Эстәлеккә күсергә

Ҡытайҙа ер тетрәүе (1556)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
1556 йылда Ҡытайҙа ер тетрәүе
Ваҡыты

23 ғинуар 1556 йыл[1]

Магнитуда

8,4 w

Гипоцентр тәрәнлеге

32 км

Ээпицентр

34°30′ с. ш. 109°42′ в. д.HGЯO

Зыян күргән илдәр (региондар)

Мин империяһы

Цунами

нет

Зыян күреүселәр

820 000 - 830 000 кеше

Афтершок

бар

 Ҡытайҙа ер тетрәүе (1556) Викимилектә

Бөйөк Ҡытай ер тетрәүе (ҡыт. 嘉靖大地震) 1556 йылдың 23 ғинуарында Шэньси провинцияһында була. Ул 830 мең — кешелек тарихында башҡа ер тетрәүҙәргә ҡарағанда күберәк кешенең ғүмерен өҙә.

Шэньси ер тетрәүенең эпиүҙәге Шэньси провинцияһының Вэйхэ йылғаһы үҙәнендә, ул саҡтағы Хуачжоу өлкәһендә урынлашҡан. Өлкәнең административ үҙәгендә бөтә ҡаралтылар емерелә, халыҡтың яртыһынан ашыуы һәләк була. Бөтәһе бер нисә йөҙ мең кеше һәләк була. Шундай уҡ хәл Вэйнани һәм Хуаинела килеп тыуа. Ер тетрәүҙең эпиүҙәгендә 20 метрлыҡ упҡындар һәм ярыҡтар асыла. Емереклектәр эпиүҙәктән 500 километр алыҫлыҡтағы территорияларға ҡағыла. Шэньсиҙың ҡайһы бер райондары бөтөнләй кешеһеҙ ҡала, икенселәрендә халыҡтың 60%-ы һәләк була. Ҡорбандарҙың күп булыуы провинция халҡының күпселек өлөшө ултырма тау тоҡомдары мәмерйәләрендә йәшәү менән бәйле була, улар тәүге тетрәүҙәрҙән һуң уҡ емерелә йәки шыуғын ағымдары аҫтында ҡала[2].

Фажиғә власта император Цзяцзин булған осорҙа була, шуға күрә уны ҡытай йолаһы буйынса Цзяцзиндың бөйөк ер тетрәүе тип атайҙар .

Ер тетрәүҙән һуң ярты йыл буйына айына бер нисә тапҡыр ҡабаттан ер һелкенеүҙәр булып тора[3].

Картала Шэньси ҡыҙыл төҫ менән билдәләнгән, ҡыҙғылт һары төҫ менән — Ҡытайҙың ер тетрәү ҡағылған башҡа райондары.

Геология мәғлүмәттәренә нигеҙләнгән хәҙерге заман тикшеренеүҙәре ер тетрәү магнитудаһын магнитуданы билдәләү шкалаһы буйынса яҡынса 8 һәм Меркалли шкалаһы буйынса XI тип баһаларға мөмкинлек бирә. Әммә ҡайһы бер геологик тикшеренеүҙәр 7,9 магнитудаһы тураһында һөйләргә мөмкинлек бирә.

Һәләк булыусылар һаны буйынса был — кешелектең бөтә яҙма тарихында өсөнсө һәләкәт, ә ер тетрәүҙәрҙән — тарихта ҡорбандар һаны буйынса иң көслөһө һәм магнитуда буйынса иң көслөләрҙең береһе.

Шул тиклем күп кеше һәләк булыуы бер нисә сәбәп менән аңлатыла.

Беренсенән, Ҡытай территорияһында тарихи яҡтан һәр ваҡыт халыҡ тығыҙ йәшәгән. Мәҫәлән, 1851 йылға Ер халҡының 40 проценты, ә 2000 йылға ҡарата 30 проценты самаһы тап ошонда йәшәй.

Икенсенән, кешеләрҙең күбеһе ер аҫты тетрәүҙәренә сыҙамһыҙ йорттарҙа һәм туранан-тура уба битләүҙәрендә ҡаҙылған мәмерйәләрҙә йәшәгән. Сиань ҡалаһының Хуанхэ йылғаһы ярында урынлашыуы арҡаһында йорттар кәүшәк, ныҡ һыу үткән грунттарҙа төҙөлә. Ер аҫты тетрәүенән биналар сейсмик тирбәлеүҙәр менән шыйыҡландырылған грунтҡа сума башлай, ә кәүшәк убаларҙа ҡаҙылған меңләгән мәмерйәләр шунда уҡ емереләләр йәки шыуғын ағымдары аҫтында ҡалалар. Йөҙәр мең кеше ҡалын ер ҡатламы аҫтында һәм үҙ йорттарының емереклектәре аҫтында ҡала.

