Тол ҡатындар йорто (Мәскәү)
Тол ҡатындар йорто | |
Нигеҙләү датаһы | 1803 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Пресненский район[d] |
Архитектура стиле | Ампир |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Q27602982? |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Указания, как добраться | Баррикадная улица, 2/1, строение 1 |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1775 |
Тол ҡатындар йорто (Мәскәү) Викимилектә |
Тол ҡатындар йорто — Мәскәүҙә 1803 йылда асылған дәүләт хәйриә учреждениеһы (тол ҡатындар йорто).
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тол ҡатындар йортоноң бинаһы 1775 йылда архитектор Иван Жилярди тарафынан төҙөлә. 1803 йылда Тол ҡатындар йорто, ирҙәре хәрби йәки гражданлыҡ хеҙмәтендә 10 йылдан кәм түгел хеҙмәт иткән тол ҡатындарҙы тәьмин итеү өсөн асыла[2]. Нәҡ ошонда беренсе тапҡыр шәфҡәт туташтары барлыҡҡа килә[3].
1812 йылғы Ватан һуғышынан һуң емерелгән бинаны тергеҙеү менән уның нигеҙ һалыусыһы — Иван Жилярди шөғөлләнә. 1818—1823 йылдарҙа уның улы, Доменико Жилярди, бинаны киңәйтә һәм йорт сиркәүен яңынан тергеҙә, уға йөрөүселәр бик күп булып китә. Бина ампир стилендә үҙгәртеп ҡорола[2].
1854 йылда устав буйынса Тол ҡатындар йортонда йәшәүсе тол ҡатындар һаны алты йөҙ кешенән артмаҫҡа тейеш була. Тол ҡатындарҙың күп өлөшө (470 кеше) пенсия алған була, ә 60 кеше үҙен ауырыуҙарҙы тәрбиәләүгә арнай, йәғни «мәрхәмәтле тол ҡатындар» разрядын тәшкил итәләр.
1905—1907 йылдарҙағы Революция хөрмәтенә Тол ҡатындар йорто бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйыла[2].
Октябрь революцияһынан һуң Тол ҡатындар йорто ябыла, ә бина СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссариатына тапшырыла. Әлеге ваҡытта бында Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының табиптарҙың белемен камиллаштырыу институты урынлашҡан. Тол ҡатындар йорто бинаһы — мәҙәни мираҫ объекты булып тора[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Постановление Совета Министров РСФСР № 1327 от 30.08.1960
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Ҡалып:Книга:Энциклопедия «Москва» 1980
- ↑ Мәскәүҙә билдәле һәм данлыҡлы тарихи бина һәм йорт
- ↑ Мәскәү ҡалаһының мәҙәниәт департаменты мираҫ/Вдовий йорто, йә 1820—1823, архар. Д. И. Жилярди
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Знаменитые и известные исторические здания и дома Москвы 2020 йыл 27 сентябрь архивланған.