Тарасов Валерий Иванович
Тарасов Валерий Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 1 сентябрь 1942[1] (82 йәш) |
Тыуған урыны | Владивосток, Приморье крайы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғилми-педагогик хеҙмәткәр |
Эшмәкәрлек төрө | география һәм педагогика |
Биләгән вазифаһы | ректор[d] |
Уҡыу йорто | Алыҫ Көнсығыш федераль университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] һәм профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | география фәндәре кандидаты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Тарасов Валерий Иванович (1 сентябрь 1942 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы-георгафы, педагог. 1983—2008 йылдарҙа Уссурийск дәүләт педагогия институтының ректоры. Уссурийск ҡалаһының почетлы гражданы. Педагогия һәм социаль фәндәр академияһының һәм Йәшәү эшмәкәрлегенең хәүефһеҙлек экологияһы халыҡ-ара академияһының мөхбир ағзаһы, Педагогия белеме халыҡ-ара академияһының Алыҫ Көнсығыш бүлеге президенты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Валерий Иванович Тарасов 1942 йылдың 1 сентябрендә Владивостокта тыуған
1965 йылдың февралендә Алыҫ Көнсығыш дәүләт университетының геофизика факультетын «инженер-гидролог» һөнәре буйынса тамамлай. Совет Армияһында хеҙмәт итә, унан һуң Камчатка гидрометеохеҙмәт идаралығында һәм Благовещенсе гидрометеообсерваторияла, инженер-гидролог, инженер-төҙөлөш тикшеренеүҙәренең Алыҫ Көнсығыш тресында экспедиция начальнигы булып эшләй. ВЛКСМ-дың Благовещен ҡала комитетының икенсе секретары.
1972 йылдан Алыҫ Көнсығыш дәүләт университетында (АКДУ) эшләй : ассистент, уҡытыусы, өлкән уҡытыусы, ҡоро ер гидрологияһы кафедраһы мөдире, АКДУ география факультет деканы. Бер нисә йыл Юғары гидрометеорология белеме буйынса фәнни-методик советы президиумына һәм СССР Юғары белем министрлығы ҡарамағында Георгафия буйынса фәнни-техник советҡа инә.
1983 йылдан алып 2008 йылға тиклем В. И. Тарасов Уссурийск дәүләт педагогия институтында (УДПИ) ректор булып эшләй. Уның эшләү осоронда УДПИ-ла дүрт яңы факультет, ун бер кафедра, ун алты һөнәр буйынса аспирантура асыла, утыҙ яңы белем биреү программаһы индерелә, Владивостокта УДПИ-ның вәкиллеге һәм докторлыҡ диссертацияларын яҡлау буйынса вуздар араһындағы ике махсуслашҡан совет асыла. Институттың матди базаһы һиҙелерлек нығына: уҡыу корпусы, уҡытыусылар өсөн торлаҡ йорт, агробиостанция төҙөлә, физик культура факультеты өсөн спорт комплексы, стадион һатып алына, заманса полиграфия базаһы булдырыла, Компьютерҙар менән йыһазландырыу буйынса УДПИ Тарасов ваҡытында Рәсәй юғары уҡыу йорттары араһында тәүге урындарҙың береһен биләй.
Әлеге ваҡытта профессор булып эшләй, Уссурийскта АКДУ филиалының баш белгесе. 1990 йылдан алып шулай уҡ Бөтә Рәсәй «Белем» йәмғиәтенең Уссурийск ҡала бүлексәһе рәйесе булып эшләй. 70-тән ашыу ғилми хеҙмәт авторы, шул иҫәптән ике монографияһы бар.
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өйләнгән, ике улы һәм ҡыҙы, шулай уҡ өс ейәне бар. Спорт һәм әҙәбиәт менән мауыға: элек бокс, баскетбол, гандбол, теннис менән шөғөлләнгән. АКДУ йыйылма командалары өсөн баскетбол һәм гандбол буйынса уйнаған.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дуҫлыҡ ордены (1998)
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы
- «Ленин Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100- йыл айҡанлы маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы
- Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәре
- Рәсәй Федерацияһының юғары профессиональ белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре
- Халыҡ мәғарифы алдынғыһы
- Социалистик ярышта еңеүсе
- «Бөтә Союз „Белем“ йәмғиәте идаралығында әүҙем эшмәкәрлеге өсөн» билдәһе
- Приморье крайы Губернаторы премияһы (1999)
- Уссурийск ҡалаһының почетлы гражданы (1999)
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тарасов В. И. Дефициты водопотребления культур соево-зеpнового севооборота в Амурской области и возможности их покрытия бытовым стоком. ВНИГМИ Обнинск,1977.
- Тарасов В. И. Методика расчета оросительной способности незаpегулиpованных стоков водотоков (на пpимеpе Амурской области);
- Тарасов В. И. Определение оросительной способности незаpегулиpованного стока малых рек Амурской области. Мелиорация и водное хозяйство. Серия I. Орошение и оросительные системы. Экспpесс-инфоpмация, Москва. 1984;
- Тарасов В. И. Геогpафо-гидpологический метод исследования и расчета стока. Материалы научной конференции по проблемам гидрологии рек зоны БАМ и Дальнего Востока. Ленинград, Гидpомеоиздат,1986 г.
- Тарасов В. И. «Гидросфера». Учебное пособие. Владивосток: издательство Дальневосточного университета, 2004.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Биография на сайте Думы Уссурийска 2017 йыл 26 октябрь архивланған.
- Биография на сайте Школы педагогики ДВФУ 2019 йыл 25 декабрь архивланған.
- Энциклопедия «Известные учёные»
- Ректор Тарасов попал в две десятки // Электронная версия газеты «Владивосток» № 1434 от 26 сент. 2003
- ↑ Тарасов Валерий Иванович // https://www.biografija.ru/biography/tarasov-valerij-ivanovich.htm
- 1 сентябрҙә тыуғандар
- 1942 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй) кавалерҙары
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Социалистик ярыш еңеүсеһе» билдәһе менән бүләкләнеүселәр
- Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәре
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәрҙәре
- ВЛКСМ функционерҙары
- География фәндәре кандидаттары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алыҫ Көнсығыш дәүләт университетын тамамлаусылар
- Рәсәй юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары