Эстәлеккә күсергә

Тел буйынса локалләштереү

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тел буйынса локалләштереү

Тел буйынса локалләштереү  (лат. locus — урын), йәғни ерләштереү — продуктты билдәле бер илдең, төбәктең йә халыҡ төркөмөнөң үҙенсәлектәренә   мәҙәни  яраҡлаштырыу һәм тәржемә итеү.  «Продукт» тигәндә теләгән бер тауар йә хеҙмәт  күҙҙә тотола. Продуктты айырым баҙарҙың талаптарына дөрөҫ итеп яраҡлаштырыу өсөн был төбәктең мәҙәниәтен төрлө яҡлап өйрәнеү мөһим. 

Йыш ҡына ерләштереү программа тәьминәтен,  видеоуйындарҙы йә  веб-сайттарҙы тәржемә итеүгә һәм мәҙәни яраҡлаштырыуға ҡайтып ҡала. Һирәк осраҡтарҙа был термин текстарҙы тәржемә итеүгә (әлбиттә, мәҙәни яраҡлаштырыу аша) ҡағыла. Продуктты ерләштереү  халҡы сит телдә һөйләшкән илдәрҙә һәм төбәктәрҙә генә түгел, бер үк тел шарттарында ла тормошҡа ашырылырға мөмкин.  Мәҫәлән, Испанияла  һәм Латин Америкаһында бер үк испан теле ҡулланыла, әммә уның диалекттарына идиоматик әйтемдәр төрлөлөгө хас. Инглиз теле рәсми тел булған илдәрҙә лә  (АҠШ, Бөйөк Британия йәки Филиппин) идиоматик әйтемдәрҙә айырма күп.

Локалләштереү ҡайһы берҙә  L10N (бында L — инглиз телендәге  localisation һүҙенең беренсе хәрефе, 10 — төшөрөп ҡалдырылған хәрефтәрҙең һаны һәм N — һуңғы хәреф) ҡыҫҡартмаһы менән тамғалана.

Дөйөм процесс: интернационалләштереү, глобалләштереү һәм ерләштереү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Интернационалләштереү, глобалләштереү һәм  ерләштереү нигеҙендә ике төп техник процесс ята.

Глобалләштереү процесы

(LISA сайты материалы)[1]

Беренсе аҙым —  интернационалләштереү. Ул проектты  планлаштырыуҙан һәм әҙерләүҙән, йәғни халыҡ-ара баҙарға яраҡлаштырыуҙан тора. Маҡсаты — продукт теләһә ҡайһы тел мөхитенә йә илгә еңел яраҡлаша алһын өсөн унда булған бөтә мәҙәни үҙенсәлектәрҙе юҡ итеү. Әгәр башланғыс осорҙа уҡ төбәккә хас билдәләр  тулыһынса алып ташланмаһа,  локалләштергән саҡта мәшәҡәт күбәйә,  сығымдар арта, ваҡыт  сарыф ителә.  Айырым осраҡтарҙа глобалләштерелмәгән продукт локалләштерелә алмай.  

Икенсе баҫҡыс булып продуктты билдәле бер баҙарға яраҡлаштырыу тора. Локалләштереү буйынса  стандарттар ассоциацияһы (Localization Industry Standards Association йәки LISA) тәҡдим иткән классификацияға ярашлы, ерләштереү лингвистик, физик, хеҙмәт, мәҙәни һәм техник аспекттарҙы солғай. Был баҫҡыстың ахырында продукттың дөрөҫ эшләүен һәм клиенттарҙың талаптарына яуап биреүен тикшереү өсөн тест үткәрелә. 

LISA тәҡдим иткән билдәләмәгә ярашлы, глобалләштереүҙе «оҙон юллы процесс урынына цикл рәүешендә үткәреү яҡшыраҡ булыр ине». Глобалләштереү — тимәк, алда уҡ күп милләтле аудиторияны күҙҙә тотоп, продуктты һәм  уны таратыу юлдарын баштан уҡ уйлап эшләү. Был уны һәр илгә йә төбәккә яраҡлаштырыу менән бәйле мәшәҡәттәрҙе һәм сығымдарҙы  күпкә кәметер ине. Ерләштереү дөйөм глобалләшеү процесының бер өлөшө булып тора.   

