Шкатулка
Шкатулка | |
Шкатулка Викимилектә |
Шкатулка - (иҫке рус. ларе́ц, ла́рчик, бау́льчик, укла́дочка[1]) — бәләкәй ҡумта, ғәҙәттә, әммә гел түгел, тура мөйөшлө параллелепипед рәүешендә эшләнә[2], используемая для хранения аҫыл таштарҙан эшләнгән биҙәүестәр, аҡса, ҡағыҙҙар һәм башҡа ваҡ, әммә ғәҙәттә ҡиммәтле нәмәләр һаҡлана[2][3][4] Шкатулкалар борон уҡ барлыҡҡа килгән, ихтимал, кейем һалына торған һандыҡтарҙан килеп сыҡҡандыр[3]
«Шкатула» һүҙе урыҫ телендә беренсе тапҡыр 1598 йылда, ә «шкатулка» — 1610 йылда тлгә алына: «Да из шкатулки дала боярыням и княжнам и казначеем по перстеньку по золотому».[5] Макс Фасмерҙың «Урыҫ теленең этимологик һүҙлеге»нә ярашлы, урыҫ теленә был һүҙ поляксанан szkatuła, урта латинсанан scatula, итальянса scatolа — ҡумта тигәндән килеп ингән[6]
Шкатулкалар ғәҙәттә бикләнә[2] XVI—XVII быуаттарҙа хәүефһеҙерәк булһын өсөн ҡапҡасында йәшерен бик йәки ҡатлы төп ҡуйып шкатулкалар эшләгәндәр [3] XIX быуатта йәшерен ысул менән асыла торған шкатулкалар килеп сыға, уларҙы ҡатмарлы манипуляциялар, йә күренмәй торған берәй бик ярҙамында асырға кәрәк булған [7] Тарихта һәм әҙәбиәттә кемделер фаш итә торған ҡағыҙҙар һаҡланыуы ла билдәле, мәҫәлән, «Ҡумталағы хаттар[en]» Мария Стюарттың Джеймс Һепбернға , йәки Годин де Сент-Круаның маркиза де Бренвильеға яҙған хаттары[3]
Шкатулкалар йыш ҡына ҡыйбатлы була, сөнки матурлау өсөн фил һөйәге, эмаль, нәфис күн киҫәктәр, ҡыйбатлы металдар (алтын, көмөш), аҫыл таштар (рубин, сапфир, зөбәржәт) һәм ярымаҫыл таштар (аҡыҡ, фирүзә, мәрйен) тотонғандар. Биҙәкләү өсөн гравировка, инкрустация, скань, зернь, эмаль кеүек ысулдар ҡулланғандар[2][3][4] « Британника Энциклопедияһы»ның 11-се баҫмаһы сәнғәт әҫәре булараҡ Людовик IX-ҙың Лувр-ҙа һаҡланған шкатулкаһын миҫалға килтерә[3], Эжен Виолле-ле-Дюк иң яҡшы шкатулкаларҙың береһе тип кенәз Салтыков шкатулкаһын һанаған[2]
Шкатулкалар, ҡумталар Мольерҙың «Ҡарун» пьесаһы кеүек әҫәрҙәрҙә осрай [3]; П. П. Бажовтың «Малахит шкатулка», В. Ф. Одоевскийҙың «Тәмәке һауытындағы ҡаласыҡ» әкиәттәрендә; К. Е. Маковскийҙың , М. В. Нестеровтың, Д. Г. Россеттиҙың картиналарында; «Мария Медичи ҡумтаһы», «Ҡарғау шкатулкаһы тигән нәфис фильмдарҙа һынландырылған[5]
Пензала « „Урыҫ халыҡ мәҡәлдәре“ шкатулкаһы» тигән скульптура композицияһы, ә Новосибирскиҙа — «Музыкаль шкатулка» ҡуйылған. Ставрополдә шкатулкалар музейы бар[5]
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Табакерка
- Музыкальная шкатулка
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Шкатулка // Толковый словарь живого великорусского языка : в 4 т. / авт.-сост. В. И. Даль. — 2-е изд. — СПб. : Типография М. О. Вольфа, 1880—1882.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Viollet-le-Duc E. Coffret // Dictionnaire raisonné du mobilier français de l'époque carlovingienne à la Renaissance, t. I. — Paris, Librairie centrale d’architecture, 1873—1874. — P. 75-84. (фр.)
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 Casket // Encyclopædia Britannica, Volume 5. — 11th ed. — 1911. (инг.)
- ↑ 4,0 4,1 Шкатулка // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алма-Ата: «Мәдени Мұра» — «Культурное наследие Казахстана», 2006. — Т. 5. — С. 437-438. — 561 с. — ISBN 9965-9908-5-9.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Шестакова А. В. «Мир шкатулок» — новый бренд в культуре Ставрополя 2016 йыл 3 март архивланған. // Брендинг как коммуникативная технология XXI века: Материалы Первой Всероссийской научно-практической конференции 1 декабря 2014 г. / Под ред. д-ра филол. наук, проф. А. Д. Кривоносова. — СПб.: Изд-во СПбГЭУ, 2014. — 158 с. — С. 56. ISBN 978-5-7310-3065-6
- ↑ Шкатулка // Этимологический словарь русского языка = Russisches etymologisches Wörterbuch : в 4 т. / авт.-сост. М. Фасмер ; пер. с нем. и доп. чл.‑кор. АН СССР О. Н. Трубачёва, под ред. и с предисл. проф. Б. А. Ларина [т. I]. — Изд. 2-е, стер. — М. : Прогресс, 1986—1987.
- ↑ Шкатулки с секретом 2016 йыл 28 ғинуар архивланған.. Энциклопедия «Мир головоломок»
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Casket // Encyclopædia Britannica, Volume 5. — 11th ed. — 1911. (инг.)
- Viollet-le-Duc E. Coffret // Dictionnaire raisonné du mobilier français de l'époque carlovingienne à la Renaissance, t. I. — Paris, Librairie centrale d’architecture, 1873—1874. — P. 75-84. (фр.)