Эстәлеккә күсергә

Тал ҡурҙайы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тал ҡурҙайы
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Турғай һымактар
Ғаилә: Һылыуҡас турғайҙар
Төр: Тал ҡурҙайы
Латинса исеме
Acrocephalus dumetorum
(Blyth, 1849)
ITIS 558424
NCBI 68475
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 148390

Тал ҡурҙайы, ҡамыш турғайы, ҡамыш сыпсығы (рус. Садовая камышовка, лат. Acrocephalus dumetorum)— турғайҙар отрядендәге ҡош.

Турғайҙан бәләкәйерәк. Үлән араларында, тал ботаҡтарында пырхылдап •осоп йөрөүсе бәләкәй генә теремек ҡош. Дөйөм төҫө кө¬рәнһыу ерән, һырт яғы ҡарараҡ, кәүҙәһенең аҫ яғы сағыуыраҡ. Ҡойроғоноң осо түңәрәкләнеп тора. Башҡа ҡурҙайҙарҙан ныҡ сыбар булыуы менән айырыла.

Тауышы көслө генә: «шиҡ-шиҡ».

Аҡ сәпсеккә йәки ауыл ҡарлуға¬сына оҡшатып, сырылдап һайрай. Баҫыу ситтәрендәге бейек үлән араларында, һыу буйындағы ҡамышлыҡтарҙа, таллыҡтарҙа йәшәй. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Төр¬лө бөжәктәр менән туҡлана. Ояһын үлән һабаҡтарына беркетеп эшләй. Көрән һәм ҡыҙғылт һоро таптар менән сыбарланған 4—5 бөртөк алһыу аҡ, аҡ, һорғолт аҡ йәки һарғылт аҡ йомортҡаһы була.

  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
  • Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9