Архитектура теорияһы
Архитектура теорияһы | |
Өйрәнеү объекты | архитектура |
---|---|
Архитектура теорияһы Викимилектә |
Архитектура теорияһы — архитектура тәбиғәте, үҙенсәлектәре һәм уның дөйөм закондары тураһындағы фән[1].
Архитектура теорияһы архитектураның фундаменталь мәсьәләләрен эшләү проблемаларын:
- уның социаль һәм социаль-функциональ аспекттарын, форма һәм стилен яһауҙы, семантикаһын, эстетикаһын һәм художестволы образын, шулай уҡ техник-конструктив, иҡтисади, социаль-мәҙәни һәм экология менән бәйләнгән эшмәкәрлеген, төбәк һәм этно-мәҙәни үҙенсәлектәрен, тарихи-мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауҙы, архитектура мираҫтарын, традициялар һәм новаторлыҡ мөнәсәбәттәрен, тарихи тәжрибәһен ижади үҙләштереүҙе;
- ҡала төҙөлөшө һәм архитектура ҡомартҡыларын асыҡлау һәм өйрәнеүҙе, боронғонан алып хәҙерге ваҡытҡа тиклем профессиональ оҫталыҡтың үҫеше үҙенсәлектәрен һәм закондарын, Рәсәй архитектураһының донъя архитектураһын ижад итеү процесында тотҡан ролен һәм урынын билдәләүҙе — үҙ эсенә ала[2][3].
Архитектура теорияһы предметы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һәр бер фәнни дисциплинала үҙенең предметы һәм уны аңлау объекты бар. Архитектура теорияһы архитектураға биналар һәм ҡоролмалар проектлау һәм төҙөү, матди мөхит сәнғәте итеп ҡарай. Архитектураны өйрәнеү менән башҡа фәндәр, шул иҫәптән, мәҫәлән, философия, тарих, архитектура, социология, культурология ла шөғөлләнә. Уларҙың һәр береһе, архитектураны айырым күҙлек аҫтынан сығып, уның теге йәки был яғын ғына ҡарай.
Архитектура теорияһы предметының нигеҙе — архитектураның барлыҡҡа килеүе, үҫеше һәм эшмәкәрлеге, уның асылы, формалары һәм йөкмәткеһенең дөйөм закондары. Шулай уҡ архитектура теорияһына төп төшөнсәләр системаһы (категориялары) инә.
Дөйөм фәнни (философик) мәсьәләләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Архитектура эшмәкәрлегенә осорҙоң донъяға ҡарашы йоғонтоһо. Парадигманы булдырыу. Архитектура эшмәкәрлеген аңлап белеү.
Тарихи мәсьәләләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Архитектура үҫеше векторын асыҡлау. Стилистик йүнәлештәрен нигеҙләү һәм тасуирлау. Архитектура стилдәренең барлыҡҡа килеү закондары.
Архитектура теорияһы һәм архитектура тарихының үҙ-ара бәйләнеше, атап әйткәндә, теоретик тикшеренеүҙәрҙе конкрет тарихи материалдарҙан тыш үткәреүҙең мөмкин түгеллегендә, башҡа тарихи ваҡиғаларҙы һәм процестарҙы белмәйенсә, архитектура үҫешенең тарихын аңламайынса, уны хронологик тәртиптә алып бармайынса өйрәнеүҙең мөмкин түгеллегендә сағыла.
Шул уҡ ваҡытта был бәйләнеш һәм үҙ-ара эш алып барыу архитектура теорияһы сиктәрендәге белемде дөйөмләштереү һәм яһалған һығымталарҙан тыш алып барыу мөмкин түгеллегендә күренә.
Семантика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Семантика — мәғәнәләр тураһындағы фән. Архитектура теорияһының был бүлеге архитектураның художестволы телен һәм архитектураның художестволы образдарын тикшерә. Архитектура стиленең барлыҡҡа килеү шарттары һәм сәбәптәре асыҡлана. Стиль таҙалығы билдәләнә.
