Таха Мәхмүт Мөхәммәт
Таха Мәхмүт Мөхәммәт | |
ғәр. محمود محمد طه | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Судан |
Тыуған көнө | 1909[2][3] |
Тыуған урыны | Руфаа[d], Эль-Гезира[d], Судан |
Вафат булған көнө | 18 ғинуар 1985[4][2] |
Вафат булған урыны | Хартум, Судан[4] |
Үлем төрө | Үлем язаһы |
Үлем сәбәбе | повешение[d] |
Һөнәр төрө | дин белгесе, сәйәсмән, архитектор, яҙыусы, инженер |
Эшмәкәрлек төрө | фәлсәфә |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Republican Brotherhood[d] |
Архивы хранятся в | Халыҡ-ара социаль тарихы институты[d][5] |
Таха Мәхмүт Мөхәммәт (ғәр. محمود محمد طه) (1909 йыл, Руфаа, Инглиз-Мысыр Суданы) — 18 ғинуар 1985 йыл, Хартум, Судан Демократик Республикаһы — Судан дини һәм йәмәғәт эшмәкәре, Туғандар-республикансылар хәрәкәтенә нигеҙ һалыусы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Таха Мәхмүт Мәхәммәт бай булмаған, күп балалы ғаиләлә тыуған. 1936 йылда Хартум колледжын тамамлай, унда инженерға уҡый. Судан тимер юлында бер нисә йыл эшләгәндән һуң үҙенең инженерлыҡ фирмаһын аса. Бер үк ваҡытта Судан милли-азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнаша. 1945 йылда Таха Республика партияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе була, улар Судандың бойондороҡһоҙлоғо һәм йәмғиәтте яңыса ислам башланғысында төҙөү өсөн сығыш яһай. Колониаль администрация тарафынан бер нисә тапҡыр ҡулға алына һәм бер нисә йыл төрмәлә ултыра. 1950 йылдар башында исламдың айырым аңлауын барлыҡҡа килтерә һәм Республика партияһын сәйәси ойошманан республикансыларҙың ағартыу-пропагада хәрәкәтенә әйләндерә.
Үҙенең исеменә ҡарамаҫтан хәрәкәт енестәрҙең тиң хоҡуҡлығы принцибынан сыға, һәм хәрәкәткә ҡатын-ҡыҙҙарҙың ябай ағза булғандарын да, шулай уҡ етәксе булғандарын да йәлеп итә. Таха үҙен асыҡ лекцияларға, матбуғаттарҙа сығыш яһауға һәм китаптар яҙыуға арнап, сәйәсәттә туранан-тура ҡатнашмай. Суданда 1950—1960 йылдарҙа урынлаштырылған бөтә режимдар, уның алдағы, шулай уҡ һуңғы асыҡ сығыштарын һәм китаптарын тыя, сөнки Таха идеология ҡалыптарына яраҡлашмай — ул исламды тупаҫ аңлатыуға һәм Джафар Нимейри һымаҡ ғәрәп милләтселегенә ҡаршы була һәм Израиль менән тыныс һыйышып йәшәү өсөн сығыш яһай.
1983 йылдарҙа властар менән мөнәсәбәттәрҙәге көсөргәнеш апогейына етә, Таха Суданда шәриғәтте индереүгә ҡаршы сыға — ул был илде икегә, мосолман Төньяғына һәм христиан Көньяғына бүлә тип раҫлай. Был тәнҡите өсөн 1983 йылдың май айында уны һәм башҡа 50 туғандар-республикансыларҙы бер ниндәй ғәйепләү белдермйенсә ҡулға алалар һәм төрмәгә ябалар. Киләһе йылдың декабрендә улар иреккә сыҡҡандан һуң Таха «сентябрь закондарына» ҡаршы памфлет баҫтырып сығара (перзидент Нимейри 1983 сентябрендә Суданды «ислам республикаһы» тип иғлан итә), был закондарҙы Таха шәриғәттең исламға ҡаршы боҙоп күрһәтеүе һәм судан халҡын мыҫҡыл итеү тип аңлата, шулай уҡ Төньяҡ менән Көньяҡ араһындағы үҙ-ара һуғышты туҡтатыуға саҡыра. Бының өсөн Таха яңынан ҡулға алына, мөртәтлектә ғәйепләнә һәм аҫыу юлы менән үлемгә хөкөм ителә. Президент Нимейри телемөрәжәғәтендә хөкөмдө раҫлай, һәм Таха 1985 йылдың 18 ғинуарында үлтерелә.
