Воронич
Воронич | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Пушкиногорский район[d] |
Халыҡ һаны | 16 кеше (2010)[1] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Культурное наследие России/Псковская область/Пушкиногорский район[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][2] |
Почта индексы | 181370 |
Указания, как добраться | 200 м восточнее села |
Воронич Викимилектә |
Воронич йәки Воронач — Рәсәйҙең Псков өлкәһендәге ауылы һәм ҡаласыҡ. Шулай уҡ революцияға тиклемге сығанаҡтарҙа Вороночь, Вороначь һәм Вороничь[3].
Район үҙәге булған Пушкинские Горы ҡасабаһынан 3 километр төньяҡ-көнбайышта, Сороть йылғаһы ярында урынлашҡан.
Ауыл "Пушкиногорье" ҡала биләмәһе составына инә.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Воронич XIV-XVIбыуаттарҙағы нығытмалы ҡаласыҡ булған, Псков яны биҫтәһе. Псковты көньяҡ-көнбайыш сиктәрен һаҡлаусы нығытма була. XV быуат башында унда дүрт йөҙҙән ашыу йорт иҫәпләнә. Унда шулай уҡ бер нисә сиркәү һәм монастырҙар була. XVI быуаттарҙа ҡаланың сәскә атҡан осоро була[4].
1581 йылда Ливония һуғышында Польша короле Стефан Батория ғәскәрҙәре тарафынан тулыһынса емерелә һәм һуңынан тергеҙелмәй. Вороничтың сиркәү һәм монастырь аҫабалығы ерҙәре XVII быуатта батша аҫабалығына күсә.
1610 йылда Воронич ҡәлғәһендә Александр Лисовский етәкселеге аҫтындағы польша-литва отрядтары тора, шунан улар Псков ерҙәренә сапҡындар яһай торған булған[3].
1719 йылда Воронич Опочкаға биҫтә сифатында тапшырыла[4].
Воронич ҡаласығында күршеһендәге Тригорскийҙың хужаларының зыяраты урынлашҡан, зыяраттың көнсығыш яғындағы Изге Георгий сиркәүенең миһрабы диуары буйында А. М. Вындомский, А. Н. Вульф ҡәберҙәре тора (уларҙың ҡәберенә дөйөм ҡәбер һәйкәле ҡуйылған — аҡ мәрмәр тәре тора). Ошонда уҡ П. А. Осипованың ире И. С. Осиповтың ҡәбере. Уның янында Тригорскийҙың хужабикәһе Прасковья Александровна Осипованың ҡәбере урынлашҡан.
Михайловскийға килгән саҡтарында Пушкин Александр Сергеевич Вороничта ла була. «Борис Годунов» трагедияһының башына Пушкин былай тип яҙған:
«Писано бысть Алексашкою Пушкиным, В лето 7333 На городище Ворониче».
2007 йылда Изге Георгий сиркәүе тергеҙелә. Сиркәү эргәһендә С. С. Гейченко һәм С. В. Ямщиков ерләнгән.
1936 йылдан алып Воронич ҡаласығы А. С. Пушкиндың «Михайловский» музей-ҡурсаулығы составына инә.
Ҡаласыҡ янында Псков өлкәһенең Воронич ауылы, шулай уҡ Тригорский — А. С. Пушкин дуҫтарының музей-усадьбаһы тора.
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность населения населённых пунктов Псковской области по данным Всероссийской переписи населения 2010 года
- ↑ Постановление Совета Министров РСФСР № 1327 от 30.08.1960
- ↑ 3,0 3,1 Вороночь // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
- ↑ 4,0 4,1 Маляков Л. И. Достопримечательности Псковской области. — Л., Лениздат, 1977. — С. 198
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Маляков Л. И. Достопримечательности Псковской области. — Л., Лениздат, 1977. — С. 360.
- Музей-заповедник А. С. Пушкина. Фотопутеводитель. — М.: Издательство «Планета», 1982. — С.143−146.