Күләм
Күләм | |
Үлсәнеш |
L3 |
---|---|
Үлсәү берәмеге | |
СИ |
м3 |
СГС |
см3 |

Кубтың күләме өс үлсәменең ҡабатландығына тигеҙ[1]





Күләм — есем йәки матдә биләгән арауыҡтың һанлы характеристикаһы.
Есемдең күләме йәки һауыттың һыйҙырышлылығы уның формаһы һәм һыҙыҡлы үлсәмдәре менән билдәләнә. Күләм төшөнсәһе менән һыйҙырышлылыҡ, йәғни һауыттың, төрөү йәшнигенең һ. б. эске арауығы күләме, төшөнсәһе тығыҙ бәйләнгән.
Күләм үлсәү берәмеге СИ системаһында — куб метр; унан куб сантиметр, куб дециметр (литр) һәм башҡалар кеүек сығарылма берәмектәр яһала. Төрлө илдәрҙә шыйыҡ һәм бөртөклө матдәләр өсөн системанан тыш төрлө күләм берәмектәре ҡулланыла — галлон, баррель.
Формулаларҙа күләмде тамғалау өсөн баш латин хәрефе V ҡулланыла, ул лат. volume — «күләм», «тултырыу» һүҙенән ҡыҫҡартып алынған.
«Күләм» һүҙен шулай уҡ күсмә мәғәнәлә дөйөм һанды йәки ағымдағы дәүмәлде билдәләү өсөн ҡулланалар. Мәҫәлән, «ихтыяж күләме», «хәтер күләме», «эш күләме». Һынлы сәнғәттә күләм тип һүрәтләнгән предметтың арауыҡ характеристикаһын художестволы саралар менән иллюзор биреү атала.
Күләмде иҫәпләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Практикала есемдең яҡынса күләмен, шул иҫәптән ҡатмарлы формалағы есемдең күләмен, был есемде шыйыҡлыҡҡа батырып табып була. Ҡыҫырыҡлап сығарылған шыйыҡлыҡтың күләме шыйыҡлыҡҡа батырылған есемдең күләменә тигеҙ.
Математик ысул[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ябай формалағы есемдәрҙең күләмен иҫәпләү өсөн махсус формулалар бар. Мәҫәлән, ҡабырғаһы булған кубтың күләме .
Ҡатмарлы формалағы есемдең күләме уны ябай формалағы айырым өлөштәргә бүлеп һәм был өлөштәрҙең күләмдәрен ҡушып табыла. Интеграль иҫәпләмәлә бөтә есемдең күләмен төҙөүсе өлөштәрҙең күләмдәре сикһеҙ бәләкәй дәүмәлдәр итеп ҡарала.
Тығыҙлыҡ аша[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Есемдең (m) массаһын һәм (ρ) тығыҙлығын белгән хәлдә, уның күләме түбәндәге формула буйынса иҫәпләнә:
Шыйыҡлыҡтарҙың күләм үлсәү берәмектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1 л = 1,76 пинта = 0,23 галлон
Инглизсә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1 пинта = 0,58 литр.
- 1 кварта = 2 пинта = 1,23 литр
- 1 галлон = 8 пинта = 4,55 литр
- 1 галлон (амер.) = 3,785 литр
Боронғо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Котила = 0,275 литр
Боронғо йәһүдсә[2][үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Эйфа = 24,9 литр
- Гин = 1/6 эйфа = 4,15 литр
- Омер = 1/10 эйфа = 2,49 литр
- Кав = 1/3 гин = 1,38 литр
Урыҫса[3][үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мискә = 40 биҙрә = 492 литр
- Биҙрә (күләм берәмеге) = 12,3 литр
Бөртөклө матдәләрҙең күләм үлсәү берәмектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Инглизсә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1 бушель = 8 галлон = 36,37 литр
- 1 баррель = 163,65 литр
Урыҫса[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Четверик = 26,24 литр (1 бот иген)
- Гарнец = 3,28 литр
Башҡа берәмектәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1 унция (ингл.) = 2,841·10−5 м³
- 1 унция (амер.) = 2,957·10−5 м³
- 1 куб дюйм = 1,64·10−5 м³
- 1 куб фут = 2,83·10−2 м³
- 1 куб ярд = 0,765 м³
- 1 куб астрономик берәмек =3,348·1024 км³
- 1 куб яҡтылыҡ йылы = 8,466·1038 км³
- 1 куб парсек = 2,938·1040 км³
- 1 куб килопарсек = 1 000 000 000 пк³ = 2,938·1049 км³
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Вычисление объёма различных тел и пространств
- ↑ «ТЕГИЛАТ ГАШЕМ» — ISBN 965-310-008-4
- ↑ Меры объёма в Древней Руси
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Объем // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)