Талловеров
Утар | |
Талловеров | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Сельское поселение | |
Координаталар | |
Бейеклеге |
98 м |
Телефон коды |
+7 86388 |
Почта индексы |
346205 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
61, 161 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Талловеров — Ростов өлкәһе Кашар районындағы утар.
Талловеров ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Диңгеҙ кимәленән 98 м бейеклектә Мәсет йылғаһы янында тора[1].
Урамдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Яр урамы,
- Киев урамы,
- Ҡомло урамы,
- Рәсәй урамы,
- Дала урамы,
- Украдыженко урамы,
- Көньяҡ урамы.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәсет йылғаһының уң ярына кешеләр XVIII быуатта килеп ултырғандар. Бында казактарҙың утыраҡтары барлыҡҡа килә. Улар Николаевка, Курниковка, Водяной утарҙары. 1810 йылда утарҙы нигеҙләүсе алпауыт Туроверовтың фамилияһын йөрөткән утар барлыҡҡа килә. Утар өсөн урын йылға уртаһындағы утрау һайланған. Яр менән утрау ер аҫты юлы менән тоташҡан. 1861 йылда Рәсәйҙә крепостное право юҡҡа сыҡҡандан һуң ауыл территорияһында хәлле крәҫтиәндәр барлыҡҡа килә һәм ауыл халҡы ҡатламдарға бүленә башлай. Был 1875 йылда Туроверово ауылы крәҫтиәндәренең ихтилалына килтерә. XX быуат башында Туроверов ауылда Дин законын өйрәтеүсе мәктәп асырға йыйына. Уның уҡытыусылары -Туроверов ҡыҙҙары була. Туроверов ғаиләһе был ерҙәрҙең хужаһы булып 1917 йылға тиклем тора. 1920 йылда Талловерово ауылында ерҙе бергә эшкәртеү ширҡәте барлыҡҡа килә, унда ауылдың байтаҡ кешеләре инә. Уларға 1500 гектар ер бирелә. Ауылда элекке генерал йортонда эшләгән мәктәп була. Ул 1925 йылда Туроверовонан күсерелә. 1927 йылда ширҡәт ихтыяжы өсөн «Путиловец» тракторы һатып алына. Туроверово ширҡәте 1930 йылға тиклем эшләй. 1930 йылда ауылда беренсе колхоз төҙөлә. Уның исеме — «Победа Октября», уға Усть-Мечетка, Новоселовка, Полтава, Анновка һәм Туловерово ауылының өлөшө инә. Туловеровоның икенсе өлөшө «Знамя Коммуны» коммунаһына инәИкенсе колхоз «Подтелков һәм Кривошлыков» исемен йөрөтә. Унда 1930 йылда яҡынса 150 кеше ағза булып тора. 1933 йылда ауылда магазин эшләй башлай, клуб төҙөлә. 1942 йылда Талловеровны фашистар баҫып ала, ләкин ярты йылдан һуң, декабр айында, улар ҡасабаны ташлап китә. 1950-се йылдарҙа ауылдағы өйҙәр бик ныҡ иҫкергән була: уларҙың күпселеге ҡамыш йә һалам башлы балсыҡтан һалынған өйҙәр булған. 1950-се йылдарҙа Знамя Коммуны, Подтелкова и Кривошлыкова, Штенгардт исемендәге өс колхоз берләштерелә, уларҙың урынында «Рассвет» колхозы барлыҡҡа килә. Был колхоз ерҙәрҙе ашай һәм унан ҙур уңыш алыу өсөн саралар үткәрә. Ауылда быҙау, ат, ҡош һарайҙары, тирмән төҙөлә, силос соҡорҙары эшләнә. 1958 йылға тиклем Талловерово ауылы Киев районы Смолин ауыл советына ҡарай. 1963 йылда ул Кашар райононына ҡарай. 1960-сы йылдарҙа халыҡ һаны арта. Ауылда стадион, мәктәп, магазин, йәмғиәт һыу үткәргесе барлыҡҡа килә[2].
Иҡтисад
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл хужалығы етештереү кооперативы «РАССВЕТ»[3] и «КИЕВСКИЙ»[4][5] бар.
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Утарҙа Украдыженко Иван Порфирьевич — Советтар Союзы Геройы тыуған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Талловеров
- ↑ Талловерово, история села 2017 йыл 21 апрель архивланған.
- ↑ СПК «РАССВЕТ» 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ СПК «КИЕВСКИЙ» 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Время проявить характер\\ВЕСТНИК № 09-10 (41-42) (2010) 2016 йыл 4 март архивланған.