Эстәлеккә күсергә

Тараҡ (биҙәүес)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Тараҡ (биҙәүес)

Тараҡ
Рәсем
 Тараҡ Викимилектә
Испан тарағы -пейнета ,мәрүәт

Тараҡ — көнкүрештә тән тәрбиәһендә ҡулланыла торған әйбер һәм бер үк ваҡытта сәс тарау өсөн дә, уны биҙәү өсөн дә файҙаланылған, бер нисә теше булған аксессуар. Ошо маҡсатта уны күп халыҡтар милли кейемдәре элементы итеп тотона. Әммә тараҡтың өҫ яғы биҙәкле йәки һырлы булыуы уның мотлаҡ биҙәүес булараҡ ҡулланылыуын аңлатмай.

Ҙур декоратив тараҡ (исп. peineta) иң кәмендә XIX быуаттан испан милли кейеменең бер өлөшө булып тора, уны элегерәк тә ҡулланыуҙары тураһында мәғлүмәттәр бар. Эре пейнета мантилья менән ҡулланыла, бәләкәйерәктәре милли кейем элементы булараҡ үҙе генә сәскә ҡаҙап ҡуйылыуы мөмкин. Пейнета сәскә тура баҫтырып ҡаҙап ҡуйылған һәм өлөшсә ҡара селтәрҙән тегелгән ярымүтәҙек мантилья менән ҡапланған [1].

Башта пейнеталар ташбаҡа ҡабығынан эшләнгән, әммә хәҙерге ваҡытта уларҙың һаны кәмеү сәбәпле, тараҡтарҙы башлыса текстураһы һәм төҫө оҡшатып эшләнгән пластмассанан етештерәләр. Классик пейнеталар, ҡағиҙә булараҡ, ярымтүңәрәк, квадрат йәки тура мөйөшлө, бейеклеге бер ярымдан ике тиҫтә сам-ға тиклем була.

1830-сы йылдарҙа биҙәүес тараҡ европа модаһына инә, быны шул заман портреттарынан да күрергә була. Сәс тарарға тәғәйенләнмәгән тараҡтарҙың 5—6 ғына теше була;2-3 тешлеләре лә осрай.

Европаның XIX—XX быуаттарҙағы декоратив тараҡтары ҡәҙимге испан пейнеталарынан айырыла. Уларҙы алтын, көмөш, фил һөйәге, мәрүәт, нефрит, юғары баһаланған ағас һәм башҡа ҡыйбатлы материалдарҙан эшләгәндәр, ырып, сүкеп, инкрустациялап һәм башҡаса ысулдар менән биҙәкләгәндәр. Ар-нуво стиле таралған.

Декоратив тараҡтар шәреҡ халыҡтарының ҡайһы берҙәрендә, шул иҫәптән, Ҡытай, Япония һәм Вьетнам халыҡтарында ҡулланылған.

Япон тарағы (куси), ташбаҡа ҡабығы, мәрүәт, лак. XIX - XX быуат башы

Япон ҡатын-ҡыҙы сәстәрен Эдо оороноң тәүге яртыһында, 1700-се йылдарҙа биҙәй башлай. Япондарҙың сәс биҙәүесе кандзаси тип атала һәм бик күп таҫма, муйынсаҡ, сәскәләр менән биҙәлгән тараҡтан (куси) ғибәрәт.

Куси үлем тигән һүҙҙең омонимы, шуға күрә уны бик һирәк бүләк итәләр.

  • Тиара
  • Эгретка
  • Л. В. Беловинский. Гребень // Иллюстрированный энциклопедический историко-бытовой словарь русского народа. XVIII — начало XIX в. / под ред. Н. Ерёминой. — М.: Эксмо, 2007. — С. 144. — 784 с.: — ил. с. — 5 000 экз. — ISBN 978-5-699-24458-4.
  1. Гребень-пейнета