Тригорский
Тригорский | |
Нигеҙләү датаһы | 1962 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Псков өлкәһе һәм Пушкиногорский район[d] |
Рәсми асылыу датаһы | 1962 |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Культурное наследие России/Псковская область/Пушкиногорский район[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][2] |
Рәсми сайт | pushkin.ellink.ru/snow/s… |
Тригорский Викимилектә |
Тригорский — А. С. Пушкиндың алпауыт дуҫтары Осипова-Вульфтарҙың музей-усадьбаһы. Ул Псков өлкәһе Пушкиногорский районының Шаробыки ауылынан бер километр алыҫлыҡта. Сороть йылғаһы ярында торған Пушкин ҡурсаулығында урынлашҡан. Усадьбаның исеме ауыл торған урындың үҙенсәлегенән килеп сыҡҡан — усадьба үҙе өс күрше убала (тауҙа) тора, унда Воронич ҡаласығы һәм элекке Воронич посад ҡалаһы урынына терәлеп тигәндәй төҙөлгән Воронич ауылы бар.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тригорский ауылы XVIII быуаттан Егорьевский ирененең өлөшө кеүек билдәле: 1762 йылда Екатерина II Шлиссельбург коменданты Д. М. Вындомскийға был ауылды һәм ерҙәрен бүләк иткән. Артабан ауылдың хужаһы булып Александр Максимович Вындомский ҡалған, ә 1813 йылда Тригорскийҙың хужабикәһе булып, статский советница Прасковья Александровна Осипова-Вульф ҡала. Ул бында ире И. С. Осипов (1824 йылдың 5 февралендә вафат була) һәм балалары: Алексей, Анна, Евпраксия, Валериан, Михаил Вульф, Александра һәм Екатерина Осипова һәм үгәй ҡыҙы Александра Осипова менән йәшәй. Прасковья Александровнаның туғаны Керн Анна Петровна, шағир А. С. Пушкин, уларға ҡунаҡҡа килеп йөрөй. 1826 йылда шағир Н. М. Языков та бында ҡунаҡта була, ул бер нисә шиғырын усадьба хужаларына бағышлаған, шул иҫәптән — «Тригорский».
1918 йылда алпауыттарҙың Тригорскийҙағы йорто яна. 1922 йылдан алып Тригорский А. С. Пушкин музей-ҡурсаулығының бер өлөшө булып тора. 1962 йылда йорт иҫке фундаментта электән һаҡланып ҡалған һүрттәр нигеҙендә тергеҙелә (архитекторы В. П. Смирнов). Ҡунаҡ бүлмәһе, Прасковья Александровна, Алексей һәм Евпраксия Вульфтарҙың бүлмәләре тергеҙелә. уларҙың һаҡланған әйберҙәре музейға ҡуйыла.
А. С. Пушкин Тригорскийҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Александр Сергеевич Пушкин Осиповтар ғаиләһе менән беренсе тапҡыр Михайловскийға 1817 йылда, Лицейҙы тамамлап килгәс, таныша. Ләкин Одессанан Михайловскийға һөргөнгә килгәс, шағир был ғаилә менән ныҡлап ҡатнаша башлай. 1824 йылда көн һайын тиерлек Тригорскийҙа була.
Тригорский хужабикәһе Прасковья Александровнаға Пушкиндың бер нисә шиғырын бағышлай: «Подражание Корану», «Простите, верные дубравы», «Быть может, уж недолго мне…», «Цветы последние милей…».
Осипованың өлкән ҡыҙҙары үҙҙәрен «Евгений Онегин»[3] романының геройҙары прототиптары тип һанай.
Алексей Вульф менән Пушкин хаттар алыша, был ваҡытта А. Вульф Дерпт университетында уҡый (1822—1826 йылдар) һәм Тригорскийға ялға ғына килә. Пушкин уның аша шағир Н. М. Языков менән таныша.
Ғаилә:
- Осипова, Прасковья Александровна — поместье хужабикәһе. Уның балалары:
- Вревский Евпраксия Николаевна
- Вульф Алексей Николаевич
- Вульф Анна Николаевна
- Керн Анна Петровна — хужабикәнең беренсе иренең туғаны.
- Вульф Анна Ивановна — хужабикәнең беренсе иренең туғаны.
- Осипова Александр Ивановна — хужабикәнең икенсе иренең ҡыҙы
Документаль фильм
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Тригорский ышығы аҫтында». Реж. Николай Алексеев. Рәсәй, 2004 йыл.
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Постановление Совета Министров РСФСР № 624 от 04.12.1974
- ↑ Гордин А. М. Пушкин в Псковском крае. Л.: Лениздат, 1970 г.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Басина М. Там, где шумят Михайловские рощи. — Л.: Детгиз, 1962 г.
- Гордин А. М. Пушкин в Псковском крае. Л.: Лениздат, 1970 г.
- Гордин А. М. Пушкин в Михайловском. Л.: Лениздат, 1989 г.
- Достопримечательности Псковской области. Л.: Лениздат, 1977. С. 192—197
- Кашкин Н. Н. Род Вындомских. — СПб., 1909. — 108 с.
- Модзалевский Б. Л. Поездка в село Тригорское в 1902 г. «Пушкин и современники», т.1, вып.1. СПб., 1902 г.
- Музей-заповедник А. С. Пушкина. Фотопутеводитель. М.: Планета, 1982 г.. С.110-145
- Семевский М. И. Прогулка в Тригорское: Биографические исследования, заметки и записи о Пушкине. СПб., 2008 г.
- Философов Д. В. Соседи Пушкина по с. Михайловскому. В сб. «Старое и новое». М., 1912, стр. 119—138.
- Бозырев В. С. По Пушкинскому заповеднику. — Изд. 5-е. — М.: Профиздат, 1977. — 160, [32] с. — 50 000 экз.