Эстәлеккә күсергә

Темәс ҡурғандары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Темәс ҡурғандары
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Баймаҡ районы
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]

Темәс ҡурғандары — һуңғы сармат мәҙәниәтенең археологик ҡомартҡыһы. II—III быуаттарға ҡарай. Баймаҡ районы Темәс ауылынан 2,5-3 км алыҫлыҡта Һаҡмар йылғаһының уң ярында «Ҡарағай морон» (башҡ. Ҡарағай морон)[1][2]. Географик яҡтан дала һәм урман-дала ландшафт-климатик зонала ята[3].

Археологик яҡтан 1963 йылда М. Х. Садиҡова, 1970—1972 йылдарҙа Н. А. Мәжитов, М. Ш. Рәзәпов өйрәнә. Тупраҡ өйөмлө ҡурған ҡәберлектәренә ҡарай. 19 ҡурған бар (диаметры 8-20 м, бейеклеге 0,5 м), уларҙың 7-һе ҡаҙылған. Ҡәберҙәге мәйеттәр баштары менән төньяҡҡа ҡарай арҡаһына ятҡырып ерләнгән. Баш һөйәктәре махсус рәүештә "һундарҙың матурлыҡ стандарты"на ярашлы үҙгәртелгән[4]. Ҡәбер соҡорҙары киң дүртмөйөш формаһында.

Парлы, коллектив (5-се һәм 7-се ҡурған — парлы ерләүҙәр, 3-сө һәм 8-се(2) ҡурған — коллектив[5]) ҡәберлектәр осрай. Керамика Урта Азия сәнғәтенә ҡараған көршәктәр һәм әүәләгән һауыттар менән һынлана. Ҡәберҙәрҙә бронза шөңгөрҙәр, тимер ҡаптырмалар (фибула), орнаментлы көҙгөләр, бронза һәм көмөш айылдар (бляшка), бронза һәм алтын алҡалар, бронза һәм тимер йөҙөктәр, тимер сым беләҙектәр, быяла, аҡыҡ, лигнит һәм таш мунсаҡтар, башҡа әйберҙәр осрай[6]. Алҡалар Көньяҡ Урал өсөн хас үҙенсәлектәргә эйә.

Материалдар РФА Өфө фәнни үҙәгенең Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Ҡомартҡылар урынында тәүҙә музей-ҡурсаулыҡ ойоштороу ҡарала, әммә аҙаҡ ылыҫлы ағастар үҫтереү өсөн плантация өсөн һөрәләр.

Был ҡурғандарҙа табылған предметтар шулай уҡ Көнбайыш Ҡаҙағстандағы Лебедев ҡәберлегенең һуңғы сармат осоро ерләүҙәрендә осрай[7]. Мәҫәлән, Лебедев комплексындағы ҡурғанда табылған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн алтын айылдар[8] Темәс ҡәберлектәрендәгенә оҡшаш[9].

  1. «Ночь в музее» в Темясовском историко-краеведческом музее. Национальный музей Республики Башкортостан (22 май 2013). Дата обращения: 25 декабрь 2016.
  2. ИКЦ Темясово. Темясовский сельсовет муниципального района Баймакский район Республики Башкортостан. Дата обращения: 25 декабрь 2016. 2016 йыл 25 декабрь архивланған.
  3. И. Э. Любчанский. Этнокультурная ситуация в южном зауралье в первой половине 1 тысячелетия нашей эры. Библиотека истории. Дата обращения: 25 декабрь 2016. 2016 йыл 26 декабрь архивланған.
  4. А. Ф. Яминов, С. А. Яминова Историко-археологический и ландшафтный музей-заповедник «Ирендык» // Вестник Академии наук Республики Башкортостан.. — 2011. — Т. 16. — № 3.
  5. С. А. Перевозчикова Калачиковидные украшения на территории Евразии в первой половине I тыс. н. э. // Вестник Челябинского государственного университета.. — 2009. — Т. 36. — № 31(135).
  6. Сергей Геннадьевич Боталов. Гунны и тюрки. История мира. Дата обращения: 25 декабрь 2016.(недоступная ссылка)
  7. М. Г. Мошкова. Позднесарматские погребения Лебедевского могильника в Западном Казахстане. // Железный век // Краткие сообщения Института истории материальной культуры. Краткие сообщения Института археологии.. — Москва: «Наука», 1982.
  8. Комплекс Лебедевка находится в Западном Казахстане (Каратобинский район) между степными речками Кайдыбайты и Утва
  9. М. Г. Мошкова. Женское погребение в кургане 2 из лебедевского могильного комплекса. Древние кочевые и некочевые народы. Дата обращения: 24 декабрь 2016.
  • Пшеничнюк А. Х., Рязанов М. Ш. Темясовские курганы позднесарматского времени на юго-востоке Башкирии. — Древности Южного Урала. Өфө, 1976
  • А. Х. Пшеничнюк. Темясовские курганы. Башкирская энциклопедия. Дата обращения: 25 декабрь 2016.(недоступная ссылка)