Эстәлеккә күсергә

Театр майҙанында фонтан (Дондағы Ростов)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Театр майҙанында фонтан
Нигеҙләү датаһы 1936
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Пролетар районы
Урынлашҡан урамы Театр майҙаны (Дондағы Ростов)
Булдырыусы Евгений Викторович Вучетич[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Карта
 Театр майҙанында фонтан (Дондағы Ростов) Викимилектә

Театр майҙанында фонтанРостов өлкәһенең Дондағы Ростовта иң ҙур фонтан.

1936 йылда М.Горький исемендәге театр төҙөп бөтөлөү менән йәнәшәлә уртаһында фонтан менән Театр скверы төҙөлә. Уның авторы йәш скульптор Ростов сәнғәт училищеһын тамамлаусы Евгений Вучетич була.

Фонтан постаментта атланттарҙың скульптура төркөмөнән ғибәрәт. Төркөмдө тәлмәрйен һәм гөбөргәйелдәр һыны уратып ала. Имеш-мимештәр буйынса, ниндәйҙер «гонаһтары» өсөн Е.Вучетич йәнлектәрҙең сырайҙарына үс итеп ҡала начальниктарының йөҙ һыҙаттарын биргән. Скульптура һындары аҡ цементта бетондан эшләнә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фонтан емерелә, 1950 йылда тулы күләмендә тергеҙелә.. Әммә 1970 йылда гөбөргәйел һәм тәлмәрйендәре булмай. Күрәһең, 20 йыл эсендә скульптура элементтары туҙа, тереклекте бөтөнләй алалар, ә атланттарға ярҙамға табаҡ үҙәгендә таяу ҡуялар.

1999 йылда Дондағы Ростовтың 250 йыллығы алдынан фонтанға тәүге ҡиәфәтен биреп тергеҙәләр. Тик материалдары ғына үҙгәрә: подиум тәбиғи таш менән көпләнә, атланттар, тәлмәрйен һәм гөбөргәйел һындары баҡырға сүкеү техникаһы менән башҡарыла. Кисен фонтан төрлө төҫтәге уттар менән балҡый. Фонтан тиҫтә йылдар инде ҡала халҡын һәм килгән ҡунаҡтарҙы үҙенең матурлығы менән ҡыуандыра.