Тараканов Роман Захарович
Тараканов Роман Захарович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 27 октябрь 1929 |
Тыуған урыны | Анга[d], Качугский район[d], Иркутский округ[d], Себер крайы[d], РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 6 июнь 2016 (86 йәш) |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эшмәкәрлек төрө | сейсмология[d] |
Эш урыны | Институт морской геологии и геофизики ДВО РАН[d] |
Уҡыу йорто | Иркутск дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Тараканов Роман Захарович (27 октябрь 1929 йыл —6 июнь 2016 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-сейсмологы, физика-математика фәндәре докторы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Роман Захарович Тараканов 1929 йылдың 27 октябрендә Иркутск өлкәһе Качуг районындағы Анга ауылында тыуа.
1952 йылда Иркутск дәүләт университетының физика-математика факультетын «физика» һөнәре буйынса тамамлай.
Уҡыуҙы тамамлағандан һуң 63 йыл буйы хаҡлы ялға сыҡҡансы Рәсәй Фәндәр академияһы Алыҫ Көнсығыш бүлегенең Диңгеҙ геологияһы һәм геофизикаһы институтында эшләй.
1955—1957 йылдарҙа — сейсмология бүлеге етәксеһе, 1965—1986 йылдарҙа — сейсмология лабораторияһы етәксеһе.
1986 йылдан сейсмология лабораторияһында төп ғилми хеҙмәткәр вазифаһын биләй.
1969 йылда — кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, ә 2006 йылда (76 йәштә) — «Сейсмичность, глубинное строение и сейсмическая опасность Курило-Охотского региона» темаһы буйынса — докторлыҡ диссертацияһын.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғилми эшмәкәрлеге Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығышында геофизик һәм сейсмологик тикшеренеүҙәр менән бәйле.
Алыҫ Көнсығыштың сейсмик режимы һәм сейсмик районлаштырыу тикшеренеүҙәрендә, сейсмик тулҡындар һәм ер ҡабығы төҙөлөшө һәм Азия континентынан Тымыҡ океанға күсеү зонаһының үрге мантияһының таралыу үҙенсәлектәренең беренсе һәм иң мөһим һөҙөмтәләрен ала.
Сейсмик тулҡындарҙың төбәк годографын үткәреү буйынса эштәрҙе ойоштора, Ерҙең өҫкө мантияһы төҙөлөшөнөң полиастеносфера моделен һәм икеләтә сейсмофокаль зонаның моделен эшләй, сейсмиклыҡтың төбәк геофизик ҡырҙарының вулканизмы һәм аномалиялары менән бәйләнешен анализлай, Курил-Камчатка зонаһында ер тетрәүҙәрҙең иң көслө магнитудаларын билдәләй. Һуңғы йылдарҙа яңы годографтарҙы һынап ҡарау менән шөғөлләнә, улар Алыҫ Көнсығыш ер тетрәүҙәренең параметрҙарын ышшаныслы билдәләргә мөмкинлек бирә.
Тараканов етәкселегендә сейсмологтар коллективы тарафынан асылған Курил-Камчатка тәрән һыулы улаҡтың континенталь битләүенән көньяҡтараҡ уның исеме менән аталған сейсмофокаль зонаны һүрәтләй[1][2]
6 монография, 5 геологик-геофизик атлас, 230-ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы һәм авторҙашы.
Фәнни-ойоштороу эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күп йылдар СССР Фәндәр академияһы ҡарамағындағы Сейсмология һәм сейсмик яҡтан ныҡлы булған төҙөлөш буйынса Ведомство-ара советының Алыҫ Көнсығыш секцияһы рәйесе урынбаҫары була.
«Вулканология и сейсмология» журналының мөхәрририәт коллегияһы ағзаһы, геодинамик проект буйынса халыҡ-ара тикшеренеү төркөмөнөң ағзаһы, Тымыҡ океан Халыҡ-ара атласын төҙөүҙә сейсмология буйынса куратор булып тора.
