Транспорт һалымы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Транспорт һалымы — теркәлгән транспорт саралары хужаларынан алына торған һалым.

Рәсәй[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Транспорт һалымы төбәк һалымдарына инә. Һалымдың дәүмәлен, уны түләү тәртибен һәм мөҙҙәтен, хисаплама формаларын һәм һалым льготаларын Рәсәй Федерацияһы субъекттарының закон сығарыу органдары билдәләй. Федераль ҡануниәте һалым объектын, һалым осорон, һалымды иҫәпләү тәртибен һәм һалым ставкаларының сиктәрен билдәләй.

Һалым һалыу объекты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Автомобилдәр, мотоциклдар, мотороллерҙар, автобустар һәм башҡа пневматик һәм сылбырлы тәгәрмәсле үҙйөрөшлө машиналар һәм механизмдар, самолёттар, вертолёттар, теплоходтар, яхталар, елкәнле суднолар, катерҙар, ҡарйөрөгөстәр, мотосаналар, гидроциклдар, үҙйөрөшһөҙ (буксирлана торған суднолар) һәм Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә ярашлы теркәлгән башҡа һыу һәм һауа транспорт саралары һалым һалыу объекты булып тора.

Еңел автомобилдәргә һалым ставкалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һалым ставкалары Рәсәй Федерацияһы субъекттарының закондары менән двигателдең ҡеүәтенә, реактив двигателдең тартыу көсөнә йәки транспорт сараларының тулайым һыйҙырышлылығына, транспорт сараһының двигателе ҡеүәтен бер ат көсөнә, реактив двигателдең тартыу көсөн бер килограмм-көскә күсереп иҫәпләгәндәге категорияһына, транспорт сараһының бер регистр тоннаһына ярашлы һәм башҡа үлсәмдәрҙә билдәләнә.

Ставкалар Рәсәй Федерацияһы субъекттары закондары менән арттырыла (кәметелә) ала, әммә 10 тапҡырҙан да күберәккә түгел. Бынан тыш, Рәсәй Федерацияһы субъекттары закондары менән транспорт сараларының һәр категорияһына ҡарата, шулай уҡ транспорт сараларының мәнфәғәтле файҙаланыу мөҙҙәтен иҫәпкә алып, айырмалы һалым ставкалары билдәләнә ала.

Еңел автомобилдең двигатель ҡеүәте, һәр ат көсөнән (ат к.) һум (Мәскәү) 01.04.1999 — 31.07.2000 01.08.2000 — 2002 2003—2005 2006—2008 2009—2012 2013—2015
100 ат к. тиклем (73,55 кВт-ға тиклем) 2 3 5 7 7 12
101 — 125 ат к.(73,55 — 91,94 кВт) 4 10 15 20 20 25
126 — 150 ат к.(91,94 — 110,33 кВт) 4 10 15 20 30 35
151 — 175 ат к.(110,33 — 128,7 кВт) 4 10 20 30 38 45
176 — 200 ат к. (128,7 — 147,1 кВт) 4 10 20 30 45 50
201 — 225 ат к. (147,1 — 165,5 кВт) 4 10 25 50 60 65
226 — 250 ат к.(165,5 — 183,9 кВт) 4 10 25 50 75 75
251 һәм күберәк ат к. (183,9 кВт-нан артыҡ) 4 10 35 100 150 150

АҠШ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Федераль транспорт һалымы юҡ, ләкин бөтә штаттарҙа ла транспорт сараһын теркәгән өсөн йыл һайын түләнә торған йыйым бар. Бынан тыш, ҡайһы бер штаттарҙа транспорт сараһына эйә булыуға өҫтәмә һалым һалына.

Башҡа илдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күп илдәрҙә берҙәм транспорт һалымы юҡ. Уның урынына түбәндәге һалымдар булыуы ихтимал:

  • мөлкәткә һалым — автомобиль хаҡына туранан-тура йә ситләтеп бәйле булған һалым;
  • юл һалымы — был һалымдан йыйылған аҡса автотрассаларҙы йүнәтеүгә һәм төҙөүгә тотонола;
  • экологик һалым — һауаны әҙерәк бысрата торған автомобиль алырға тырышыуҙы дәртләндерә торған һалым.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]