Өсөнсөнән, күпселек кешеләр үҙ торлаҡтарында булғанда, таңғы сәғәт 5-тә ер тетрәй. Ҡоролмаларҙың ныҡ булмауы һәм яҡынлашып килгән ер тетрәү билдәләрен тотоу мөмкин түгеллеге арҡаһында бер кем дә тиерлек бинанан ваҡытында сығып өлгөрмәй[4].

Һуңынан шаһиттарҙың береһе, ер тетрәү башланғас, өйҙән саф һауаға сығырға маташырға ярамағанлығын иҫкәртә: «Ҡош ояһы ағастан ҡолағанда, йомортҡалар йыш ҡына зыян күрмәй». Уның һүҙҙәре күптәрҙең үҙ торлағын ташлап китергә маташыуы тураһында һөйләй.

Ҡытай тарихи яҙмаларында ер тетрәү тураһында түбәндәге мәғлүмәттәр һаҡлана:

« 1556 йылдың ҡышында Шэньсиҙа һәм уның тирәһендәге провинцияларҙа ҙур ер тетрәү була. Беҙҙең Хуа өйәҙе бик күп ҡайғы - хәсрәттәргә дусар булды. Тауҙар һәм йылғалар урынлашҡан ерен үҙгәртте, юлдар емерелде. Ҡайһы бер урындарҙа көтмәгәндә ер күтәрелә һәм яңы ҡалҡыулыҡтар барлыҡҡа килә, йәки киреһенсә - элекке ҡалҡыулыҡтарҙың бер өлөшө ер аҫтына китә, ишелеп төшә һәм яңы тигеҙлектәргә әйләнә. Башҡа урындарҙа ла даими рәүештә шыуғын ағымдары үтә, йәки ер ярҙары ярылып, яңы йырындар барлыҡҡа килә. Шәхси йорттар, йәмәғәт биналары, ғибәҙәтханалар һәм ҡала стеналары ҡапыл һәм тулыһынса емерелә.[5] »

Сиандың урындағы Бэйлинь музейында йыйылған боронғо стелалары ер тетрәүҙең емергеслеген күрһәтә. Уларҙың күбеһе сатнаған йәки ҡойолған. Ҡырағай ҡаҙҙарҙың кесе пагодаһы, фундаменты тупраҡҡа төпләнһә лә, катаклизм ваҡытында тора, шунан һуң пагоданың бейеклеге 45 метрҙан 43,4 метрға тиклем кәмей.

Пагода император Гао-цзун бойороғо буйынса (707—709 йылдар) һинд сығышлы будда ҡулъяҙмаларын урынлаштырыу өсөн төҙөлә. Ер тетрәүҙән пагода бинаһы ике метрға тиерлек төшә. Үҙ быуатында бик күп ер тетрәүҙәргә сыҙаған был пагодаға мистик үҙсәлектәр өҫтәлә. Әммә махсус тикшеренеүҙәр бинаның йомшаҡ тоҡомда тәбиғи таш нигеҙҙә уңышлы төҙөлөүен асыҡлай һәм уның тотороҡлолоғо шуның менән аңлатыла[4].

Сит ил мәғлүмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Португал доминикан монахы Гашпар да Круш, Гуанчжоуға шул уҡ 1556 йылда килә, әммә һуңыраҡ, ер тетрәү тураһында ишетә һәм уның тураһында «Ҡытай тураһында трактат» (1569) китабының һуңғы бүлегендә хәбәр итә. Ул ер тетрәүҙе, 1556 йылғы Бөйөк комета кеүек үк, кешелек гонаһы өсөн яза сифатында ҡарай (шулай уҡ уларҙа антихристың тыуыу билдәһен күрә).

  • Наиболее разрушительные землетрясения в истории человечества
  • Таншаньское землетрясение
  1. International Association of Engineering Geology International Congress. Proceedings. [1990] (1990). ISBN 90-6191-664-X.
  2. History.com 2011 йыл 13 август архивланған., History Channel’s Record of the earthquake.
  3. Kepu.ac.cn 2006 йыл 14 июнь архивланған., China virtual museums quake
  4. 4,0 4,1 Катастрофы в природе: землетрясения - Батыр Каррыев - Ridero. ridero.ru. Дата обращения: 10 март 2016. Архивировано 24 июль 2018 года.
  5. This quotation is from a translation of a Chinese study of historical earthquake. 賀明靜編著,(1990年),《(1556年)華縣地震災害研究》,西安:陜西人民出版社,頁92。