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Почёт Билдәһе» ордены
- "Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы» миҙалы (1970)
- РФА Президиумының Почет грамотаһы
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атластар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Землетрясения на Курильских островах и в Охотском море. Землетрясения и цунами // Атлас Сахалинской области. — М. : ГУГК при СМ СССР, 1967. — С. 41—44 (в соавт. с С. Л. Соловьевым, О. Н. Соловьевой, Л. С. Оскорбиным, Го Чан Нам и др.).
- Сейсмичность, сейсмическая активность и сотрясаемость, сейсмическое районирование // Геолого-геофизический Атлас Курило-Камчатской островной системы / Под ред. К. С. Сергеева, М. Л. Красного. — Л. : ВСЕГЕИ, 1987. — С. 33—35 (в соавт. с Ч. У. Ким, Н. В. Левым и др.).
- Разрезы сейсмофокальных зон Филиппинского желоба, желоба Манилы и региона Тонга-Кермадек // Международный геолого-геофизический Атлас Тихого океана : Атлас / Межправительственная океанограф. комиссия (ЮНЕСКО) ; Рос. акад. наук ; Ин-т геохимии и аналит. химии им. В.И. Вернадского и др. — М. : МОК (ЮНЕСКО) ; СПб. : ПКО «Картография», 2003. — С. 104. — ISBN 585120166-5.
Мәҡәләләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Характеристика курило-камчатских землетрясений по наблюдениям близких станций за 1952—1954 гг. // Изв. АН СССР. Сер. геофиз. 1955. — № 5. — С. 401—415 (в соавт с Монаховым Ф. И.).
- Закономерности пространственного распределения гипоцентров Курило-Камчатского и Японского регионов // Геофизические исследования зоны перехода от Азиатского континента к Тихому океану. — М.: Наука, 1977. — С. 67—77 (в соавт. с Ч. У. Ким, Р. И. Сухомлиновой).
- Some inferences on the upper mantle structure and deep processes occuring in the Northwest Pacific : [англ.] // Canadian Journal of Earth Sciences. — 1976. — Vol. 13, № 11. — P. 1725. — ISSN 0008-4077.
Диссертациялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сейсмичность, глубинное строение и сейсмическая опасность Курило-Охотского региона : Дисс. д. физ.-мат. наук. — Южно-Сахалинск, 2006.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Кропоткин П. Н. Сейсмичность, связанная с изгибом и изломом погружающихся литосферных плит // Тектоника. Геология альпид «тетисного» происхождения / Акад. наук СССР, М-во геологии СССР, Нац. ком. геол. Сов. Союза; [редкол.: А. В. Пейве (отв. ред.), М. В. Муратов (отв. ред.) и др.]. — М. : Наука, 1980.— С. 77.
- ↑ Тихонов И. Н., Ломтев В. Л.Тектонические и сейсмологические аспекты Великого японского землетрясения 11 марта 2011 года// Геодинамика и тектонофизика.— 2011.— Т.2, вып.2.— С.151.— ISSN 2078-502X.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Список трудов на eLIBRARY.RU.
- Роман и Людмила. В этой сахалинской семье муж в 76 лет стал доктором наук, а жена в том же возрасте увлеклась интернетом. (неопр.). sakhvesti.ru. Дата обращения: 22 января 2017.(недоступная ссылка) Проверено Декабрь 2019.
- Путь к открытиям (... Роману Захаровичу Тараканову недавно исполнилось 80 лет) (неопр.). skr.su. Дата обращения: 22 января 2017.
- Ушел из жизни известный сахалинский сейсмолог Роман Тараканов (неопр.). ujnosahalinsk.bezformata.ru. Дата обращения: 22 января 2017.
- Ушел из жизни известный сахалинский сейсмолог Роман Тараканов (неопр.). sakhalin.info. Дата обращения: 22 января 2017.