Терещенко Вера Михайловна
Терещенко Вера Михайловна | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 1 март 1924 |
Тыуған урыны | Рәсәй, Дмитриевский район[d], Первоавгустовский[d] |
Вафат булған көнө | 16 октябрь 1942 (18 йәш) |
Вафат булған урыны | СССР, РСФСР, Курск өлкәһе, Дмитриев[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Терещенко Вера Михайловна (1 март 1924 йыл — 16 октябрь 1942 йыл) — партизан, 1-се Курск партизан бригадаһының Дмитриев партизан отряды разведчигы.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Вера Михайловна Терещенко 1924 йылдың 1 мартында Дерюгино ауылында (хәҙер — Курск өлкәһе Дмитриев районы) күп балалы ғаиләлә тыуған. Атаһы, Михаил Матвеевич шәкәр заводында слесарь булып эшләй, әсәһе Анна Афанасьевна ун бер баланы уға ҡалдырып, 1928 йылда вафат була.
Немец оккупацияһы башланыу менән Вера үҙенең синыфташтары менән йәшерен комсомол ойошмаһы ойоштора, уларҙың ағзалары Совинформбюро сводкаларын тыңлай, уларҙы ҡулдан күсереп халыҡ араһында листовка тарата. Ойошманың бер нисә кешеһе ҡулға алынғандан һуң Вера урманға партизандарға китә. Партизандар отрядында Вера разведчик була һәм күп тапҡыр заданиелар үтәй.
1942 йылдың октябрендә, заданиела булғанда, уны кемдер һата, ул ҡулға алына һәм оҙайлы язалауҙарҙан һуң ул Дмитриевта аҫып үлтерелә. Яза урынында һәйкәл ҡуйылған.
1946 йылдың июлендә В.М. Терещенко үлгәндән һуң 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
В.М. Терещенко исеме менән атала:
- Первоавгустовский ҡасабаһы мәктәбе,
- Первоавгустовский ҡасабаһында, Дмитриева ҡалаһында һәм Курск өлкәһенең Железногорск ҡалаһында урамдар.
Дмитриевала партизан ҡыҙы язалаған урында һәйкәл ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Злуникин В. Г. Вера. — Курск, 1949. (Курск, 1959; Благовещенск, 1962; Воронеж, 1965).
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Терещенко, Вера Михайловна. www.mke.su. 27 февраль 2019 тикшерелгән.
- Терещенко Вера Михайловна. Бессмертный полк. 24 ғинуар 2017 тикшерелгән.
- http://www.kpravda.ru/article/region/023103
- Памятник партизанке — разведчице Дмитриевского партизанского отряда 1-й Курской партизанской бригады Вере Михайловне Терещенко
- 1 мартта тыуғандар
- 1924 йылда тыуғандар
- Рәсәйҙә тыуғандар
- 16 октябрҙә вафат булғандар
- 1942 йылда вафат булғандар
- Курск өлкәһендә вафат булғандар
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- ВЛКСМ ағзалары
- Бөйөк Ватан һуғышы партизандары
- «Ватан һуғышы партизанына» миҙалы менән наградланыусылар
- Алфавит буйынса шәхестәр