Эстәлеккә күсергә

Талҡаҫ шифаханаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Талҡаҫ шифаханаһы

Талка́ҫ — Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы территорияһындағы дауалау-профилактика шифаханаһы.

Шифахана Талҡаҫ күле буйында урынлашҡан. Талҡаҫ күле (шифахананың исеме лә шунан алынған) Ирәндек һыртының көнбайыш битләүендә йәйрәп ята. Көньяҡ-көнсығышҡа табан 4 саҡрымда Түбә ауылы, 1 саҡрымда — Иҫән ауылы, төньяҡҡа табан 31 саҡрымда — Баймаҡ ҡалаһы, төньяҡ-көнбайышҡа 71 саҡрымда — Сибай ҡалаһы һәм ошо исемдәге тимер-юл станцияһы.

1931 йылда Түбә руднигының ял итеү базаһы булараҡ асыла, 1933 йылдан — ял йорто, 1956 йылдан — «Баймаҡ» ял йорто, 2005 йылдан хәҙерге исемендә йөрөтөлә[1]. 2015 йылда Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы «Талкаҫ» шифаханаһында яҙыусыларҙың Ижад йортон аса[2].

Төп дауалау факторҙары: климат, ванналар өсөн минераль һыу (гидрокарбанатлы һәм минералләштерелгән — 0,29 г/л кальций-магнийлы). Бальнеотерапия, гирудотерапия, батҡаҡ менән дауалау, энә рефлексотерапияһы, ҡымыҙ менән дауалау, физиотерапия; каскадлы душы булған бассейн, мунса һ. б. дауалау ысулдары ҡулланыла. Профиле: һөйәк-мускул, һейҙек-енес, нервы системалары сирҙәрен, матдәләр алмашыныуы, терәк-хәрәкәт аппараты, тын алыу органдары сирҙәрен дауалау.

Климаты континенталь, ҡыш уртаса һалҡын (ғинуарҙа уртаса һауа температураһы — 17°С), йәй йылы (июлдә уртаса температура — +17°С).

Йыл әйләнәһенә эшләгән щифаханала йәйен бер юлы — 300, ҡышын 126 кеше ял итә һәм дауалана ала.

Мунасипов К. Т. Дом отдыха «Баймакский» на озере Талкас. Сибай, 1999.

  1. http://docs.cntd.ru/document/935110796
  2. mgazeta.com/category/sotsium/pisateli-i-poety-vsegda-na-peredovoy-/