Семиотика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Семиотика — билдәләр тураһындағы фән. Архитектура теорияһы архитектура ҡулланған билдәләрҙе тикшерә.
Архитектура композицияһы теорияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Архитектура композицияларының, ысулдарының, принциптарының һәм уны төҙөү закондарының элементтарын һәм сараларын өйрәнеү менән шөғөлләнгән фән архитектура композицияһы теорияһы тигән исемде йөрөтә.
Төҙөлөш теорияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төҙөлөш теорияһы торлаҡ пункттарын социаль-иҡтисади һәм тәбиғәт шарттарын иҫәпкә алып ойоштороуҙы һәм планлаштырыуҙы өйрәнә.
Архитектура теорияһы методтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фән методы мәғәнәһе аҫтында төрлө ысулдарҙың йыйылмаһы, саралары, принциптары һәм ҡағиҙәләре, улар ярҙамында предметы аңлау, яңы белемдең килеп сығыуы тора. Архитектура теорияһының бөтә методтарын, уларҙың таралыу дәрәжәһенә ҡарап, ошондай системаға килтерергә мөмкин.
- Дөйөм метод — фекерләүҙең универсаль принцибын сағылдырыусы донъяға фәлсәфәүи ҡараш. Улар метафизика һәм диалектикаға (материалистик һәм идеалистик) бүленә.
- Дөйөм фәнни методтар — дөйөм методтарҙан айырмалы рәүештә барлыҡ фәнни методтарҙа түгел, ә уның айырым этаптарында ғына ҡулланылыусы алымдар. Дөйөм фәнни алымдар иҫәбенә анализ, синтез, функциональ һәм системалы ҡараштар, социаль эксперимент ысулдары инә.
- Һирәк ҡулланылыусы методтар — техник, тәбиғи, гуманитар фәндәрҙең ғилми ҡаҙаныштарын архитектура теорияһы өйрәнеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән алымдар. Был алымдарға конкрет-социологик, статистик, кибернетик, математик алымдар инә.
Архитектура категориялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡа фәндәрҙәге кеүек үк, архитектура теорияһының үҙенә генә хас төшөнсә (терминологик)-категориалар аппараты бар. Категориялар тип ысынбарлыҡтың дөйөм һәм мөһим яҡтарын йәки айырым күренештәрҙең, бәйләнештәрҙең һәм предметтарҙың мөнәсәбәттәрен сағылдырыусы төп төшөнсәләр атала. Барлыҡ бөтә категорияларҙың берлеге генә предметты бер бөтөн итеп күҙаллараға, уның төҙөлөш логикаһын, үҫеш ҡанундарын аңларға мөмкинлек бирә.
- Композиция (эш-хәрәкәт, процесс) — әҫәр, төҙөлөү, эшләү.
- Архитектура композицияһы — дөйөм алғанда, биналар өлөшөнөң һәм формаларының йәки улар комплекстарының бер-береһе араһындағы һәм бөтөн комплекстарының үҙ-ара нисбәтенең тәртиптә урынлаштырылышы, ул:
- беренсе сиратта күп төрлө архитектура йөкмәткеһе һәм уларҙы уратып алған шарттар менән билдәләнә;
- фән һәм сәнғәт закондарында ҡорола;
- реалистик әҫәрҙәр ижад итеү маҡсатына хеҙмәт итә, бер үк ваҡытта функциональ, техник-иҡтисади һәм идея-эстетик талаптарға яуап бирә;
- гармониялылыҡ , органик берҙәмлек, өлөштәренең һәм дөйөм алғанда бөтә өлөштәренең ярашыусанлығы һәм бәйләнеше менән айырылып тора.
- Функцияһы — бинаның тәғәйенләнеше, уның арауығы йорт формаларында ҙур йәки бәләкәй дәрәжәлә сағылыуы.
