Таншандә ер тетрәүе
Таншандә ер тетрәүе | |
Дәүләт | Ҡытай |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Хэбэй[d] |
Урын | Таншань[d] |
Ваҡиға ваҡыты | 28 июль 1976[1] |
Яралылар һаны | 164 851 |
Һәләк булғандар һаны | 242 769 |
Магнитуда по шкале Рихтера | 7,4 |
Баллов по шкале Меркалли | Mercalli scale XI[d][2] |
Вертикаль тәрәнлеге | 7,5 km |
Таншандә ер тетрәүе Викимилектә |
Таншандә ер тетрәү (ҡыт. 唐山大地震) — 1976 йылдың 28 июлендә Ҡытай ҡалаһы Таншандә (Хәбәй провинцияһы) булған тәбиғәт фажиғәһе. Рихтер шкалаһы буйынса 8,2 йәки Канамори шкалаһы буйынса 7,5 магнитудалы Ер тетрәү. XX быуаттың иң ҙур тәбиғәт һәләкәттәренең береһе. Ҡытай Халыҡ Республикаһы властарының рәсми мәғлүмәттәре буйынса, һәләк булыусылар һаны 242 419 кеше тәшкил иткән.
Урындағы ваҡыт буйынса 03: 42 сәғәттә ҡала, гипоүҙәге 22 километр тәрәнлектә урынлашҡан көслө ер тетрәү арҡаһында, емерелә. Емереклектәр шулай уҡ Тяньцзиндә һәм көнбайышҡа табан ни бары 140 км алыҫлыҡта урынлашҡан Пекинда ла була. Ер тетрәү һөҙөмтәһендә яҡынса 5,3 миллион йорт емерелә йәки зыян күрә, уларҙа йәшәү мөмкин булмай. Иң көслөһө 7,1 магнитудалы булған бер нисә афтершоктар (төп ер тетрәүҙән һуң булған һәм уның менән сағыштырғанда көсһөҙөрәк булған һелкенеү) тағы ла күберәк ҡорбандарға килтерә.
Беренсе ер һелкенеүҙән бөтә ҡала ҡоролмаларының 90 проценттан ашыуы емерелә. 15 сәғәттән һуң уның артынан ҡеүәтле 7,1 магнитудалы афтершок килә, ул емереклектәрҙе таҙартыусы эшселәрҙе һәм беренсе тетрәүҙән һуң тере ҡалып, тоҙаҡҡа эләккәндәрҙе ерләй. Көслө афтершоктар 1 авгусҡа тиклем булып тора. Улар Рихтер шкалаһы буйынса 4,5 магнитудалы бөтәһе 130-ға яҡын теркәлә. Ер тетрәү эпицентрҙан һигеҙ йөҙ километрға тиклем алыҫлыҡта һиҙелә. Емерелеү масштабы һәм ҡорбандар һаны бығаса булмаған хәл була. Ғәмәлдә ҡала ер менән тигеҙләшә. Ҡайһы бер райондар бик күп ярыҡтар менән ҡаплана. Шундай ярыҡтарҙың береһе дауахана бинаһын һәм пассажирҙар менән тулған поезды йота.
Ҡорбандарҙың күплеге төп һөжүмдең төндә булыуы, бөтә кешеләрҙең дә тиерлек йоҡлап ятыуы һәм торлаҡтарҙың түбән сифатлы булыуы менән бәйле. Шанхай ҡала сейсмология идаралығы начальнигы Чжан Цзюнь фекеренсә, ҙур емерелеүҙәрҙең төп сәбәбе-төҙөлөштә сейсмик һаҡлау сараларының булмауы. Бындай саралар ҡала төҙөлөшө процесында — биналарҙы проектлауҙан алып реконструкциялауға тиклем-тормошҡа ашырылырға тейеш.
Хәҙерге ваҡытта Таншань үҙәгендә ер тетрәү тураһында стена, шулай уҡ ер тетрәүҙәргә арналған мәғлүмәт үҙәге хәтерләтә. Ул үҙенсәлекле музей, был тема буйынса Ҡытайҙың берҙән-бер музейы.
Таншандә ер тетрәү ҡорбандар һаны буйынса 1556 йылдағы Шэньсиҙағы ер тетрәүҙән ҡала тарихта икенсе урында тора.
Фажиғә режиссер Фэн Сяогандың «Ер тетрәү» нәфис фильмы сюжетының нигеҙенә ята.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кешелек тарихындағы иң көслө ер тетрәүҙәр
- «Ер тетрәү» 2010 йылдағы ҡытай фильмы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Immanuel C.Y. Hsü The Rise of Modern China (ингл.) — 6 — USA: OUP, 2000. — P. 766. — 1136 p. — ISBN 978-0-19-512504-7
- ↑ https://web.archive.org/web/20201128134409/https://authors.library.caltech.edu/26539/1/Tangshan/Volume4.0_front_matter.pdf
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Крупнейшие землетрясения на территории Китая в XX—XXI вв.
- 30-летняя годовщина землетрясения в г. Таншань: возрожденный из руин город 2021 йыл 27 ноябрь архивланған.
- Реальные картины землетрясения в г. Таншань в 1976 году
- В Китае поминают жертв землетрясения 1976 года
- Таншань и Вэньчуань: трагедии и политика