) — хәрби хеҙмәткәр һәм дәүләт эшмәкәре, 2015—2017 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең етәксе урынбаҫары. Полиция генерал-майоры. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы кавалеры.

Таһир Әсхәт улы Ибраһимов 1962 йылдың 28 октябрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған. 1980—1982 йылдарҙа СССР Ҡораллы Көстәрендә, 1982—1992 йылдарҙа СССР Дәүләт именлеге комитеты органдарында хәрби хеҙмәттә була. 1987 йылда СССР Дәүләт именлеге комитетының Ф. Э. Дзержинский исемендәге Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Юғары мәктәбен (хәҙер Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте Академияһы) тамамлаған

1994 йылдан Һалым полицияһы органдарында эшләй.

2003 йылдан — Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының оператив-техник һәм эҙләү хеҙмәте етәксеһе.

2011 йылдың 7 июнендә Рәсәй Федерацияһы Президенты указы менән Таһир Ибраһимов Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[1]. Был вазифала эшләгәндә Рәсәй Федерацияһы Президентының 2012 йылдың 14 июнендәге указына ярашлы уға «полиция генерал-майоры» дәрәжәһе бирелә[2].

2012 йылдың 16 ғинуарынан — 2014 йылдың 31 декабренә тиклем Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡара[2].

2015 йылдың 30 ноябрендә, Башҡортостан Республикаһы Башлығы бойороғона ярашлы, Таһир Ибраһимов Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде[3].

2017 йылдың 9 мартынан Таһир Ибраһимов «Салауат Юлаев» хоккей клубының генераль директоры итеп тәғәйенләнде[4][5]. Ә 17 апрелдә «Торос» хоккей клубы идараһы составына инде[6]. 2018 йылдың 28 мартында Таһир Континенталь хоккей лигаһының идара ағзаһы тип 2020 йылға тиклем һайлана[7]. 2019 йылдың ғинуарында ул «Салауат Юлаев» хоккей клубының генераль директоры вазифаһынан бушатылды[8].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһы ветерандар хәрәкәтенең «Боевая высота» гәзитенең редколлегия ағзаһы (2009)[9].

Ваҡытлы матбуғатта баҫылған мәҡәләләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • О мерах по сокращению спроса и предложений на наркотики, предпринимаемых антинаркотической комиссией Республики Башкортостан / Тагир Асхатович Ибрагимов, Ф. Р. Гумеров, Ю. П. Черникова // Сборник ФСКН России: научно-методический журнал . — 2014 . — N4(68) . — С.71-81. (рус.)
  • II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы
  • III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы
  • «СССР Ҡораллы Көстәренә 70 йыл» миҙалы
  • III, II һәм I дәрәжә «Наркоконтроль органдарындағы хеҙмәттә өлгө күрһәткән өсөн» миҙалдары
  1. В Башкортостане назначен замначальника республиканского наркоконтроля «Уфатайм.ру» сайты, 16.06.2011
  2. 2,0 2,1 Тагир Ибрагимов назначен заместителем руководителя Администрации главы РБ. «Новости Mail.Ru» сайты. 2015, 30 ноябрь 2016 йыл 4 март архивланған.
  3. Таһир Ибраһимовҡа ышаныс күрһәтелде. «Башҡортостан» гәзите, 2015, 1 декабрь 2016 йыл 9 март архивланған.
  4. Таһир Ибраһимов «Салауат Юлаев» хоккей клубының генераль директоры итеп тәғәйенләнде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 9 март (Тикшерелеү көнө: 9 март 2017)
  5. Новый генеральный директор. Хоккейный клуб «Салават Юлаев». Официальный сайт. 2017, 9 март 2017 йыл 13 март архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 март 2017)
  6. Новый состав Правления клуба 2017 йыл 20 апрель архивланған.
  7. КХЛ Идараһының яңы составы
  8. Таһир Ибраһимов «Салауат Юлаев» хоккей клубының генераль директоры вазифаһынан бушатылды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2019 йыл, 10 ғинуар (Тикшерелеү көнө: 11 ғинуар 2019)
  9. Официальный сайт газеты «Боевая высота» (рус.)