Эстәлеккә күсергә

Таш баҫҡыс (Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала баҫҡысы
Таш баҫҡыс
Таш баҫҡыс (өҫтән Пушкин яр буйы урамы күренеше)
Таш баҫҡыс (өҫтән Пушкин яр буйы урамы күренеше)
Ил Рәсәй
Проект авторы Франц Боффо
Нигеҙләнгән 1823
Төп ваҡиғалар:
1823 — асыла
2006 — реконструкция
Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 6101222000объект № 6101222000


Таш баҫҡыс — Таганрогтың иҫтәлекле урындарының береһе, Грек урамын Порт урамы һәм Пушкин яр буйы урамы менән бәйләгән баҫҡыс. Оҙонлоғо — 108 метр, киңлеге — 6,5 метр[1]. Проект авторы — архитектор Франц Боффо[2]. Архитектура ҡомартҡыһына ҡарай, 6101222000 код аҫтында Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә инә .

Баҫҡыс 1823 йылда грек сығышлы Таганрог меценаты Герасим Федорович Депальдо аҡсаһына төҙөлә. Үҙенең 1822 йылдың 31 декабрендәге рухи васыятнамәһендә Депальдо былай тип яҙған: «Придворный советник Ковалинский һәм грек Христо йорттары араһынан биржаға төшөү юлы эшләү өсөн тәғәйенләнгән».

Проект авторы тип архитектор Франц Боффо иҫәпләнә. Вадим Кукушин үҙенең билдәле «Түбәнге Дон һәм Аҙау буйы архитектураһы тарихы» монографияһында былай тип яҙа: «Таганрогта баҫҡыс төҙөү идеяһын подполковник П. Македонский бирҙе, ә төҙөлөш эштәре менән инженер Анисимов етәкселек итте»[3]. Петр Иванович Македонский — надворный советник, 18001830 йылдарҙа Таганрог архитекторы, ҡала төҙөлөшө идаралығы буйынса комитет рәйесе.

Баҫҡыс 1823 йылдың 14 сентябрендә эшләнгән була инде.

Таганрог, диңгеҙгә төшкән таш баҫҡыс, 1917 йылға тиклемге фото

Башта таш баҫҡыстың 13 майҙансығы һәм 142 һикәлтәһе булған, өҫкө өлөшөнөң киңлеге 5,42 метр, ә түбәнге өлөшөнөкө — 7,12 метр, оҙонлоғо — 113 метр. Баҫҡыс бейек булмаған кәртәләр менән уратып алынған, сармат эзбизташ плиталар (ҡабырсаҡтарҙан торған күҙәнәкле эзбизташ тоҡомо) түшәлгән. Архитекторҙың ниәте буйынса, әгәр баҫҡысҡа өҫтән аҫҡа ҡараһаң, бөтә дауамында уның киңлеге бер иш кеүек тойола, ә әгәр аҫтан өҫкә ҡараһаң, ул һиҙелерлек тарая. Был эффект һикәлтәләрҙең төрлө киңлеге иҫәбенә өлгәшелгән була. Һуңғараҡ был алым Одессала Потемкин баҫҡысын төҙөгәндә ҡулланыла.

Ҡырым һуғышы ваҡытында, 1855 йылдың 22 майында, ҡаланы артиллериянан атҡандан һуң, йөҙ кешелек инглиз отряды караптан төшөп Депальдо баҫҡысынан өҫкә күтәрелергә маташып ҡарай. Ләкин йөҙ башы Ермолов етәкселек иткән Дон казактары мылтыҡтан мәргән ут аса һәм инглиздәрҙе туҡтата.

Таш баҫҡысҡа капиталь реконструкция 1934 йылда башлана. Гипстан яһалған 30-ға яҡын беҙҙең эраға тиклемге I—V быуаттар антик һындарын: «Капуан Афродитаһы», «Милос эте», «Малай ҡаҙ менән», «Шырау алыусы малай» һәм башҡа скульптуралар ҡуйыу планлаштырыла, улар баҫҡысты биҙәп торорға тейеш була. 1935 йылдың 1 майына төп эштәр башҡарыла: 8 скульптура, 30 Рим һәм грек вазалары ҡуйыла. Төшөү юлы мул йәшелләндерелә, яҡтыртҡыстар һәм прожекторҙар менән яҡтыртыла. Аҫта фонтан менән ике сквер эшләп ҡуйыла, унда һалҡын эсемлектәр һәм туңдырма һатыла.

