Трифонов Евгений Андреевич
Евгений Андреевич Трифонов | |
Файл:Трифонов Евгений Андреевич2.jpg Евгений Андреевич Трифонов | |
Псевдонимдары: |
Бражнев |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: |
Дон Ғәскәре Өлкәһенең Новочеркасская станицаһының Үрге Кундрюченский утары |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: |
Мәскәү өлкәһе Кратово ҡасабаһы |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
хәрби эшмәкәр, яҙыусы |
Жанр: |
шиғриәт, проза |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: |
рус телендә |
Наградалары: |
Ҡыҙыл Байраҡ ордены |
Евгений Андреевич Трифонов (1885, Дон Ғәскәре Өлкәһенең Новочеркасская станицаһының Үрге-Кундрюченский утары -1937, Мәскәү өлкәһе Кратово ҡасабаһы) — совет хәрби эшмәкәре, шағир, прозаик.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Трифонов Евгений Андреевич 1885 йылда Дон Ғәскәре Өлкәһенең Новочеркасская станицаһының Үрге-Кундрюченский утарында тыуған, билдәле яҙыусы Юрий Валентинович Трифоновтың бабаһы. Уның ағаһы, Трифонов Валентин Андреевич (1888—1938) — рәсәй революционеры, совет хәрби һәм дәүләт эшмәкәре, дипломат[1], 1938 йылда репрессиялана. Евгений Трифоновҡа 10 йәш тулғанда, уның ата-әсәһе вафат була.
Евгений Андреевич сиркәү-мәхәллә мәктәбендә белем ала. Мәктәпте тамамлағас, портта йөк ташыусы, тирмән эшсеһе, тауар пароходтарында майлаусы булып эшләй. 1903 йылдан 24-се Дон казак полкында казак булып хеҙмәт итә. 1904 йылда сафына инә РСДРП (б) сафына инә, партия псевдонимы: «Женька Казак». 1905 йылда Дондағы Ростовта ҡораллы фетнәлә ҡатнаша. 1905 йылдың февралендә ҡулға алына һәм Новочеркасск хәрби төрмәһенә этаплаштырыла. 1905 йылдың октябрендә большевистик листовкалар сығарған өсөн типографияла ҡулға алына. Шул йылдың октябрь аҙағында амнистияға эләгә. 1905 йылдың декабрендә Дондағы Ростов янындағы Темерникта ҡораллы сығышта ҡатнаша. 1906 йылдың февралендә ҡулға алына һәм 10 йылға каторга эштәренә хөкөм ителә. 1909—1914 йылдарҙа Тобольск централында каторгала була, 1914 йылда Александровский централына күсерелә. 1916 йылда Иркутск губернаһындағы хәҙерге Усть-Кут ҡалаһына һөргөнгә ебәрелә.
Һөргөндән Петроградҡа ҡайтҡандан һуң, Евгений Трифонов Путиловский заводының большевиктар ойошмаһына инә, заводтағы эшсе милицияһы начальнигы була. 1917 йылда РСДРП(б)-ның Нарва-Петергоф комитеты ағзаһы, Петроград Ҡыҙыл гвардияһының Баш штабы ағзаһы булып тора. 1918 йылдың ғинуар-мартында — йыйылма ҡыҙыл гвардия отрядтары командиры, атаман Каледин ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша, Дондағы Ростовты яулап алыуҙа ҡатнаша, ҡаланың коменданты була. 1918 йылдың октябрь-ноябрендә Көньяҡ фронт штабының хәрби контроль начальнигы була.
1919 йылдың октябрендә — 1920 йылдың майында Совет Дон казак дивизияһы командиры. 1920 йылдың июленән 1921 йылдың ғинуарына тиклем — Дон өлкәһе хәрби комиссары. 1921 йылдың июненән 1922 йылдың февраленә тиклем — хәрби советы ағзаһы, Халыҡ-революцион армияһының хәрби советы ағзаһы һәм Алыҫ Көнсығыш республикаһының Халыҡ-революцион армияһының главкомы урынбаҫары, 1925—1927 йылдарҙа Үзбәкстанда баҫмасылар менән һуғыша. 1936 йылда М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академияны тамамлай. Демобилизацияланғандан һуң, Тарихи-революцион театр директоры була, һуңынан Үҙәк Осоавиахимда эшләй. 1937 йылда ВКП (б) сафынан сығарыла һәм ҡулға алыуҙарын көтә.
1937 йылда Мәскәү өлкәһенең Кратово ҡасабаһында йөрәк инфарктынан вафат булған. Кремацияланған һәм Мәскәүҙәге Дон зыяратында ерләнгән.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡыҙыл Байраҡ ордены — граждандар һуғышы йылдарындағы хәрби ҡаҙаныштары өсөн.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Трифонов Евгений Андреевич Бражнев псевдонимы аҫтында баҫыла. Уның «Эшсе ҡаны ҡаға» тигән тәүге романы 1928 йылда баҫылып сыға. Үҙенең әҫәрҙәрен ул шулай уҡ «Артылышта» исемле ростов журналында баҫтыра. Граждандар һуғышынан һуң бер нисә шиғырҙар, проза әҫәрҙәре һәм повестар йыйынтығын сығара. 1932 йылда «Ҡыҙған һуҡмаҡ» романы баҫыла.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Астапенко М. П., Астапенко Г. Д., Астапенко Е. М. Казачья доля — Дон, степь да воля. Ростов н/Д, 2014. — 320 с.: ил. ISBN 978-5-87259-806-0
- Ратьковский И. С. Красный террор и деятельность ВЧК в 1918 году. — Издательство С.-Петербургского университета, 2006. — С. 20—23. — 286 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Шитов А. П. Братья Трифоновы // Вопросы истории. — 2001. — № 11-12.