Эстәлеккә күсергә

Тимерғәлин Адлер Камил улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Тимергәлин Адлер Камил улы битенән йүнәлтелде)
Тимерғәлин Адлер Камил улы
Тыуған көнө

1 ғинуар 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (93 йәш)

Тимерғәлин Адлер Камил улы (1931 йылдың 1 ғинуары, ТАССР, Сарман районы, Иҫке Минзәләбаш2013 йылдың 16 ғинуары, Ҡазан) — татар яҙыусыһы, тәржемәсе, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1975 йылдан). Татар АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981).

Ул 1931 йылдың 1 ғинуарында Татар АССР-ының Сарман районы Иҫке Минзәләбаш ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. 1948 йылда урта мәктәпте тамамлай, унан һуң ике йылға яҡын В. И. Ульянов-Ленин исемендәге Ҡазан дәүләт университетының физика-математика факультетында астрономия бүлегендә белем ала.

Ҡазан университетының 2-се курсында уҡығанда (1949 йылдың аҙағы) Сталиндың биографияһы менән ҡыҙыҡһына башлаған. Эҙләнгән, китапханаларҙа тапҡан буенса һәм ҡул менән «"Сталинға үлем"» тигән листовкалар яҙып, тарата башлаған. Шуның өсөн ҡулға алынған. Атаһының тырышлығы менән төрмәгә ябылмаған, психбольницаға һалынған. Шунда ябылғандарҙың береһенән немец телен өйрәнгән. Психбольницала бер йылдан артыҡ тотолоп сыҡҡас, уҡыуын Ҡазанда дауам итергә рөхсәт булмаған. Ташкентҡа киткән, Ташкент дәүләт педагогия институтының (19351998 йылдарҙа институт, 1998 йылдан Низами исемендәге Ташкент дәүләт педагогика университеты) физика-математика факультетын тамамлаған ("1952")[1].

1955 йылдың ҡышына тиклем тыуған ауылындағы ете йыллыҡ мәктәптә физика һәм математика фәндәре уҡыта. 1956 йылда Ҡазанға килә һәм, Пионерҙар йортонда фәнни-техник түңәрәк рәйесе булып бер ни тиклем эшләгәндән һуң, 1969 йылдарҙа Татарстан китап нәшриәтендә фән-техника әҙәбиәте мөхәррире хеҙмәтен башҡара. 19701978 йылдарҙа ул — яҙыусы-профессионал, ләкин әҙәби ижад эше менән генә шөғөлләнә, ә 1979 йылдың ғинуарынан яңынан Татарстан китап нәшриәтендә өлкән мөхәррир булып эшләй.

Адлер Тимерғәлин — татар совет әҙәбиәтендә фәнни-фантастик жанрҙы үҫтереүгә күп көс һалған һәм әлегә тиклем был жанрҙа уңышлы эшләп килгән «яңы фантаст» яҙыусы. Уның «"Роберт, уян, һөйөклөм!"» исемле беренсе фантастик хикәйәһе 1959 йылда «Волга» альманахында, ә өс хикәйәһе тупланған беренсе китабы ("«Алпамыша ҡәбере»") Татарстан китап нәшриәтында 1960 йылда баҫылып сыға. Шунан һуң уҙған ике тиҫтә йыл эсендә авторҙың тағы һигеҙ китабы донъя күрә ("«Ике хикәйә, бер хыял», «Алыҫ планетала», «Мәңгелек хәтирәләр», «Коха ронғо-ронғо», «Космостан ҡунаҡтар», «Аҙашҡан йондоҙ», «Таш алиһә» һәм һайланма хикәйәләр, повестар йыйынтығы — «Ҡайтыр юлдар»"). Яҙыусының иң яҡшы әҫәрҙәре, ҡыҙыҡлы мажаралы-фантастик сюжетлы булыуҙары өҫтөнә, кешелек донъяһын борсоған төрлө фәлсәфәүи, әхлаҡи һәм ижтимағи-социаль проблемаларҙы күтәреүе һәм уларҙы фәндең үҫеше перспективаһы яҡтылығында юғары гуманистик ҡараш нотаһынан сәнғәтмә хәл итергә омтылуы менән ҡыҙыҡлы.

Адлер Тимерғәлин ҙур булмаған юмористик хикәйәләр, фельетондар, төрлө фәнни башватҡыстар, логик мәсьәләләр һәм тел белеменә ҡараған етди хеҙмәттәр авторы булараҡ та билдәле. Уның образлы, тапҡыр тел менән яҙылған юмористик хикәйәләре һәм парсалары «Саян», «Ялҡын» журналдарында, «Йәш ленинсы» гәзитендә баҫыла килә.

Тимерғәлин «Русса-татарса техника терминдары» ("1963"), «Русса-татарса ауыл хужалығы терминдары» ("1971"), «Русса-татарса астрономия терминдары» ("1974"), «Русса-татарса физика терминдары» ("1981") кеүек һүҙлектәр төҙөү Һәм баҫтырып сығарыуҙа яҡындан ҡатнаша. Ул шулай уҡ төҙөлөштә, ағас, тимер эштәренә ҡараған халыҡ һүҙҙәрен-атамаларын йыйыу һәм халыҡтағы ҡанатлы ғибәрәләрҙе туплау юнәлешендә дә емешле эш алып бара.

Адлер Тимерғәлин И. Ефремовтың «"Сердце Змеи"» (татар. Йылан йөрәге) исемле повесын урыҫ һәм башҡа фантаст-яҙыусыларының айырым хикәйәләрен («Тау куленең серҙәре» йыйынтығы, 1969) һәм А. П. Романовтың «"Конструктор космических кораблей"» (татар. Космик корабльләр конструкторы, 1983) тигән документаль әҫәрен татар теленә тәржемә итә. Ул шулай уҡ оҙаҡ йылдар дауамында мәктәптәр өсөн физика дәреслектәре тәржемә итеп килә.

Яҙыусы 19761982 йылдарҙа Татарстан Яҙыусылар союзы ҡаршындағы балалар әҙәбиәте секцияһы рәйесе булып хеҙмәт итә. Журналистикаға, әҙәбиәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн уға 1981 йылда Татарстан АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем бирелә.

2013 йылдың 16 ғинуарында Адлер Тимерғәлиндең йөрәге тибеүҙән туҡтаны[2].