Эстәлеккә күсергә

Татар Димескәйе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Татар Димескәйе
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Татарско-Дымское сельское поселение[d][1]
Административ-территориаль берәмек Татарско-Дымское сельское поселение[d][1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 365 метр
Почта индексы 423213
Урындағы телефон коды 85594
Карта

Татар Димескәе (Димескәй; татар. Татар Димескәе, рус. Татарская-Дымская) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Бөгөлмә районы ауылы.

Революцияға тиклем ауыл Димескәй тип атала.

Ауыл Димескәй йылғаһы буйында, Бөгөлмә ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 27 км алыҫлыҡта урынлашҡан[2].

Ауылға байлар ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл Байлар улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Димескәй улусы составына керә һәм уның үҙәге була.

XX быуат башында ауылда улус идаралығы, земство станцияһы, тимерлек, 3 һыу тирмәне, 2 мәсет, мәктәп теркәлгән[2].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан Баулы районы, 1963 йылдан — Бөгөлмә районы составында була[2].

1859 йылда ауылда 970 башҡорт һәм ҡаҙна крәҫтиәндәре иҫәпләнгән[3].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [2])
17951859188918971920192619381949195819701979198920022008
44997115271865248119941139835722915760681675704
  1. 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Татарская энциклопедия.
  3. Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 581. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.

Ҡалып:Бөгөлмә районы тораҡ пункттары