Идея мираҫы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Таха сәйәси исламдың үҙенсәлекле вариантын эшләй, был шул саҡта, шулай уҡ бөгөн дә күп ғәрәп илдәрендә таралған консерватив исламизмға ҡаршы була. Ул Судан йәмғиәтен реформалау һәм кешенең абсолют азатлыҡҡа шәхси яңы конституция өсөн сығыш яһай, ул кешенең шәхси азатлыҡҡа ынтылышын хәҙерге социаль ғәҙеллеккә ихтыяжы менән яраштырырға тейеш. Таха буйынса Судан президентлы, федератив, демократик һәм социалистик республика булырға тейеш. Бындай сәйәси идеалға, уның фекере буйынса, марксизм йәки либерализм аша түгел, ә беренсел ислам аша өлгәшергә мөмкин. Был ысын ислам ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм башҡа дин кешеләренең дискриминацияһын кире ҡаға, бөтә кешеләрҙең тигеҙлеген һәм азатлығын раҫлай.
Исламды ҡайтанан аңлап, Таха Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең Мәккәлә вәғәзе осоро менән уның артабанғы Мәҙинәләге вәғәзе осороноң айырмаһын индерә. Мәккәлә пәйғәмбәр аҙсылыҡта; уның эйәреүселәре йышыраҡ ярлы синыфтарҙан; уға ҡаршы хаким итеүселәр синыфы берләшкән. Шуға күрә был осорҙағы вәғәзе бөтә кешелеккә йүнәлтелгән һәм рухи азатлыҡ менән һуғарылған. Мөрәжәғәтнәмәлә Мөхәммәт әғләҡи ҡиммәттәргә баҫым яһай һәм әгәр ул үгәйһетелгәндәр файҙаһы өсөн булһа, һәр төрлө ижтимағи үҙгәрештәрҙе хуплай. Был вәғәз ҡоллоҡто һәм башлыса ҡайҙа ҡатын-ҡыҙҙар ҡорбан булған йәмәғәт иҙеүенең бөтә формаларын бөтөрөүгә өндәй.
Мәҙинәлә Мөхәммәт башҡа юҫыҡта вәғәз уҡый: ул ислам ҡабул иткән һәм өҫтөн синыфтар ризалығы менән хакимлыҡ итеүсе синыфтар менән килешеү төҙөү. Һөҙөмтә булараҡ, уның вәғәзе социаль мәғәнәһен юғалта һәм дин мәсьәләләре менән генә сикләнә. Шулай уҡ иманһыҙҙарҙың тыныс мәрәжәғәте һәм исламдың дөрөҫлөгө тураһындағы тыныс ышандырыуы тормошто ҡаты сикләүгә өндәгән һәм уларҙы боҙоу осрағында ҡаты язаға тарттырыусы мәжбүри ҡәғиҙәләр вәғәзе менән алмашына.
Таха буйынса исламдың ысын мөрәжәғәтнәмәһе — был Мәккә осорондағы мәрәжәғәтнәмә. Уны ғәмәли тормошҡа ашырыу өҫтөндәге эш бөгөн иҙелгәндәрҙең — эшсе синыфтарҙың һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың көрәшенә ярҙам итеү тигәнде аңлата.
Әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Это мой путь (1952)
- Ислам (1960)
- Значение молитвы (1966)
- Второе послание ислама (1967)
- Ближневосточная проблема (1967)
- Вопросы, стоящие перед арабским миром (1967)
- Коран, Мустафа Махмуд и современное понимание (1970)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Dictionary of African Biography (ингл.) / E. K. Akyeampong, Henry Louis Gates, Jr. — NYC: OUP, 2012.
- ↑ 2,0 2,1 Mahmud Muhammad Taha // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
- ↑ Mahmud Muhammad Taha // MAK (пол.)
- ↑ 4,0 4,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #11909066X // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ http://hdl.handle.net/10622/COLL00126
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Г. Тиса. Таха Махмуд Мохаммед // История политической мысли: учеб. энцикл. словарь-справочник для студентов высших учеб. закл / за наук. ред Н. М. Хомы. — Львов: Новый Мир-2000, 2014. — С. 628.
- O’Sullivan, D. The Death Sentence for Muhammad Mahmoud Taha: Misuse of the Sudanese Legal System and Islamic Shari’a Law? // «The International Journal of Human Rights», Vol. 5, № 3 (Autumn 2001) — P. 45—70.
- Packer, G. The Moderate Martyr: A Radically Peaceful Vision of Islam. // «The New Yorker», September 11, 2006.
- Thomas, E. Islam’s Perfect Stranger: The Life of Mahmud Muhammad Taha, Muslim Reformer of Sudan. — L.: Tauris Academic Studies, 2010. — 288 p.
- Schmidinger, Th. Die zweite Botschaft des Islam. Eine Menschenrechts — und Sozialismuskonzeption aus dem Sudan. // «Context XXI», Nr. 7—8, 2000.