- Формаһы:
- Форма (философия) — йөкмәтке һәм материя төшөнсәләренә тура килгән төшөнсә;
- Форма (предмет) — предмет сиктәренең (контурының) үҙара бәйләнеше.
- Структураһы — предметтың тышҡы форма артында йәшеренгән эске ҡоролошо. Уның эске ҡоролошо дөйөм һәм айырым өлөштәренең категориялары менән бәйләнгән.
- Конструкция — архитектура объектының структураһы, планы һәм үҙара урынланышының инженер сиселеше.
- Архитектоника (тектоника) — архитектура формаларында конструкцияның эшләү принцибын кәүҙәләндереү.
- Архитектура мөхите күләмде һәм арауыҡты үҙ эсенә ала.
- Күләме — ситтән ҡарағанда йомоҡ, тотош мөхиттәр берәмеге.
- Арауыҡ — бина эсенән ҡарағанда архитектура мөхитенең өлөшө:
- арауыҡ — күләм һәм ҡыуышлыҡтың йәки асыҡ майҙансыҡтың үҙара нисбәте (күләм-киңлек композицияһы);
- айырым функциялар үтәүсе йәки билдәле бер эмоциональ характерҙы сағылдырыусы арауыҡ. Мәҫәлән, сакраль арауыҡ (иеротопия).
- Архетип — тәүге модель, тәүге тапҡыр яһалған боронғо тип.
- Симметрия — киң мәғәнәлә — ниндәй ҙә булһа үҙгәртеп ҡороу ваҡытындағы үҙгәрмәүсәнлек.
- Тигеҙһеҙлек — симметрияның булмауы йәки боҙолоуы.
- Пропорционаллек — үлсәмдәрҙең тура килешлеге, билдәле бер предмет өлөштәре араһындағы нисбәт. Боронғо заман алтын киҫелеш төшөнсәһенә нигеҙләнгән.
- Масштаблыҡ (соразмерность) — архитектура элементтары формалары үлсәмдәренең кеше үлсәмдәренә ҡарата мөнәсәбәте, ярашлылығы.
- Масштаб — архитектура формалары үлсәмдәренең бөтөн архитектура объекты үлсәмдәренә мөнәсәбәте, шулай уҡ объект үлсәмдәренең тирә-яҡ мөхит элементтарына мөнәсәбәте.
- Метр — бер йәки бер нисә элементтың тигеҙ рәүештә ҡабатланыуы.
- Ритм — бер йәки бер нисә элементтың тигеҙһеҙ, ләкин законлы рәүештә ҡабатланыуы.
- Модуль — бина проектын эшләнгәндә ҡабул ителгән йәки булған биналарҙы баһалағанда башҡа үлсәмдәрҙең алдан бирелгән ҙурлыҡ, дәүмәл, күләмдәргә ҡалдыҡһыҙ бүленеүе.
Архитектура асылына ҡараштарҙың эволюцияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Антик
- Классицизм
- Модерн
- Конструктивизм
- Модернизм
- Совет ретроспективизмы
- Постмодернизм
- Деконструктивизм
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Архитектура
- Архитектор
- Сәнғәт
- Ҡала төҙөлөшө
- Дизайн
- Архитектура композицияһы
- Архитектура белеме
- Рәсәй архитектура һәм төҙөлөш фәндәре академияһы
- Архитектура теорияһын һәм ҡала төҙөлөшөн ғилми-тикшеренеү институты
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Терминологический словарь по строительству на 12 языках. — М.: «Русский язык».
- ↑ Приказ Минобрнауки России от 25.02.2009 N 59 (ред. от 14.12.2015) «Об утверждении Номенклатуры научных специальностей, по которым присуждаются ученые степени»
- ↑ Паспорт специальности 05.23.20 — Теория и история архитектуры, реставрация и реконструкция историко-архитектурного наследия
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Некрасов А. И. Архитектура теорияһы. — М.: Стройиздат, 1994. — 480 с. ISBN 5-274-01219-1