Троицк-Сафроновка

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Троицк-Сафроновка
Дәүләт  Рәсәй
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 164 метр
Карта

Троицк-Сафроновка — Башҡортостан Республикаһы Архангел районы Инйәр ауыл Советындағы 2005 йылда бөтөрөлгән ауыл.

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылға нигеҙ һалынған осорҙа унда 294 кеше йәшәй, 44 йорт була. Ә 1920 йылда 76 ихатала 451 кеше йәшәгән.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ә. З. Әсфәндиәров түбәндәгеләрҙе яҙа: 1894 йылда Вятка губерняһы крәҫтиәндәре алпауыт Софроновтан 1850 дисәтинә ер һатып ала һәм Троицк исемендәге ҡасабаға нигеҙ һала. ХХ быуат башынан ҡасаба Троицк-Сафроновка исеме аҫтында билдәле. Күсенеп килеп төпләнгән 294 кешенең милкендә 67 аты, 57 һыйыры, 67 һарыҡ һәм кәзәләре була. 3 кешенең аты булмай, 20 ғаиләлә 1-әр ат аҫырала. 32 крәҫтиән уҡый-яҙа белә[1].

1972 йылдың 1 июлендә ауыл Лагутовка ауыл Советы составында була. Йәшәүселәрҙе күбеһе — белорустар.

1981 йылдың 1 сентябрендә ауыл Инйәр ауыл Советына инә, унда күбеһенсә белорустар йәшәй.

2005 йылдың 20 июлендәге 211-з һанлы «Тораҡ пункттарын булдырыу, берләштереү, бөтөрөү һәм статусын үҙгәртеүгә бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһындағы» Законда түбәндәге юлдар бар:

4-се статья. Түбәндәге тораҡ пункттарын бөтөрөргә:

2) Архангел районында

е) Инйәр ауыл Советының Троицк-Сафроновка ҡасабаһын</blockquote>

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл Кочкан йылғаһы һәм быуа янында урманлы урында урынлашҡан була.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1981 йылдың 1 сентябрендә алыҫлыҡ :

  • район үҙәгенә тиклем (Архангел): 29 км
  • ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Валентиновка): 11 км
  • яҡындағы тимер юл станцияһы (Приуралье): 35 км

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Асфандияров А.3. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — С. 120. — 744 с.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башкирская АССР : административно-территориальное деление на 1 июля 1972 года : [справочник] / Президиум Верхов. Совета Башк. АССР ; [сост. Н. Н. Кириллова, П. Ф. Максимов, М. Х. Мусин; отв. ред. Б. А. Абдрахманов]. — Изд. 6-е. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1973. — 386, [2] с. : табл. преим., карты. — Алф. указ.: с. 327—387. С.29

Башкирская АССР : административно-территориальное деление на 1 сентября 1981 года : [справочник] / Президиум Верхов. Совета Башк. АССР ; [сост. Н. Н. Исаев, З. З. Харрасов, М. З. Шаймуратов; отв. ред. Ф. Ш. Хисматуллин]. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1981. — 382, [2] с. : табл. преим., карты. — Алф. указ.: с. 326—383. С.36

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]