Эстәлеккә күсергә

Тундра аръяғы крәҫтиәндәре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тундра аръяғы крәҫтиәндәре
Затундренные крестьяне
Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: 8 человек
Рәсәй Федерацияһы 8 (Всероссийская перепись 2002 г.)[1]

Дин

Православие

Халыҡ

Русские

Тундра аръяғы крәҫтиәндәре — Таймыр ярымутрауындағы (Көнсығыш Себер) борондан Дудинка һәм Хатанга йылғалары буйлап йәшәгән урыҫтарҙың этнографик төркөмө[2].

XVIXVII быуаттарҙа Пясидаға (ул осорҙа Таймыр шулай йөрөтөлгән) Рәсәйҙең Европа өлөшөнән тәүге урыҫ күскенселәре күсеп киләләр. Үҙәк һәм Көнсығыш Поморьенан килгән кешеләр Таймыр-Турухан районында һәм Ангара йылғаһының түбәнге ағымында даими рәүештә йәшәгән халыҡҡа нигеҙ һалалар.

Бер аҙ ваҡыт үтеү менән Хатангалағы һәм Пясиндағы Таймырҙың эске район урыҫ халҡының эске тормош ҡоролошо эвенктар һәм сахаларҙың был ерҙәр өсөн рациональ булған һыҙаттарын үҙләштерә[3]. Тундра аръяғы крәҫтиәндәре күршеләренең көслө йоғонтоһо аҫтында була, улар менән никахҡа инәләр, шулай уҡ яҡуттарҙың телен ҡабул итәләр [4].

Эвенктарҙың, яҡуттарҙың һәм урыҫ тундра аръяғы крәҫтиәндәренең үҙ-ара бәйләнештәре һөҙөмтәһендә XVIII — XIX быуаттың беренсе яртыһында долган этносы барлыҡҡа килә. Шуға күрә ҡайһы бер тикшеренеүселәр тундра аръяғы крәҫтиәндәрен долган этносы составы өлөшө[5][6]йәки хатта долган этносының нигеҙе тип һанайҙар [3].

XX быуат аҙағына тундра аръяғы крәҫтиәндәре тулыһынса тиерлек уларҙы уратҡан урыҫ халҡы менән ҡушыла [4]. 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса әлеге этнографик төркөмгә үҙҙәрен 8 кеше индерә [1].