Тара Липински

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Тара Липински
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the United States.svg Америка Ҡушма Штаттары
Flag of Poland.svg Польша
Тыуған көнө 10 июнь 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[1][2] (37 йәш)
Тыуған урыны Америка Ҡушма Штаттары, Пенсильвания, Филадельфия
Һөнәр төрө фигурист, телевидение актёры, кино актёры
Тренер Ричард Каллахэн[d]
Спорт төрө Фигуралы шыуыу
Спортивная дисциплина женское одиночное фигурное катание[d]
Ҡатнашыусы Ҡышҡы Олимпия уйындары 1998[d] һәм Фигурное катание на зимних Олимпийских играх 1998 — одиночное катание[d]
Бейеклек 155 сантиметр
Рәсми сайт taralipinski.com
Победа Фигурное катание на зимних Олимпийских играх 1998 — одиночное катание[d]
Commons-logo.svg Тара Липински Викимилектә

Тара Кристен Липински (ингл. Tara Kristen Lipinski, 10 июнь 1982 йыл; АҠШ, Пенсильвания штаты, Филадельфия ҡалаһы) — Америка фигурисы, яңғыҙ шыуыу программаһында сығыш яһаусы, актёр. Наганолағы 1998 ҡышҡы Олимпия уйындары чемпионы, 1997 йылды донъя чемпионы , 1997 йылда АҠШ чемпионы.

2006 йылда АҠШ-тың Фигуралы шыуыу Дан залына индерелгән.

Карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фигуристка карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тара башта һәүәҫкәр шыуыу менән шөғөлләнә, уның шыуыуы балалыҡ стиле менән айырылып тора. 1998 йылда Наганола Олимпия уйындарындағы (Япония) көтөлмәгән еңеүенән һуң (уға 15 йәш була ул саҡта) һәүәҫкәр карьераһын ҡалдырып, профессиональ боҙ шоуҙарына китә. 17 йәшендә Тара планета беренселегендә профессионалдар араһында еңеү яулай һәм иң йәш профессиональ чемпионы була. Һуңынан янбашының йәрәхәте үҙен белдерә башлай. 19 йәшендә Сент-Луиста үткән «Йондоҙҙар — боҙҙа» исемле шоу ваҡытында етди рецидив була, һәм Липински ҙур спорттан китергә ҡарар итә.

Актёр карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йәш актёр режиссёрҙар Ларри Пирс һәм Арманд Мастроянниҙың «Фәрештәгә ҡағылғандар» (1994—2003) драма сериалын төшөрөү майҙансығында бик уңышлы эшләп ала. Сериалда төп ролдәрҙә Ром Дауни, Делла Рис, Джон Рай төшәләр. Артабан Тара Липински «Арлисс», «Иртәнге сығарылыш», «Етенсе ҡат» һымаҡ сериалдарҙа эпизодик ролдәрҙә ҡатнаша. Тиҙҙән режиссерҙар Кеннет Кох һәм Гэри Халворсон Тараны «Сабрина — бәләкәй убырлы ҡарсыҡ» (1996—2003) ғаилә комедия сериалына саҡыралар. Мелисса Джоан Харт, Ник Бэкэй, Кэролайн Ри кеүек актерҙар комедияла төп ролдәрҙе башҡаралар.

Тара Липинскиҙың карьераһы дауам итә, уға даими рәүештә эпизодик ролдәр тәҡдим итәләр. 1999—2006 йылдарҙа төшөрөлгән «Йәштәр һәм ҡыйыуҙар» (режиссерҙары Сэлли МакДональд һәм Ноэль Мэксем) фильмында, мәҫәлән,үҙҙәренең ролдәрен актерҙар Эрик Брэден һәм Мелоди Томас Скоттбик һоҡландырғыс итеп башҡаралар. Иң популяр булып киткән американ драма сериалының ваҡиғалары уйлап сығарылған Висконсин штатының Генуя Сити ҡалаһында бара һәм ҡалала йәшәүселәрҙең күп проблемаларын аса.

Тара Липински башлыса эпизодик ролдәрҙә уйнай, әммә төп ролдәре лә осрай, мәҫәлән, 2000 йылда режиссёр Джордж Эршбэймерҙың «Боҙ фәрештәһе» комедия драмаһында. Актёрҙар Николь Том, Нэнси Керриган, Брендан Бейзер һәм Эндрю Джонстон тамашасыларҙы үҙҙәренең уйыны менән таң ҡалдырҙы. Фильмдың мистик сюжеты хоккей буйынса АҠШ олимпия йыйылма командаһы капитаны Мэтт Кларктың ваҡытынан алда вафат булыуы менән бәйле, әммә уның вафаты спорт карьераһында нөктә ҡуймай. Үлгәндән һуң капитан тормошҡа билдәле америка фигуристкаһы тәнендә ҡабаттан ҡайта.

Артабан Липинскиҙың кинокарьераһында эпизодтарҙың «бөйөк дәүере» башлана, йыш ҡына уның исеме титрҙарҙа ла хатта күрһәтелмәй. 2002 йылда Тара Липински «Скуби-Ду» американ анимация фильмын тауышландырыуҙа ҡатнаша.

Тара мәрхәмәтлелек һәм балаларға ярҙам итеү менән шөғөлләнә. «Мисс Вселенная 2013» матурлыҡ конкурсы жюриһы ағзаһы булды. 2013 йылдың октябрендә Липински Сочиҙа ҡышҡы Олимпия уйындары ваҡытында NBC, NBC Sports и Universal Sports комментатор-аналитигы була тип иғлан ителә.

Спорт ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ярыштар/Миҙгел 1994—1995 1995—1996 1996—1997 1997—1998
Ҡышҡы Олимпия уйындары 1
Донъя чемпионаттары 15 1
Юниорҙар араһында донъя чемпионаттары 4 5
АҠШ чемпионаттары 3 1 2

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2017 йылдың июнь айы аҙағында Fox Sports телеканалы продюсеры Тодд Капостасиға кейәүгә сыға[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]