Эстәлеккә күсергә

Тбилиси мәсете

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тбилиси мәсете
груз. თბილისის მეჩეთი
Нигеҙләү датаһы 1723
Рәсем
Изображение интерьера
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Тбилиси
Архитектура стиле неоготика[d]
Вид в ночное время
Изображение памятной доски
Вид с воздуха
Изображение входа
Карта
 Тбилиси мәсете Викимилектә

Тбилиси мәсете (груз. თბილისის მეჩეთი) — Грузияның баш ҡалаһы Тбилиси ҡалаһында урынлашҡан ғибәҙәтхана, йәмиғ мәсете.

Давид Гвелесиани. Иҫке Тбилиси. 1930 йыл

17231735 йылдарҙа төрөктәр тарафынан төҙөлә. Полководец, Иран шаһы (1736-1747 йылдар) Нәдир шаһ бойороғо буйынса һүтелә. 18461851 йылдарҙа Италия архитекторы Джовани Скудиери проекты буйынса ҡабаттан төҙөгән. Әммә 19-сы быуатта уны тағы һүтәләр һәм урынына бөгөн дә эшләгән яңы мәсет һалалар. Тбилисиҙа берҙән-бер ғәмәлдәге мәсет.

Мәсет бинаһы ике ҡатлы, ҡыҙыл кирбестән төҙөлгән. Архитектураһында ислам архитектураһы өлгөләре менән бер рәттән неоготик элементтар ҙа ҡулланылған. Бер манаралы. Мәсет эсе төрлө төҫтәге матур яҙмалар менән биҙәлгән. Бина Тбилисиҙың тарихи үҙәгендә Абонатубани кварталында Ботаника урамында Нарикала ҡәлғәһе йәнәшәһендә урынлашҡан. Мәсет эргәһендә Тбилисиҙың тарихи йөҙөн билдәләүсе атаҡлы Орбелиани мунсалары һәм башҡа матур тарихи биналар урынлашҡан[1].

Мәсет Грузияның Мәҙәниәт министрлығы балансында тора, әммә шуға ҡарамаҫтан әлегәсә рәсми статусҡа эйә түгел[2].


  • «საქართველოს ძველი ქალაქები: თბილისი», 2006 წ. მეორე გამოცემა. ISBN 99940-0-923-0[3]
  • Кантариа К. Мечети города Тбилиси // Prometheus. № 5. Париж, 2010.