Эстәлеккә күсергә

Томаш Сикора

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Томаш Сикора Биатлонист
Дөйөм мәғлүмәт
Исеме

пол. Tomasz Sikora

Тыуған көнө

21 декабрь 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (50 йәш)

Тыуған урыны

Водзислав-Слёнски[d], Катовице воеводалығы[d], Польша Халыҡ Республикаһы[d]

Йәшәгән урыны

Водзислав-Слёнски, Польша

Буйы/Ауырлығы

182 см/76 кг

Титулдары
Донъя чемпионы

1 (1995)

Донъя кубогы, спринтерские гонки

1

Атыу мәргәнлеге
Мәғлүмәттәр буйынса

2007—2008

Дөйөм мәргәнлек

84%

Ятып

90%

Тороп

79%

Карьера (Кубок мира)
Еңеү

5

Подиум

20

Миҙалдар

Биатлон
Олимпия уйындары
Көмөш Турин 2006 масс-старт 15 км
Донъя чемпионаттары
Алтын Антхольц 1995 шәхси уҙыш 20 км
Бронза Осрблье 1997 командалы уҙыш 10 км
Көмөш Оберхоф 2004 шәхси уҙыш 20 км
Европа чемпионаттары
Көмөш Контиолахти 1994 эстафета 4x7,5 км
Көмөш Виндишгарстен 1997 шәхси уҙыш 20 км
Алтын Закопане 2000 эҙәрлекләү 12,5 км
Көмөш Закопане 2000 эстафета 4x7,5 км
Көмөш Оте-Морьен 2001 эстафета 4x7,5 км
Бронза Контиолахти 2002 спринт 10 км
Көмөш Контиолахти 2002 шәхси уҙыш 20 км
Алтын Минск 2004 эҙәрлекләү 12,5 км
Алтын Минск 2004 шәхси уҙыш 20 км
Көмөш Минск 2004 спринт 10 км
Бронза Минск 2004 эстафета 4x7,5 км
Алтын Банско 2007 спринт 10 км
Алтын Банско 2007 эҙәрлекләү 12,5 км
Алтын Нове Место 2008 шәхси уҙыш 20 км
Универсиадалар
Алтын Попрад-Татры 1999 спринт 10 км
Алтын Попрад-Татры 1999 эҙәрлекләү 12,5 км
Көмөш Попрад-Татры 1999 шәхси уҙыш 20 км
Алтын Закопане 2001 спринт 10 км
Алтын Закопане 2001 эҙәрлекләү 12,5 км
Алтын Закопане 2001 шәхси уҙыш 20 км
Бронза Закопане 2001 эстафета 4x7,5 км
Йәйге биатлон (кросс)
Донъя чемпионаттары
Бронза Осрблье 1998 эстафета 4x6 км
Йәйге биатлон (лыжероллеры)
Донъя чемпионаттары
Алтын Душники-Здруй 2010 ҡатнаш эстафета

 Томаш Сикора Викимилектә

То́маш Сико́ра (пол. Tomasz Sikora; 21 декабрь 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (50 йәш), Водзислав-Слёнски[d], Катовице воеводалығы[d]) — Польша биатлонсыһы, 2006 йылда Туринда ҡышҡы Олимпия уйындарының көмөш призёры. 1995 йылғы донъя чемпионы. 1990-сы йылдар уртаһынан 2000-се йылдар аҙағынаса биатлон буйынса Польша йыйылма командаһының лидеры.

2011/2012 миҙгеленән һуң биатлонсы карьераһын тамамлау хаҡында ҡарар ҡабул итә[1].

Томаш Сикора биатлон менән 1989 йылда шөғөлләнә башлай, ә 1993/1994 миҙгелдә Донъя кубогы кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнаша. Киләһе миҙгелдә 1995 йылғы Антхольц-Антерсельвела донъя чемпионатында шәхси уҙышта еңеү яулай. Әммә артабан Сикораның сығыштарында һиҙелерлек уңыштар булмай. 1998 һәм 2002 йылға ҡышҡы Олимпия уйындарында ла уңышһыҙлыҡҡа осрай (шәхси уҙыштарҙа иң яҡшы һөҙөмтә — 2002 йылда эҙәрлекләүҙә 25-се урын. Әммә 2003 йылдан һуң ул һөҙөмтәләрен яҡшырта. 2004 йылда Оберхофта донъя чемпионатында 20 километрға шәхси уҙышта көмөш миҙал яулай, ә 2006 йылда Туринда ҡышҡы Олимпия уйындарында масс-стартта көмөш призёр була.

2008/2009 миҙгелендә дөйөм зачетта 2-се була (Уле-Эйнар Бьёрндалендан ғына ҡалыша).

2010 йылғы Олимпиадала ҡатнаша, әммә призлы урындар яуламай (иң яҡшы һөҙөмтә — шәхси уҙышта 7-се урын).

2008/2009 миҙгелгә әҙерлек барышында Сикора FIS саңғы ярыштарында ҡатнашырға ниәтләй, әммә Польша йыйылмаһы тренерҙары уға Голливарҙа саңғы буйынса Донъя кубогының беренсе этапта эстафета командаһына ярҙам итеүҙе һорай[2]. 2008 йылдың 23 ноябрендә эстафетаның өсөнсө этабында сығыш яһай, ә үҙ этабында 16-сы һөҙөмтә күрһәтә[3].

  • 1993—1994 — 43-сө урын
  • 1994—1995 — 16-сы урын
  • 1995—1996 — 26-сы урын
  • 1996—1997 — 40-сы урын
  • 1997—1998 — 32-се урын (60 мәрәй)
  • 1998—1999 — 57-се урын (12 мәрәй)
  • 1999—2000 — 24-се урын (130 мәрәй)
  • 2000—2001 — 26-сы урын (197 мәрәй)
  • 2001—2002 — 34-се урын (133 мәрәй)
  • 2002—2003 — 9-сы урын (442 мәрәй)
  • 2003—2004 — 7-се урын (516 мәрәй)
  • 2004—2005 — 12-се урын (508 мәрәй)
  • 2005—2006 — 4-се урын (606 мәрәй)
  • 2006—2007 — 18-се урын (376 мәрәй)
  • 2007—2008 — 12-се урын (461 мәрәй)
  • 2008—2009 — 2-се урын (870 мәрәй)
  • 2009—2010 — 18-се урын (421 мәрәй)
  • 2010—2011 — 29-сы урын (315 мәрәй)
  • 2011—2012 — 72-се урын (36 мәрәй)

Донъя кубогында сығыштары һөҙөмтәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Сикора решил проститься с биатлоном
  2. Биатлон стал намного профессиональнее 2008 йыл 14 декабрь архивланған. Интервью с Томашем Сикорой на сайте Чемпионат.ру от 13 декабря 2008 года
  3. Результат эстафеты (23 ноября 2008)