Эстәлеккә күсергә

Токмасс

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Токмасс ҡасабаһы битенән йүнәлтелде)
Токмасс
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Беловское сельское поселение[d][1]
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 164 кеше (2002)[2],
145 кеше (2010)[3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 369 метр
Почта индексы 456488
Карта

Токмасс — Рәсәйҙә Силәбе өлкәһенең Уй районындағы ҡасаба. Белов ауыл биләмәһе составына инә.

Ҡасаба Силәбе өлкәһенең көнбайыш өлөшөндә, урман-дала зонаһында, Токмасс (Ҡомлоҡ йылғаһының ҡушылдығы) йылғаһының һул ярында (исеме йылға исеменән алынған), райондың административ үҙәге Уй ауылынан көнсығыш-төньяҡ-көнсығышта 16 километр тирәһе (тураға) йыраҡлыҡта урынлашҡан. Абсолют бейеклеге диңгеҙ кимәленән 369 метр.

Ҡасабаны күрше тораҡ пункттар менән шоссе юл бәйләй. Район үҙәгенә (Уй ауылы) тиклем алыҫлығы 17 км, ауыл биләмәһе үҙәгенә (Бедово ауылы) тиклем — 7 км.

Ҡасаба эргәһендә Токмасс быуаһы (1976 йылда ауыл хужалығы ерҙәрен һуғарыу өсөн төҙөлгән; өҫкө йөҙөнөң майҙаны 49 га, һыу массаһының күләме 1 миллион кубометрҙан ашыу, максималь тәрәнлеге 8 м; хәҙерге ваҡытта используется для рыборазведения ООО «Белово» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт балыҡ үрсетеү өсөн файҙалана) урынлашҡан.

Сәғәт бүлкәте

Токмасс ҡасабаһы, бөтә Силәбе өлкәһе кеүек үк, МСК+2 сәғәт зонаһында урынлашҡан. Ҡулланыу ваҡытының UTC менән айырмаһы +5:00 сәғәт тәшкил итә[4].

Ҡасаба XVIII быуатта казактарҙың ҙур ауылдан айырылып, күсеп ултырған яңы ауылы булараҡ барлыҡҡа килә. 1795 йылда Ырымбур казак ғәскәренең 2-се кантонының 4-се станицаһы Уй нығытмаһында иҫәптә тора. Ир-ат халҡы Таналыҡ нығытмаһында хеҙмәт итә. 1826 йылда ҡасабала 33 хужалыҡ иҫәпләнә. 1850-се йылдарҙан һуң Совет власы урынлашҡанға тиклем ул Ырымбур казак ғәскәренең 2-се хәрби бүлегенең Уй станица юрты (Ырымбур губернаһының Троицк өйәҙе) составында була.

1873 йылда ҡасабала 65 хужалыҡ, 1889 йылда 71 хужалыҡ (мәктәп, 1 һыу һәм 3 ел тирмәне була), 1900 йылда 76 хужалыҡ (мәктәп, 2 һыу һәм 5 ел тирмәне) иҫәпләнә. 1892 йылда Токмасс станица дачаһын ыҙанлағанда 6398 дисәтинә ер, шул иҫәптән 4339 дисәтинә һөрөнтө ер, 235 дисәтинә туғай, 824 дисәтинә урман, 981 дисәтинә көтөүлек бүленә. 1926 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында ҡасаба Уй районының Белово ауыл Советында иҫәптә тора.

1929 йылда Ворошилов исемендәге колхоз ойошторола. Халыҡ иген, йәшелсә, техник культуралар үҫтерә; малсылыҡ, ҡошсолоҡ менән шөғөлләнә, бал ҡорто үрсетә. Черепица етештереү яйға һалына. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң хужалыҡ Сталин исемендәге колхоз составына инә (үҙәк усадьбаһы Белово ауылында була; һуңғараҡ КПСС-тың 22-се съезы исемендәге колхоз тип үҙгәртелә). Хәҙерге ваҡытта ҡасаба биләмәһендә «Белово» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең бригадаһы урынлашҡан[5].

Халыҡ иҫәбе
2002[6]2010[7]
164145

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу, 2010 мәғлүмәттәре буйынса, ир-егеттәр халыҡтың 46,9%-ын, ҡатын — ҡыҙҙар 53,1 %-ын тәшкил итә.

2002 йылда халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә ярашлы, халыҡтың милли структураһында урыҫтар 86 % тәшкил итә[8].

Халҡы 164 кеше (1795 йылда — 43, 1873 йылда — 370, 1889 йылда — 500, 1900 йылда — 515, 1926 йылда — 747, 1956 йылда — 321, 1970 йылда — 308, 1983 йылда — 236, 1995 йылда — 187 кеше).

Ҡасабаның урам селтәре биш урамдан тора[9].

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
  3. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
  4. Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5
  5. Посёлок Токмасский
  6. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года. Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
  7. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
  8. Коряков Ю. Б. База данных «Этно-языковой состав населённых пунктов России».
  9. Регионы России → Челябинская обл. → Уйский р-н → Токмасский п.