Эстәлеккә күсергә

Тихвин монастыры (Тихвин)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тихвин монастыры
Нигеҙләү датаһы 11 февраль 1560
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Тихвин
Епархия Тихвинская епархия[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Ленинградская область/Тихвин[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Рәсми сайт tihvinskii-monastyr.ru
Указания, как добраться Красноармейская улица, 17, Советская улица, 64, 66, Тихвинская улица, 1
Карта
 Тихвин монастыры Викимилектә

Тихвин Богородица Успение ирҙәр монастыры — православие ирҙәр монастыры,Тихвин ҡалаһында, Тихвинка йылғаһы буйында урынлашҡан.

Иван Грозныйҙың 1560 йылдың 10 февралендәге указы буйынса Новгород архиепискобы Пимен тарафынан нигеҙ һалынған.

Монастырҙың төп ҡомартҡыһы булып Божья Матерь Одигитрияның Тихвин мөғжизәле иконаһы тора. Тәре менән йөрөү барышында был икона шулай ҙа монастырҙан күтәреп йөрөтөүгә сығарыу өсөн ҡулланыла. Риүәйәт буйынса, ул 200 йыл дауамында Иҫке Русса ҡалаһының Спас-Преображенск ирҙәр монастырында (йәки уҡ Воскресенский соборында) тора, артабан Тихвинға күсерелә. Иҫке Руссала үләт сире ваҡытында ниндәйҙер бер «благоговейный ир»гә юғарылағы күктән бойороҡ була — Иҫке Руссалағы Божья Матерь иконаһын Тихвиндағыһы менән алмаштырып ҡуйһаң, үләт сире туҡталасаҡ тип әйтелә. Бынан һуң ысынлап та үләт сире (риүәйәткә ярашлы) туҡтала[2].

Легенда буйынса, был урында 1383 йылда ҡорамға нигеҙ һалына. Тихвинка йылғаһы буйында доға ҡылыусылар ҡулына һауанан Богородицаның иконаһы төшә һәм шул урында, шул уҡ көндә ғибәҙәтхана төҙөлә башлай. Әммә икенсе көндө бында баҫтырылған икона һәм сиркәү нигеҙе йылғаның ҡаршы ярында табыла. Бынан һуң Богородица Николай Чудотворец оҙатыуында пономарь Георгийға күренә һәм ҡорамды изгеләндергәндә ҡорамға ағас тәре баҫтырырға бойороҡ була. Улар күренгән урында Изге Николай часовняһы барлыҡҡа килә.

1390 йылда был ағас ҡорам һәм часовня янып бөтә, риүәйәт буйынса, бары тик тәре ағастары ғына имен ҡала. 1395 йылда ҡорам менән часовня яңынан тергеҙелә. 1500 йылдағы янғын уларҙы өсөнсө тапҡыр юҡҡа сығара, дин әһелдәре Василий һәм уның улы Стефан иконаны ҡотҡара. Яңы ағас ҡорам менән алмаштырыла, тик Өсөнсө Василий 1510 йылда яңы таш ҡорам төҙөргә бойороҡ бирә — 1515 йылдың 12 авгусында таш ҡорам изгеләндерелә. Пономарь Георгийға Богородица күренгән урында Кесе Николай Беседный монастырына нигеҙ һалына, был монастырь 1859 йылда ла була[2].

1613 йылда монастырь шведтар армияһы ҡамауында була, ләкин уны кенәз Семен Прозоровский ғәскәре һаҡлап алып ҡала. 1623 йылда булған янғын ваҡытында монастырь зыянлана, әммә 1624 йылда яңынан тергеҙелә[2]. Шул уҡ ваҡытта соборҙа яңы иконостас ҡуйыла, 1794 йылда ул ҡыҙыл алтын менән биҙәлә.

1747 йылда императрица Елизавета Петровна монастырь тирәләй таш кәртә төҙөргә бойора. 1766 йылда уны төҙөй башлайҙар, һәм тулыһынса 1795 йылда төҙөлөш тамамлана. Бының өсөн император Павел I һәм Александр I (37 000 һум) иғәнә итеп аҡса бирә һәм монастырь үҙ аҡсаһын (яҡынса 20 000 һум) тотона[2]. Кәртәләрҙең дөйөм оҙонлоғо 450 сажинға еткән.

1920-се йылдарҙа монастырь Совет власына тапшырыла, 1930-сы йылдарҙа ябыла, ә абруйлы мөғжизәле иконаһы урындағы тыуған яҡты өйрәнеү музейына экспонат итеп тапшырыла.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡала немец ғәскәрҙәрен оккупацияһы аҫтында ҡыҫҡа ваҡыт була, әммә сигенгән саҡта улар иконаны Псковҡа алып сыға һәм уны православие дини миссияһына тапшыра, аҙаҡ икона Ригаға, Либаваға, Яблонецҡа, Германиялағы америка оккупация зонаһына барып сыға, артабан епископ Иоанн (Гарклавс) уны Чикагоға (АҠШ) алып сыға. Вафаты алдынан владыка Иоанн васыятнамә ҡалдыра, уның буйынса Рәсәйгә иконаны бары тик Рәсәйҙә Тихвин монастыры тергеҙелгәс кенә ҡайтарырға мөмкин, тип яҙыла.

1995 йылда монастырь Рус православие сиркәүенә кире ҡайтарыла, Успенский соборы тергеҙелә һәм 2004 йылда икона монастырға кире ҡайтарыла.

2001—2008 йылдарҙа монастырҙа Преподобный Антоний Дымскийҙың ҡеүәтле мәйете ҡалдыҡтары тора[3].

  • Перенесение Тихвинской иконы Божией матери
  • Керенский Тихвинский мужской монастырь
  • Ново-Тихвинский монастырь
  1. Постановление Совета Министров РСФСР № 1327 от 30.08.1960
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Бередников Я. И. Историко-статистическое описание первоклассного Тихвинского Богородицкого большого мужского монастыря, состоящего Новгородской епархии в городе Тихвине. — СПб.: Изд. Тихвинского Большого монастыря, 1859. — 135 с.
  3. В Антониево-Дымском монастыре молитвенно почтили 10-летие второго обретения мощей преподобного Антония. 2020 йыл 30 ғинуар архивланған.