Томск уҡытыусылар институты
Томск уҡытыусылар институты | |
Нигеҙләү датаһы | 1902 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй империяһы |
Томск уҡытыусылар институты — рус. Томский учительский институт — Рәсәй империяһының мәктәптәр һәм училищелар өсөн уҡытыусылар әҙерләү буйынса уҡыу йорто[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғали йәнәп Император Николай II ҡушыуы буйынса булып 1902 йылдың 4 февралендә сәнәғәт, фән һәм сауҙа департаментының тәҡдиме нигеҙендә 1902 йылдың 1 июленән Томскиҙа тәүге Себер уҡытыусылар институты ойошторола
Институтты асыу тантанаһы 1902 йылдың 26 сентябрендә үткәрелә. Институт Рәсәй империяһында ҡала һәм өйәҙ мәктәптәре һәм училищелары өсөн уҡытыусылар әҙерләгән 11-се уҡыу йорто була. Институт программаһы дөйөм белем биреү дисциплиналарын, шулай уҡ гигиена, гимнастика, йыр өйрәнеүҙе күҙҙә тота[2]
Башта институтта бер генә синыф асыла һәм унда уҡырға инергә 60 кеше теләк белдерә, уларҙан эш тәжрибәһе булған һәм имтихандарҙы уңышлы тапшырған 20 кеше генә ҡабул ителә. 1903 йылда иһә 23 кеше уҡырға алына, 1903/04 уҡыу йылы ахырына институтта 38 студент уҡыған була. Уларҙан 20 кеше — беренсе синыфта, 18-е — икенселә. Социаль сығыш йәһәтенән бик демократик мөнәсәбәт хөкөм һөрә — уҡыусыларҙың утыҙ икеһе — крәҫтиән һәм мещандарҙан, алтауһы дворяндарҙан булған.
Уҡыусыларҙың барыһы ла институтҡа ингәнгә тиклем ҡала училищеларын, уҡытысылар семинарияларын йәки гимназияның бер нисә синыфын тамамлап, бер йыл булһа ла уҡытыусы булып эшләгән[3]..
Тәүге айҙан алып институт етди проблемалар менән осраша: тәрбиәләнеүселәрҙе тотоу һәм хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын тәьмин итеүҙең наҡыҫлығы, үҙ биналарының булмауы, институт өсөн уҡыу бинаһын финанслауҙа рус-япон һуғышы шарттарында өҙөклөктәр барлыҡҡа килә.
Институттың беренсе директоры итеп тәғәйенләнгәнгә тиклем Томск губернаһының халыҡ училищелары директоры булып эшләгән В. П. Щепетев тәғәйенләнә. Ул эшләгән осорҙа институттың үҙ бинаһын төҙөү башлана һәм институттың китапхана фонды менән уҡыу әсбаптары фонды төҙөлә. В. П. Щепетевты Томск университетында студенттар инспекторы итеп күсергәндән һуң директор вазифаһына М. М. Германов тәғәйенләнә.
Институттың модерн стилендәге бинаһы 1905 йылдың йәйенә төҙөлөп бөтә, ул архитектор Ф. Гут проекты буйынса ҡала властары тарафынан 1900 йылда бүленгән 3 600 квадрат метрлыҡ ер участкаһында һалына. Тәүҙә бинаны рус-япон һуғышында яраланғандар өсөн госпиталь булараҡ файҙаланырға тура килә. 1906 йылдың 15 авгусынан һуң ғына бина тура тәғәйенләнеше буйынса файҙаланыла башлай[4].
М. М. Германовтан һуң институтҡа И. А. Успенский етәкселек итә (1907—1920). Институт асылғандан алып 330 уҡытыусы сығарыла, шул иҫәптән яҙыусы - Волков Александр Мелентьевич
Томск уҡытыусылар институты 1917 йылдың июнендә Ваҡытлы хөкүмәт ҡарары буйынса юғары уҡыу йорто статусы ала[5].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Томский учительский институт
- ↑ Зыкова, В. Г. Учительский институт // Томск от А до Я: краткая энциклопедия города. — Томск, 2004. — С. 390.
- ↑ Широкова М. П. Томский учительский институт в первые годы существования (1ш-1904)
- ↑ Широкова М. П. Томский учительский институт в первые годы существования (1ш-1904)
- ↑ Войтеховская М. П., Галкина Т. В. Томский педагогический: от института к университету. Томск, 2002.; С. 5
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- В. Г. Зыкова. Учительский институт // Томск от А до Я: краткая энциклопедия города. — Томск, 2004. — С. 390
- М. П. Широкова Томский учительский институт в первые годы существования (1902—1904) // К 100-летию педагогического образования в Сибири : Вестник ТПГУ. — 1999. — № 7 (16). — С. 85—88.
- С. А. Кочурина Иван Александрович Успенский: «Служенье тихое на ниве просвещенья» : Вестник ТПГУ. — 2009. — № 12 (90). — С. 121—126.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Томский учительский институт (неопр.). Томская областная универсальная научная библиотека. Дата обращения: 19 сентября 2019.