Ташкүл

Координаты: пропущена долгота
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ташкүл
Координаты: пропущена долгота
Страна
РегионСиләбе өлкәһе
Майҙаны1,2 км²
Иң ҙур тәрәнлек34 м
РДҺР14010500711111200007534 
Рәсәй
Силәбе өлкәһе

ТашкүлСиләбе өлкәһенең төньяҡ өлөшөндә Кәҫле районында урынлашҡан күл. Эткүл (Үрге Өпәле округы) күленән, Үрге Өпәле ҡалаһынан алыҫ түгел урынды алып тора.

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Географик координаталары:Оҙонлоғы: 60°33′29.63″E (60.55823), киңлеге: 56°6′24.08″N (56.10669).

Яры буйында урынлашҡан тораҡ пункттар: Үрге Өпәле , Снежинск, Ключи ҡасабаһы.

Яҡындағы күлдәр: Эткүл, Тәрәнкүл, Татыш, Һимеҙкүл (Семискуль), Арыткүл.

Һүрәтләмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Силәбе өлкәһендәге иң тәрән күл булараҡ билдәле — тәрәнлеге 34 метрға етә. Ә һыуы шул тиклем үтә күренмәле, төбөндәге аҡ таштары асыҡ күренеп тора.

Һыу сөсө. Күлдең ярҙары ҡатнаш урман менән уратып алынған. Бында шыршылар, ҡайындар һәм ҡарағайҙар күп. Яр ситтәрендә ерек өҫтөнлөк итә. Ҙур булмаған ҡалҡыулыҡтарҙа таш сығынтылары күренеп тора.

Элек Ташкүл Тәрәнкүл менән тоташҡан булған. Хәҙер ул ҡылымыҡ һаҙланған. Күл юлдары һәйбәт. Соҡор ерҙәр осрай, әммә уларҙы еңел автомобилде үтә ала. Күл төбө таш менән түшәлгән, баҫҡысҡа оҡшаған һикәлтәле , киртләсле, ҡомло, урыны менән ләмле.Урыны менән күл ситенә һаҙлыҡ урындар килеп терәлә.

Иң ҙур тәрәнлек: 34 метр

Максималь оҙонлоғо: 1,4 км

Максималь киңлеге: 0,8 км

Экологик торошо: Һыу бик таҙа, яҡшы һауа торошонда күлдең теләһе ҡайһы нөктәһендә төбө асыҡ күренә. Һыуҙың таҙалыҡ индикаторы булып күлдә тереклек иткән йылға ҡыҫалалары тора.

Күлдең һыу менән тәьмин итеү сығанаҡтары: яуым-төшөм һәм ер аҫты шишмәләре иҫәбенә тулылана. Диңгеҙ кимәленең бейеклеге: 313 метр тәшкил итә.

Өҫкө йөҙөнөң майҙаны: 1,2 км2

Балыҡтарҙан бында алабуға, суртан, һыла, сабаҡ, карп, мәрсен, ҡорман, бағыр тереклек итә. Йыл һайын күлгә һыланың, бағырҙың селбәрәләре ебәрелә.2012 йылда өҫтәп мәрсен селбәрәләрен дә ебәрәләр.

Этимология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күлдең исеме уның төбөндәге таштарҙың күплегенә бәйле бирелгән.

Һылтанма[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]