Телеуттар
Телеуттар | |
көн. алт. Тэлэңэт, тэлэңут ингл. Telenget, Telengut | |
Туған тел | телеутское наречие[d] |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Кемерово өлкәһе |
Урын | Алтай[d] һәм Салаирский кряж[d] |
Халыҡ һаны | 2217 кеше (2021)[1] |
Ҡулланылған тел | урыҫ теле һәм телеутское наречие[d] |
Телеуттар (үҙатама теленнет, тадар, байат-пачат) — Рәсәй Федерацияһы, Көнбайыш Себерҙең көньяҡ-көнсығышында төрки телле күсмә халыҡтарҙан килеп сыҡҡан аҙ һанлы төрки төп халыҡ. Телеуттарҙың теле һәм мәҙәниәте алтай халҡының теле һәм мәҙәниәте менән тығыҙ бәйләнгән, уларҙың этнотерриториаль төркөмө булып 1993 йылға тиклем рәсми рәүештә һаналғандар[2].. Хәҙерге телеуттар Кемерово өлкәһенең көньяҡ райондарында күпләп йәшәйҙәр.
Телеуттарҙың Y-хромосома гаплотөркөмдәре R1a1 (55,3 %), C3xM77, N1c1, R1b*, R1b3, I, J[3][4][5].
Йәшәгән ерҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Россия Федерацияһында 2643 телеут йәшәй(2010), уларҙан 2534 кеше Кемерово өлкәһендә көн итә.
Телеуттар башлыса ауылда йәшәй. 2000-гә яҡын кеше Беково, Челухоево, Верховская, Шанда һәм Нови-Бачати ауылдарында йәшәй[6].
Телдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Телеут теле алтай телдәре ғаиләһенең төрки телдәр төркөмөнең ҡырғыҙ-ҡыпсаҡ (Хакас) телдәренә ҡараған айырым тел, йәки башҡа классификация буйынса көньяк алтай теле (ысын алтай) диалекты. Һуңғы осраҡта ла ул Кемерово өлкәһендә генә түгел, Алтай Республикаһы һәм Алтай крайы территорияһында киң таралған. Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 2010 йылда 975 кеше (телеуттарҙың яҡынса 37%) Рәсәйҙә телеут телендә һөйләшкән. Шул уҡ ваҡытта, телеуттарҙың барыһы да тиерлек русса һөйләшә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Телеуттарҙың ата-бабалары - уғыҙҙарҙың теле ҡәбиләһе ((динлин, доланьгэ, теленгут һ.б.), Джунгария менән Үрге Обь буйы араһында күсенеп йөрөгән. Джунгарҙар менән тығыҙ бәйләнгән. 17 быуат башында урыҫ сығанаҡтарында Телеут ере (рус. Телеутская землица (Телен орда)) тип телгә алына)[7].
1930 йылдарҙа атайлыларға һәм татарҙарға индергәндәр. 1990 йылда «Эне Байат» ассоциацияһы төҙөлә, телеут халҡы съездары үткәрелә башлай, 1992 йылда «Телеут халҡының үҙбилдәләнешкә хоҡуғы тураһында» декларация ҡабул ителә. РФ аҙ һанлы халыҡтарының Берҙәм исемлегенә индерелгәндәр[8].
Мәҙәниәте һәм дине
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Православие динендәләр, традицион инаныс тотоусылар ҙа һаҡлана.
Мәҙәниәткә теленгиттар һәм хакастарға яҡын.
Этнографик тикшеренеүҙәр буйынса[9], борон телеуттар күп халыҡтарҙа осорай торған һауала ерләү йолаһын ҡулланғандар (йәғни, мәйет ергә күмелмәй).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2020—2021 годов
- ↑ https://web.archive.org/web/20200205210558/http://www.valerytishkov.ru/engine/documents/document1913.doc
- ↑ Харьков В. Н. и др. Сравнительная характеристика генофонда телеутов по данным маркеров Y-хромосомы // Генетика.- 2009.- т.45.- №8.- С.1132 – 1142.
- ↑ Kharkov V. N., Medvedeva O. F., Luzina F. A., Kolbasko A. V., Gafarov N. I., Puzyrev V. P., Stepanov V. A. Comparative characteristics of the gene pool of Teleuts inferred from Y-chromosomal marker data, 2009.
- ↑ Derenko M., Malyarchuk B., Denisova G. et al. «Contrasting patterns of Y-chromosome variation in South Siberian populations from Baikal and Altai-Sayan regions»//Human Genetics, 2006. 118: 591-604.
- ↑ База микроданных Всероссийской переписи населения 2002 года . Дата обращения: 19 ноябрь 2012. Архивировано из оригинала 12 июль 2019 года. 2019 йыл 12 июль архивланған.
- ↑ Телеуты//Большая российская энциклопедия(недоступная ссылка)
- ↑ Телеуты//Большая российская энциклопедия(недоступная ссылка)
- ↑ Г. Ю. Ситнянский, О ПРОИСХОЖДЕНИИ ДРЕВНЕГО КИРГИЗСКОГО ПОГРЕБАЛЬНОГО ОБРЯДА.Печатная версия://Среднеазиатский этнографический сборник. Выпуск IV.М.,2001.С.175-180 . Дата обращения: 19 июнь 2012. Архивировано из оригинала 23 июнь 2012 года. 2012 йыл 23 июнь архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Телеуты // Сибирь. Атлас Азиатской России. — М.: Топ-книга, Феория, Дизайн. Информация. Картография, 2007. — 664 с. — ISBN 5-287-00413-3.
- Телеуты // Народы России. Атлас культур и религий. — М.: Дизайн. Информация. Картография, 2010. — 320 с. — ISBN 978-5-287-00718-8.
- Телеуты / Функ Д. А. // Телевизионная башня — Улан-Батор. — М. : Большая российская энциклопедия, 2016. — С. 11. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов ; 2004—2017, т. 32). — ISBN 978-5-85270-369-9.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сервер Совета Федерации: телеуты 2020 йыл 20 октябрь архивланған.
- Сайт Российской ассоциации коренных народов Севера: телеуты
- Телеуты Кемеровской области
- Информация из Полярной энциклопедии школьника «Арктика — мой дом: Народы Севера Земли»: телеуты
- Сайт «Заполярье»: телеуты 2010 йыл 18 февраль архивланған.
- сайт «Народы России»: телеуты 2020 йыл 12 июнь архивланған.
- Телеуты надеются на Бога и духов
- Телеутское население Нижнего и Среднего Причумышья Алтайского края по устным и сторическим источникам 1996—2002 гг.: идентификация и интерпретация
- Колесникова С. С. Особенности Я-Концепции подростков с аддиктивным поведением в Телеутском этносе