Тауыҡ ите

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мексика баҙарындағы себештәр
Тауыҡ итен грилдә әҙерләү

Тауыҡ ите — тауыҡтың ите, был төр ҡош ите донъяла иң киң таралғаны[1]. Тауыҡ итендә 2,5 — 13,1 % май, 20,3 — 22,4 % аҡһым бар. Тауыҡ итенән беренсегә һәм икенсегә бирелгән ризыҡ, һалҡын һәм эҫе тәғамдарҙың төрлө төрҙәрен әҙерләйҙәр; шулай уҡ тауыҡ итен төрлө турамалар әҙерләгәндә лә ҡулланалар.

Тауыҡтың йәшен тиреһенең төҫө һәм тәпәйҙәренән самалап була. Йәш тауыҡтың тиреһе, ҡағиҙә булараҡ, аҡ, нескә була. Унда (бигерәк тә ҡанат аҫтарында) ҡан тамырҙары күренеп тора, тәпәйҙәре ваҡ ҡына тәңкәләр менән ҡаплана. Ҡарт тауыҡтың тиреһе беше, һарғылт төҫтә. Тәпәйҙәрендә эре һәм избес ҡатламдары күренгән тәңкәләре була. Әтәстең йәшен тәпәйенең арт яғында үҫеп сыҡҡан шпораның ҙурлығына ҡарап әйтергә мөмкин: йәш әтәстәрҙә (6 айға тиклем) шпора урынында ҙур булмаған оро ғына ҡалҡып тора, ә йәшәгән әтәстәрҙә — ҙур, һөйәккә әйләнгән, 2см һәм хатта унан да ҙурыраҡ, шпора була.

Тауыҡ һәм әтәстәрҙең йәшен күкрәк һөйәгенең осонан да белеп була: ҡарт ҡоштоң был һөйәге ҡатҡан һәм бөгөлмәй, ә йәштеке — һығылмалы, бөгөлөп тора.

Һурпа әҙерләү өсөн иң яҡшыһы йәшәгән, әммә бик ҡарт булмаған һәм уртаса һимеҙлектәге тауыҡ түшкәһен алалар. Сөнки себештәрҙән һәм ҡарт тауыҡтарҙан бешерелгән һурпа үтә күренмәле һәм хуш еҫле булмай. Әгәр ҙә түшкәлә артыҡ май күренһә, уны ҡырҡып алып ташларға, аҙаҡ уны иретеп, төрлө иҙмәләргә, итте ҡурғанда ҡулланырға мөмкин. Ғәҙәттә, бындай майҙы тауыҡтың эс яғынан ҡырҡып алалар.

Ҡурыу өсөн бик ҡарт булмаған, уртаса һәм бер аҙ майлы тауыҡ һәм әтәстәр ҡулай. Ҡарт тауыҡтың итен туралған ризыҡтарға ҡушыу отошло: кәтлит, тефтелиһ.б. Тауыҡтың һөйәгенән, итен һылып алғас, аҙ ғына һыу ҡойоп тәмле һурпа әҙерләргә мөмкин.

Һалҡын тәғамдар өсөн (дерелдек, майонез аҫтындағы тауыҡ һ.б.), шулай уҡ турамаларға ҡушыуға һәр төрлө һимеҙлектәге һәм һәр йәштәге тауыҡ та ярай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. FAOSTAT: ProdSTAT: Livestock Primary. Food and Agriculture Organization (2007). Тәүге сығанаҡтан архивланған 18 февраль 2012. 1 ноябрь 2009 тикшерелгән.