Ҡомлоҡ (йылға)
Уҡыу көйләүҙәре
Кумляк | |
---|---|
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 30 км |
Бассейн | 396 км² |
Һыу ағымы | |
Тамағы | Увелька йылғаһының уң ярына тамағынан 175 км өҫтәрәк |
· Координаталар | 54°31′19″ с. ш. 60°28′28″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | |
Илдәр | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Силәбе өлкәһе |
РДҺР | 14010500112111200001018 |
Ҡомлоҡ — рус. Кумляк - Рәсәй йылғаһы. Силәбе өлкәһе[1] биләмәләрендә аға. Йылға Уйылға йылғаһының уң ярына тамағынан 175 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 30 км.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ике төрлө фараз йәшәй.
Беренсеһе - йылғаның атамаһы башҡортса "ҡом" һүҙенән һәм - "лоҡ" ялғауы ҡушылыуы менән яһалған. Икенсеһе буйынса, Килмәк тигән ирҙәр исеменән килеп сыҡҡан. 1795 йылғы яҙмалар буйынса Уй нығытмаһына ҡараған урыҫ ауылдарынан тыш был йылға буйында Килмәк тигән башҡорт ауылы ла булған [2]
Һыу реестры мәғлүмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Иртыш һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Уйылға йылғаһы. Бәләкәй йылға бассейны — Тубыл, йылға бассейны — Иртыш[3].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса [3]:
- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 14010500112111200001018
- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111200101
- Бассейн коды — 14.01.05.001
- ГӨ буйынса һаны (номеры) — 11
- ГӨ буйынса сығарылыш — 2
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йыл 26 май архивланған.