Тәржемә һәм ерләштереү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Локалләштереү йыш ҡына  «юғары кимәлле тәржемә» тип ҡарала, ләкин был раҫлау процестың бар мөһимлеген һәм ҡатмарлылығын, уның эсенә нимәләр ингәнен сағылдыра алмай.  Ҡайһы берҙә тәржемә менән ерләштереү араһында ниндәйҙер сик үткәреп булмаһа ла, ерләштереү күберәк тауарҙың йә хеҙмәттең текстан башҡа компоненттарына  ҡағыла, ул  «тәржемә» тигән төшөнсәнән күпкә киңерәк. Тәржемәгә (йәғни грамматика һәм  орфография  мәсьәләләренә) өҫтәп,  ерләштереү шулай уҡ  график компонентты, валюталар символдарын, дата, адрес, телефон номеры форматтарын яраҡлаштырыуҙы, башҡа күп деталдәрҙең төҫөн, продукттың физик структураһын ҡайтанан ҡарауҙы ла үҙ эсенә ала. «Тәржемә» һәм «ерләштереү» тигән төшөнсәләр бер-береһенән айырым да йәшәй ала.  

Бөтә был үҙгәртеүҙәр, беренсенән,  айырмаларҙы  асыҡлау һәм бөтөрөү, ерле халыҡ һәм уның мәҙәниәте менән һыйышмауға юл ҡуймау, икенсенән,  урындағы ихтыяждарға яраҡлашып, урындағы баҙарға үтеп инеү маҡсатында үткәрелә. Мәҫәлән,  ерләштереү һөҙөмтәһендә бер үк компанияның веб-сайты аныҡ илдгә яраҡлаша, бер үк китап, нәшер ителгән төбәккә ҡарап, үҙгәрештәр кисерә.  

Глобалләштереү һәм ерләштереү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Глобалләштереү  продуктты ерләштереү буйынса өҫтәмә эште мөмкин тиклем әҙәйтеү  маҡсатында эш итә. Мәҫәлән, быға тиклем АҠШ-та ғына эшләгән компания Ҡытайҙа төп офисын асырға йыйына һәм ҡытай телендәге веб-сайтта мохтажлыҡ кисерә икән ти. Ул ике илдә лә әҙ-мәҙ генә үҙгәрештәр менән бер үк продуктты тәҡдим итә, ләкин сайттың АҠШ-тағы нөсхәһендә ҡытайҙарға оҡшамаҫтай элементтар, әйтәйек, флагтар, төҫтәр йә милли символика, ауаздар булыуы мөмкин. Шул арҡала компания баҙарҙың бер өлөшөн юғалтыуы ихтимал. 

Өҫтәүенә, компанияға үҙ продуктын яңы  һатып алыусыларҙың талаптарына ла яраҡлаштырырға кәрәк, был йәһәттән компьютер уйындары иң яҡшы миҫал булып тора [2][3].

Йәнә компания, әйтәйек, 12 илдә офис асырға һәм был илдәрҙең бөтәһенә лә сайтын яраҡлаштырырға йыйына, тип фараз итәйек. Сайтты һәм продуктты илдәрҙең һәр береһенә яраҡлаштырыу өсөн  ошо  өлкәләге белгес  компанияға дөйөм стратегия эшләргә — компания эштәренә идара итеүҙе глобалләштерергә — тәҡдим итә. Компания глобаль стратегияны системалаштырыу һәм  эшләтеү менән мәшғүл булған структура ойоштора ала.  Был  ерләштерелгән бөтә 12 офис өсөн дөйөм етәкселекте тәьмин итә. 

