Михайловский (музей-ҡурсаулыҡ)
Михайловский | |
Нигеҙләү датаһы | 1922 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Пушкиногорский район[d] |
Урын | Пушкиногорье[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d] |
Михайловский Викимилектә |
«Михайловский» — шағир Александр Сергеевич Пушкиндың Рәсәй Федерацияһы Псков өлкәһе Пушкиногорский районындағы ғәмәлдәге музей-ҡурсаулығы. Ул Рәсәй федерацияһы тарафынан 1922 йылда ойошторолған, федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты[1].
Тулы исеме — «А. С. Пушкиндың „Михайловский“ Дәүләт мемориаль тарихи-әҙәби һәм тәбиғи-ландшафтлы музей-ҡурсаулығы».
Музей-ҡурсаулыҡтың дөйөм майҙаны — 9 713 гектар.
Ҡурсаулыҡ объекттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- А. С. Пушкиндың ҡәбере һәм Ганнибал-Пушкиндарҙың Святогорскийҙағы Изге Свято-Успенский монастырындағы некрополе кәшәнәһе)
- «Михайловский», «Тригорский», «Петровский» усадьбалары ҡараған мемориаль парктар
- Велье, Воронич, Врев, Савкино (Савкина Горка) ҡаласыҡтары
- Күлдәр: Белогули, Велье, Кучане, Маленец, Черный
- Сороть йылғаһының һыубаҫар туғайҙары
- «Пушкин ауылы» музейы, «Бугрово ауылы музей-тирмәне» һәм Бугрово ауылының ижади программалары үҙәге
- Пушкин Горы ҡасабаһындағы Пушкин ҡурсаулығының Фәнни-мәҙәни үҙәге (НКЦ)
- Шағирҙың туғандары, дуҫтары, күршеләренең имениелары — Воскресенсий, Голубово, Дериглазово, Лысая Гора
- XIV—XX быуаттарҙағы Велье сауҙагәрҙәр ауылының тарихи өлөшө.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]А. С. Пушкин Михайловскийҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе тапҡыр йәш шағир бында 1817 йылдың йәйендә булған[2].
Пушкин Михайловскийға 1819 йылда икенсе тапҡыр килә.
1824 йылда Мәскәү полицияһы Пушкиндың «атеистик тәғлимәт» менән ҡыҙыҡһыныуы тураһындағы хатын асып уҡый. Шуның арҡаһында шағир шул уҡ йылдың 8 июлендә отставкаға сығарыла[3] һәм әсәһе Надежда Осиповнаның имениеһына һөргөнгә ебәрелә, ул бында 1824 йылдың авгусынан 1826 йылдың сентябре бөткәнсе була— был шағирҙың Михайловскийҙағы иң оҙаҡ йәшәгән осоро.
А. С. Пушкин Михайловскийҙа бөтәһе йөҙгә яҡын шағирҙарын яҙған.
1835 йылда шағир тағы ла Михайловскийға килә һәм бында үҙенең киң билдәле «Вновь я посетил (Мин яңынан килдем)» шиғырын яҙа.
1836 йылдың яҙында ҡаты ауырыуҙан әсәһе Надежда Осиповна вафат булғандан һуң шағир усадьбаның хужаһы булып ҡала.
1837 йылдың 6 февралендә Святогорский монастырында А. С. Пушкин ерләнә. Усадьба уның балалары милкенә күсә.
Музейҙың тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1899 йылда А. С. Пушкиндың тыуыуына йөҙ йыллығында Михайловский шағирҙың вариҫтарынан дәүләт милке итеп һатып алына.
17 март 1922 йылда, Халыҡ комиссарҙары советы ҡарары нигеҙендә, Михайловский, Тригорский усадьбалары һәм А. С. Пушкиндың Святогорский монастыры ҡурсаулыҡ тип иғлан ителә.
1936 йылда музей-ҡурсаулыҡ составына Воронич, Савкина Горка, Петровский усадьбаһы һәм бөтә Святогорский монастыры индерелә. 1937 йыл (А.С. Пушкиндың үлеүенә йөҙ йыл тулғанда) Михайловскийҙа шағирҙың йорт-музейы тергеҙелә.
1995 йылда Рәсәй президенты Б. Н. Ельцин Указы буйынса А. С. Пушкин «Михайловский» музей-ҡурсаулығы Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының айырыуса ҡиммәтле мәҙни-мираҫ ҡомартҡыһы йыйынтығына индерелә.
Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте бойороғо (2013 йылда № 714-р) буйынса 2013 йылдың 30 апреленә А. С. Пушкиндың «Михайловский» Дәүләт музей-ҡурсаулығы статусын ала.
Йыл һайын үткәрелә торған саралар һәм иҫтәлекле даталар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 17 март — Пушкин ҡурсаулығына нигеҙ һалыныу көнө
- 18 май — Халыҡ-ара музейҙар көнө
- 10 февраль — А. С. Пушкиндың хәтер көнө
- 6 июнь — А. С. Пушкиндың тыуған көнө (июндең беренсе йәкшәмбендә үткәрелә), Пушкин Рәсәй көнө, Рус теле көнө
- 21 август — Пушкиндың Михайловскийға килеү көнө
- 2 август — Пушкин ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре хәтере көнө
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Комментарий
- Сығанағы
- ↑ Справка о музее-заповеднике А. С. Пушкина «Михайловское» . pushkin.ellink.ru. Дата обращения: 9 февраль 2019. 2019 йыл 9 февраль архивланған.
- ↑ Бонди С. М. Рождение реализма в творчестве Пушкина // О Пушкине: Статьи и исследования. — М.: Художественная литература, 1978. — С. 93.
- ↑ Лотман, 1995
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лотман Ю.М. Пушкин. — СПб.: Искусство-СПб, 1995. — 847 с.