  • «…үҙе үлгәндән һуң васыят итеп ҡалдырған грек де-Пальданың 15 мең һум иғәнәһе арҡаһында, йәйәүлеләр өсөн матур таш баҫҡыс эшләнде. Аҫтағы өлөшөн эшләп бөтәһе ҡалды, бының өсөн таможня амбарын һатып алып юҡ итергә кәрәк. Баҫҡыс туранан-тура Грек урамына алып сыға, өҫтә кибеттәре менән асыҡ террасалар рәүешендә майҙансыҡтар эшләнгән. Бында ярты сәғәттә ирекһеҙҙән ял итерһең, бигерәк тә кискә табан, бөтә каботаж кәмәләр әйләнеп ҡайтҡанда һәм каюталарында уттар балҡығанда — бер ни менән дә сағыштырғыһыҙ» — П. П. Свиньин, «Таганрог», 1825.

2003 йылдан алып йыл һайын, Таганрогта ҡала Көнөн байрам итеү сиктәрендә, Таш баҫҡыс буйынса «188 баҫҡыс»[4] уҙышы үткәрелә.

2006 йылда реставрация үткәрелә, уның барышында сармат эзбизташ баҫҡыстар гранит менән алмаштырыла. Был ҡарарҙы ҡала халҡы төрлөсә ҡабул итә, уларҙың күбеһе был эш Таш баҫҡыстың тарихи колоритын юҡҡа сығара тип уйлай[5].

2012 йылда Таш баҫҡыс «Рәсәй мөғжизәһе 2012»[6] конкурсының төбәк этабына индерелә

2013 йылдың авгусында Таганрог ҡала мэры Владимир Прасолов сираттағы Таш баҫҡыс итәгендә «Таганрог — хәрби дан ҡалаһы» стелаһы ҡуйыу тураһында ҡарар ҡабул ителеүен иғлан итә[7]. Стела ҡуйыу өсөн яңы урын тураһында ҡарар матбуғат һәм ябай ҡала халҡы яғынан тәнҡит утына дусар булды[8][9][10].

2014 йылдың яҙында Таш баҫҡыс итәгендә реконструкцияланған «La Bouche» рестораны асыла. Был, урындағы журналистар фекере буйынса, тарихи архитектура ҡомартҡыһының бөтөнлөгөнә һиҙелерлек ҡурҡыныс тыуҙыра[11].

Йәйге миҙгелдә Таш баҫҡысты аҙна һайын янғын һүндереү шлангы ярҙамында йыуҙыралар[12].

  1. Назаренко И. В. Каменная лестница // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 377.
  2. Собств. корр. Каменная лестница Таганрога стала частью легенды о русской Ассоль(недоступная ссылка) // Агентство Национальных Новостей. — 2006. — 19 сент.
  3. Кукушин В. С. История архитектуры Нижнего Дона и Приазовья. — Ростов-на-Дону: ГинГо, 1996. — С. 38.
  4. Собств. корр. Десять лет подряд таганрожцы покоряют 188 ступеней // www.tagancity.ru. — 2013. — 14 сент.
  5. Tyoha Реконструкция Старой Каменной лестницы(недоступная ссылка) // www.taganrog.ru. — 2003. — 22 мая.
  6. Миронова Е. В Ростовской области выбирают самое чудесное место в России // Комсомольская правда. — 2012. — 26 июля.
  7. Челнокова В. Стеле место нашли, лошадям — пока нет // Таганрог. — 2013. — 9 авг. — С. 1.
  8. Собств. корр. Стелу воинской славы Таганрога установят возле Старой каменной лестницы // bloknot-taganrog.ru. — 2013. — 26 авг.
  9. Собств. корр. Таганрогские власти в третий раз «окончательно» определились с местом установки стелы города воинской славы 2013 йыл 16 октябрь архивланған. // Русская Планета. — 2013. — 26 авг.
  10. Кандыбко О. О воинской славе Таганрога, муниципальных напастях и скверных городских историях // — 2013. — 8 окт.
  11. Собств. корр. Каменная лестница в стиле la-bouche // Таганрогская правда. — 2014. — 16 мая.
  12. Проницательный Г. В Таганроге у каменной лестницы бывают «банные дни» // www.ruffnews.ru. — 2015. — 25 авг.