Мәрүәт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Наутилустың йәйғорло мәрүәте
Ҡабырсаҡтың эске яғындағы ялтыр ҡатлам - мәрүәт

Мәрүәт (от нем. Perlmutter (мәрүәт) — «ынйы әсәһе») — сөсө һәм диңгеҙ һыуҙарында йәшәгән моллюск ҡабырсаҡтарының эске ҡатламы, органик һәм органик булмаған тәбиғи композит. Ынйы менән мәрүәт бер үк тиерлек матдәләрҙән тора.

Сығарыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәрүәтле ҡабырсаҡтарҙы иң күп сығарған урындар: Фарсы ҡултығы, Ҡыҙыл диңгеҙ, Цейлон, Япония, Борнео һәм Филиппин, Тымыҡ океандың ҡайһы бер тропик утрауҙары. Йыш ҡына бул ҡабырсаҡтар ынйы өсөн аҫралған моллюскыларҙан ҡала.

Мәрүәт ҡайһы бер сөсө һыу моллюскыларынан да алына, атап әйткәндә, ғәҙәти мәрүәтле ҡабырсаҡ файҙаланыла[1][2].

Тасуирлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәрүәт алты мөйөшлө арагонит пластинкаларынан тора ( Кальций карбонаты CaCO кристалдары)3), дәүмәлдәре - киңлеге 10-20 микрон, ҡалынлығы ярты микрон (0,5) в толщину, улар параллель ҡатлам булып урынлашҡан.

Nacre microscopic structure.png

Электрон микроскопия

Кристалл үҙәге аша үткән яҡтылыҡ икенсе кристалдарҙа сағыла, йәйғор эффекты барлыҡҡа килә.

Ҡулланылышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәрүәт борондан көнкүрештәге төрлө нәмәләрҙе инкрустациялау һәм биҙәүестәр эшләү өсөн ҡулланыла.

Мәрүәт шулай уҡ төймә, музыка ҡоралдары баҫмаҡтары, ювелир әйберҙәре, декоратив сәнғәттә — мәҫәлән, Федоскино миниатюраһы эшләүҙә ҡулланыла.

Алыҫ Көнсығыш сәнғәтендә — Японияла, Ҡытайҙа, Кореяла, Вьетнамда — мәрүәт юғары урында тора, уның менән ширмаларҙы, шкатулкаларҙы, елпеүестәрҙе, тараҡтарҙы, төрлө панноларҙы биҙәйҙәр.

Беҙҙең көндәрҙә мәрүәт косметология сәнәғәтендә, музыка ҡоралдарын биҙәүҙә (атап әйткәндә, электрогитаралар) ҡулланыла.

Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «перламутр» мәҡәләһе бар