Тояма (ҡала)
Тоя́ма (япон. 富山市Тояма-си ) — Японияның үҙәк ҡалаһы, Тояма префектураһының административ үҙәге. Япон диңгеҙе ярында, Хонсю утрауында, Токионан төньяҡ — көнбайышҡа 300 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1889 йылдың 1 апрелендә нигеҙ һалына. 2008 йылдан алып ҡаланың экологик моделе тип таныла.
Ҡала майҙаны — 1241,85 км², халыҡ һаны — 419 008 кеше (2014 йылдың 1 июленән), халыҡ тығыҙлығы — 337,41 кеше/км².
Ҡалала порт, тимер юл станцияһы, халыҡ-ара аэропорты бар.
Тарихи даталар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1583 йылда Полководец Наримаса Сацуса Эттюне берләштерә (Тояманың иҫке исеме)
- 1871 йылда Тоямала мәғариф префектура идаралығы булдырыла.
- 1889 йылда Ҡаланың идара системаһын булдырыу.
- 1945 йылда Америка авиацияһының бомба һүғыуы ҡаланы ер битенән саҡ юйманы.
Дөйөм мәғлүмәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тояма ҡалаһы Тояма префактураһының административ үҙәге, ул Япон диңгенҙенең ярында, Тюбу районында урынлашҡан (Хонсю утрауының урта өлөшө). Ҡала Тояма үҙәнендә урынлашҡан, өс яҡтан да - көнсығыш, көньяҡ һәм көнбайыштан бейек тауҙар менән уратылған. Ә төньяҡтан ярҙы Япон диңгеҙенә ингән, Тояма ҡултығының һыуҙары йыуалар. «Тояма» һүҙе иероглифтарҙан тәржемә итһәң «тауҙар менән бай» йәки «бай тауҙар» тип килеп сыға. Дзегандзи-гава, Дзиндзу - гава, Се - гава һәм башҡа йылғалар ике - өс мең метр тау бейеклегенән башланалар һәм Тояма үҙәнен барлыҡҡа килтерәләр. Ошондай географик үҙенсәлектәр Тояманың климат шарттарын билдәләйҙәр — йәйгеһен бында күп ямғырҙар яуа, ҡышын ҙур ҡар яуыуҙары була. Япон диңгеҙенән өргән елдәр ямғырлы болоттарҙы килтерә, ә улар тау түбәләрен аша үтә алмай һәм Тояма үҙәненең өҫтөнә яуым-төшөм булып төшә, уны образлы амфитеатр тип атайҙар.
Был географик шарттар ҡалаға һәм Тояма префектураһына тәмле шишмә һыуын һәм дөгөнө уңышлы үҫтереүҙә генә ярҙам итмәй, ә көслө гидроэнергетик ресурстар һәм хәҙерге замандың сәнәғәтен үҫтерергә мөмкинлек бирә. Традицион ауыл хужалығынан һәм балыҡ тотоуҙан башҡа, бында алюминь һәм пластмасса әйберҙәр етештереү буйынса заводтар бар, машина эшләү, фармацевтика һәм башҡалар. Тоямалағы фармацевтиканың оҙон традицияһы бар. XVII быуаттың 90-сы йылдарында коробейниктар һатҡан дарыуҙар Японияның үткәнендә ҙур һорау менән файҙаланғандар. Хәҙер ҙә был традицион өйҙәр буйлап йөрөп һатыу системаһы,ҡайҙа препараттар ҡалдырылдыралар һәм аҡсаһын аҙаҡ ҡулланылған дарыу өсөн генә алына, префектурала һәм ҡалала киң ҡуланыла.
Диңгеҙ порты һәм аэропорт ҡаланы икенсе япон ҡалалары менә генө түгел, ә Төньяҡ-Көнсығыш Азия, шул иҫәптән Владивосток менән дә бәйләй.
Туғанлашҡан ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Можа-дас-Крузис, Сан-Паулу штаты, Бразилия, 1979 йылдың 8 ноябренән алып.
- Циньхуандао, Хэбэй, Ҡытай, 1981 йылдың 7 майынан алып.
- Дарем, Төньяҡ Каролина, АҠШ, 1989 йылдың 13 июненән алып.
- Веллингтон, Яңы Көньяҡ Уэльс, Австралия, 1992 йылдың 24 авгусынан алып.
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Площадь указывается по данным сайта Geospatial Information Authority of Japan (яп.) с учётом изменений, опубликованных 1 октября 2011 года.
- ↑ -富山県人口移動調査結果(推計人口)- (平成26年7月1日現在) (яп.). Toyama Prefecture (1 июля 2014). — Оценка населения префектуры Тояма. Проверено 29 августа 2014.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Викиһаҡлағыста Тояма(ҡала) буйынса Медиафайлдар бар.
- Рәсми сайт (яп.)