Эстәлеккә күсергә

Тирмәнтау

Координаты: пропущена долгота
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тирмәнтау
Карта

Тирментау
башҡ. Тирмәнтау
Координаты: пропущена долгота
Ил
РегионБашкортостан
Рәсәй
Башҡортостан Республикаһы

Тирмәнтау (башҡ. Тирмәнтау, һүҙмә-һүҙ «тирмән тауы»: тирмән — «тирмән», тау — тауҙар"") — Көньяҡ Урал тауының көнбайыш битләүендәге һырты — Оло-Тауҙың сигендә ятҡан тау.

Тирмәнтау үҙәгендәге карст ҡатламдарынан урғылып сыҡҡан мул һыулы Берғамыт йылғаһы һәм Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт ҡомартҡыһы Хажы (Тирмән-Таш) мәмерйәһе борон-борондан ошо төбәк халҡын күп сирҙәргә ярҙам иткән шифалы һыуы һәм һауаһы менән үҙенә ылыҡтырып торған[1]. Урта кабон эзбизташтарында барлыҡҡа килгән Хажы мәмерйәһендә көньяҡ-көнбайышҡа табан 3 ҡаттан торған ауыш һәм горизонталь коридорҙар бар. Коридорҙарҙың оҙонлоғо 214,0 метр, тәрәнлеге 2,0 метр, аралары 16,4 метр, майҙаны 373,0 м2, күләме 1034,0 м3.

Мәмерйә ауыҙы арка рәүешендә (киңлеге 1,5 м, бейеклеге 1,0 м) һәм Хажы Шиҙеһе йылғаһы кимәленән 150 м бейеклектә ята. Ингәс тә төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай тоннель һымаҡ юл китә, уның киңәйгән урындарында Өмөт (оҙонлоғо 12 м, киңлеге 8 м, бейеклеге 2—2,5 м) һәм Өмөтһөҙлөк (15 м, 8 м, 7 м) ҡыуыштары хасил булған.

Өмөтһөҙлөк ҡыуышының төньяҡ-көнбайыш өлөшөнән төньяҡ-көнсығышҡа табан коридор һуҙыла, ул төньяҡ-көнбайышҡа борола һәм киңәйеберәк китә (3 м тиклем); иҙәнендә йыш ҡына һыулы карст уйымдары (диам. 1—2 м, тәрәнлеге 0,3 м) осрай. Мәмерйәнең көнсығыш стенаһында Монах бүлмәһе ҡыуышы (оҙонлоғо 6 м, киңлеге 6 м, бейеклеге 3 м) урынлаш­ҡан.

Хажы мәмерйәһенең алыҫтағы өлөшөндә төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай юл (оҙонлоғо 30 м) китә, уның стеналары кальцит менән ҡапланған, иҙәнендә ваҡ ҡоро гурҙар осрай; көньяҡ-көнбайышта тар ғына ауыш юл (оҙонлоғо 90 м) бар. Түбәһе көмбәҙле, тамсы тамып тора, сталактит һәм сталагмит ҡалдыҡтары бар. Иҙәне тигеҙ, ваҡ эзбизташ киҫәктәре булған балсыҡ менән ҡапланған. Йәй көнө мәмерйәлә температураһы 8°С.

1974 йылда Хажы мәмерйәһендә мәмерйә айыуы теше табылған (Spelaearctos spelaeus Rosenmullen & Hеinroth).

Тәүге тапҡыр был мәмерйә И. И. Лепёхин тарафынан тикшерелә.

Георг Гмелин, Петер Палластың Рәсәй дәүләтенең төрлө провинциялары буйлап сәйәхәт тип аталған һәм француз телендә нәшер ителгән китабының (G. J. Gmelin, Histoire de la P. S. faites dans Pallas Savans Russie des Voyageurs divers Decouvertes contrees plusieurs par&de la Perse, Histiore civile relativement a l&naturelle, Economie l a rurale, ou Commerce. 1781 й., 1784 й., 1779 й., 1781 й. Lausanne-Berne, chez P. Heubach J., chez Societe la)

Башҡортостан буйлап сәйәхәткә арналған 4-се томында (Берн, 1781 йылда нәшер ителә) Тирмәнтау, уның мәмерйәһе һәм ошо тау янындағы ауыл да атап үтелә.

Тирмәнтау һүҙлектәрҙә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Meyers Großes Konversations Lexikon (Энциклопедический словарь Мейера) Тирмәнтауға түбәндәге тасуирламаны бирә:

 A trente wersts dece village on en trouve un autre de la même nation, appelle Chaszina, dans le voisinage duquel il y a une caverne très-étendue. La montagne qui la renferme se nomme Tirmentau.

(С.358).

(Тәржемәһе: «Урал һырттарынан көнбайышҡа табан Өфө провинцияһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Хажы ауылынан 3 км алыҫлыҡта, ҡаяла Лепехин тасиуирлап яҙған ҙур мәмерйә бар»).

Италия географик һүҙлеге di corografico universale portatile Dizionario geografia, topografico, statistico, storico, politico, religioso, ecdidastico, commerciale di economia e pubblica (L. Volume Ghisi by A. Oliva Libreria unico Published, Milano, 1867) Урал түбәләрен түбәндәгесә һүрәтләй (1454 °C):

 Tirmentau, monte della Russia eu., gov. Oremborgo. Ha una curiosa grotta.

(Тәржемәһе. «Тирмәнтау, Рәсәйҙең Европа өлөшөндә, Ырымбур губернаһында урынлашҡан. Бик ҡыҙыҡлы мәмерйә»).

  • Башҡорт энциклопедияһы.© ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2019.