Тархнишвили һарайы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Тархнишвили һарайы
Дәүләт Flag of Georgia.svg Грузия
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]

Тархнишвили һарайы - (груз. თარხნიშვილების სასახლე) - Грузиялағы Каспи муниципалитеты Гарикула ауылындағы архитектура ҡомартҡыһы.

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тархнишвили һарайы Грузияның Шида Картли төбәге Гарикула ауылында, Ахалкалаки ҡасабаһы биләмәләренә инә.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тархан-Моурави нәҫеле төҙөткән һарай. Был нәҫел Грузияла Георгий Саакадзе тигән бик ҙур абруйға өлгәшкән кенәздән киткән. Ул саҡта батшалыҡ Персияға бойондороҡло булған, һәм шаһ Аббас I (1587—1629) уға тархан дәрәжәһен, барлыҡ өҫтөнлөктәре менән, фамилия итеп биргән. Шунан киткән дә инде Тархнишвили заты. Тархан титулы Тархнишвилиҙар затына ҡарата 1815 йылға, Рәсәй императоры Грузия батшалығын бөтөрөп, был титулды юҡҡа сығарғанға тиклем быуындан-быуынға тапшырылып барған [1]

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һарай XIX быуаттың 30-сы йылдарында төҙөлгән. Комплекс һарайҙан һәм ике яҡлы мунса бүлмәһенән тора.

Һарай ике ҡатлы итеп төҙөлгән. Төп ишеге - төньяҡтан. Был яғы беренсе ҡатта, көнсығыш яғында икенсе ҡатта баҫҡыстар яһалған. Икенсе ҡатта балкондар менән уратып алынған.

1965 йылда һарай Художестволар Академияһына тапшырылған, хәҙер бина ижади база итеп файҙаланыла. Эш белмәгән кешеләр бинаны һәм мунсаны үҙгәртеп, улар тәүге күренештәрен юғалтҡан тиерлек. Баштағы хәленән бинаның тантаналар үткәрелгән яғында түшәм, биҙәкле диуар, гипс сталактиттар ғына ҡалған.

Һарай ихатаһында кирбестән һалынған мунса тора. Бер яғында гардероб, икенсе яғында - ванналар.

Ҡомартҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тархнишвили һарайы 2006 йылда ил президенты указы менән Грузияның милли әһәмиәткә эйә күсемһеҙ мәҙәниәт ҡомартҡылары реестрына индерелгән [2].

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]