Эстәлеккә күсергә

Телмәр институты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Телмәр институты
Нигеҙләү датаһы 15 ноябрь 1918
Рәсем
Дәүләт  Совет Рәсәйе
 СССР
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Тамамланыу датаһы 1924
Карта

Телмәр институты (рус. Институт живого слова) — 1918—1924 йылдарҙа Петроградта эшләгән фәнни һәм белем биреү йорто.

Институтҡа театр белгесе һәм актер В. Н. Всеволодской-Гернгросс 1918 йылдың ноябрендә нигеҙ һала. Уҡыу йорто Халыҡ Мәғарифы комиссариаты ҡармағында була.

1918—1919 йылдарҙа институтта В. А. Луначарский, С. М. Бонди, Н. С. Гумилев, А. Ф. Кони, В. Э. Мейерхольд, Л. В. Щерба, М. Б. Эйхенбаум, М. Д. Эйхенгольц, Н. А. Энгельгардт, Л. П. Якубинский, К. Сюннерберг (1923—1924 йылдарҙа институт рәйесе) эшләй.

Институтының бурысы булып: 1) телмәр һәм уға бәйле дисциплиналар өлкәһенә ҡараған мәсьәләләрҙе фәнни-практик йәһәттән эшләү. 2) педагогика (дөйөм мәктәбе уҡытыусылары һәм телмәр сәнғәте уҡытыусылары өсөн), ижтимағи-сәйәси (ораторҙар, суд, рухи, сәйәси һ. б. сығыш яһаусылар) һәм нәфис (шағирҙар, яҙыусылар, сәсәндәр, актерҙар, йырсылар һ. б.) телмәр оҫталарын әҙерләү. 3) телмәр өлкәһендәге белемде таратыу һәм популярлаштырыу.

Өс — ғилми, уҡытыу һәм мәғрифәт — бүлек була. 1919 йылдар уртаһына уҡыу йортонда 800 студент иҫәпләнә. Төп эшмәкәрлек театр сәнғәтенә йүнәлтелә.

Институт уҡытыусылары ятаҡта йәшәү этикаһы һәм зауығы, матур телмәр, бәхәс теорияһы, телмәр сәнғәте, телмәр һәм фекерләү психологияһы һәм башҡалар буйынса лекциялар курсының махсус программаһын тәҡдим итә (1919 йылда «Записки Института Живого Слова» баҫылып сыға).

1923 йыл башында Брюсов инициативаһы буйынса институты Главпрофобр системаһынан сығарыла, был уны шәхси уҡыу йорто статусына тиклем төшөрә[1].

1924 йылдың яҙында властар Телмәр институты «Ленинградта былай ҙа күп булған башҡа тетар студияларын ҡабатлай» тип нигеҙләп, уҡыу йортон ябырға ҡарар итә[2]. Институттың ораторлыҡ бүлеге базаһында Телмәр агитацияһы һәм техникаһы дәүләт курсы асыла[2].

  1. Т. М. Горяева. «Фабрика поэтов». К истории Института живого слова // Встречи с прошлым. Выпуск 11. — М.: РОССПЭН, 2011. — С. 234. — ISBN 978-5-8243-1582-0.
  2. 2,0 2,1 Брандист, 2007
  • К. Брандист Константин Сюннерберг (Эрберг) и исследование и преподавание живого слова и публичной речи в Петрограде-Ленинграде. 1918—1932 гг. // Ежегодник Рукописного отдела Пушкинского дома. 2003—2004. — 2007. — С. 58—82.