Һырлара локализация технологияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Технологияһы ҡулланыу ҡайһы бер тәржемә һәм локализация булдыраҡ моң тиңдерлек аспектка һүлде айыртылыр[4][5]. Хәҙерге ваҡытта индустрия определяет тереүсе, редактуралау һәм аңлатмаларды технологиялар арҡаһында башкаруға майлығын күрһәтә. Бөйөк арти булырға: проекттарҙы башкару булдыраҡ эш фағәлектәргә автоматлаштыру, терминологиялаң согласностиһы, төп нөхсәсең саҡларыу. Күп ҡулланылған тел технологияларына килә:

  • Тәржемәләрҙе башкарыу системаһы (TMS)
  • Автоматһыҙ тәржемә (CAT)
  • Машиналы тәржемә (MT)
  • Тәржемәләр һаһалығы (TM)
  • API-белән эчтәлек башкарыу системаһы (CMS)

Тәржемәләрҙе башкарыу системаһы (TMS) - бу тәржемә һәм локализация проекттарын төҙөтерү һәм легенле гөйрәлеүләрен кәмү келәүсе машиналарна ярҙам иткән программа тәминлеге[6][7]. Локализация проектянда биш задан адамның һорауҙарында була торған фағәлеккәләре бар. Бу, TMS-ның һәр кешенең теләгән эшҗәтенлектәрен генә тәркәйеүсе баһар булыуыны кирәк саҡлар. TMS проект башкарыу эш фағәлектәрен һайландырыу һәм автоматҡайландырыуҙы ҡаршылаған, проекттар буйынса мәғлүмәттәрҙе тапшырҙы, хисапламалар түҙетә яки кырха интеллектуаль тәржемә (машинный перевод), тәржемәләр һаҡлығы (TM) кибе өлөштәргә РОҘ берә, ҡаҙан көрәле, үҙе гараантәләр күсәргә дымыл ҡүлланыу ываларын бире[8][9][10].

Компьютер оюндарын локализацияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Оюндар фаһарлары ниндә яҙылған дәүләт йыйемлыан арағаҙа ирешү яҙылған оюндар локализацияһы - бу оюнды тыҙ ла игән итеп аҡ юйынға быраҡлау процессы. Оюндың исеме, фөнерле материалдар, жайлы бойындыҡ, нөмихтәр, шулай уҡ өкенчелек һәм юридик аерымлыҡтар ғөмү буйлап үҙгәртелә.

Локализация алды менән оюн яҙыуҙары мағлүм таныу факторларын, икеңсәй иместең яңышкы таңышаудың фән буһашын ҡабул итәләр. Ирекле аҙырлы локализациялар оюн яҙыусылар йәки тышҡы тәржемә китапханаһы тарафынан эшкәртелә[11]. Йәки тәртыйлер араһында маңҙылыҡ локализациялар һис киң меңгерелә[12].

  1. What is Globalisation? (неопр.) (недоступная ссылка). LISA. Romainmôtier, Switzerland: Localisation Industry Standards Association. Проверено 6 сентября 2010. Архивировано 24 марта 2008 года.
  2. Chandler, Heather Maxwell (October/November 2008). «Practical skills for video game translators». MultiLingual (Sandpoint, Idaho: MultiLingual Computing)
  3. Crosignani, Simone; Ballista, Andrea; Minazzi, Fabio (October/November 2008). «Preserving the spell in games localisation». MultiLingual (Sandpoint, Idaho: MultiLingual Computing).
  4. The Role of Technology in Translation and Localization: Tools and Innovations. www.daytranslations.com. Дата обращения: 10 июль 2024.
  5. The Impact of Translation Technologies on the Process and Product of Translation. ijoc.org. Дата обращения: 10 июль 2024.
  6. Why Do You Need a Translation Management System (TMS) and How to Choose One? crowdin.com. Дата обращения: 10 июль 2024.
  7. Translation Management Systems (TMS): A Comprehensive Guide. www.motionpoint.com. Дата обращения: 10 июль 2024.
  8. Translation (Project) Management Systems Myth Debunked. minitpms.com. Дата обращения: 10 июль 2024.
  9. What is a Translation Management System and Do I Need One. tarjama.com. Дата обращения: 10 июль 2024.
  10. BMS or TMS—Which letters do you need for your business? www.plunet.com. Дата обращения: 10 июль 2024.
  11. 3 Video Game Localization Lessons We Wish We Had Known From the Start. wordfoxes.com. Дата обращения: 10 июль 2024.
  12. Video Game Localization Examples: Good, Bad, and Ugly. www.bureauworks.com. Дата обращения: 10 июль 2024.