Туҡ (ауыл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Туҡ
Нигеҙләү датаһы 1891
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Токский сельсовет[d][1]
Административ-территориаль берәмек Токский сельсовет[d][1]
Почта индексы 461159
Карта

Туҡ — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Ҡыҙыл Гвардия районындағы ауыл.

Туҡ ауыл Советының административ үҙәге.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Туҡ ауылы район үҙәге Плешаново ауылынан 7 км алыҫлыҡта урынлашҡан, Ырымбурҙан яҡынса 250 км төньяҡ-көнбайыштараҡ ята.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Туҡ элгәре Богомазов тип аталған меннонит ауылы булған, уға 1891 йылда Молочан меннонит колонияларынан күсеп килгән немецтар нигеҙ һалған булған. Меннонитлыҡ — протестант йүнәлешенең бер тармағы, уның башында Менно Симонс тигән голланд кешеһе торған. Инаныс уның исемен алған (ru:Меннонитство).

Меннониттар 1789 йылда Рәсәйгә императрица Екатерина II Новороссияның буш ерҙәренә күсергә рөхсәт биргәс күсенеп килгән. 1854 йылда Волга буйында меннониттар колонияһы барлыҡҡа килә. Рәсәй меннониттары немец милләтле этнодини төркөм төҙөй. Әлеге ваҡытта рус баптистары менән ҡушылған тиерлек.

1891-92 йылдарҙа Ырымбур губернаһына Азов диңгеҙе буйынан немец меннониттары күсеп килеп ултыра, һәм 12 ауыл төҙөй. Шулай итеп Богомазово ауылын да немец меннониттары һала.

Беренсе иҡтисади ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, был колониялар Беренсе бөтә донъя һуғышы башланыуға сәскә ата. 1917 йылға 14 ауыл иҫәпләнгән, дөйөм алғанда, 32 600 мең гектар ерҙәре булған, 3670 кеше йәшәгән[2]. Хәҙерге көндә ул ауылдарҙа немецтар ҡалмаған.

1966 йылда РСФСР Юғары Советы Президиумы Указы менән Богомазово ауылы Туҡ ауылы тип үҙгәртелә[3].

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылдың икенсе исеме Туҡ йылғаһынан алып бирелгән. Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсеһе, топонимсы ғалим Б.Я Моисеев үҙенең «Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерки» тигән китабында, Туҡ атамаһы төрки телдәрҙән килеп сыҡҡан, ул башҡорт телендә лә, ҡаҙаҡ са ла, татарса ла урыҫ телендәге «сытый» тигәнгә тап килә, тип яҙған. Тимәк, был йылға мул һыулы тигәнде аңлата[4].

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ иҫәбе
2010[5]
651

Инфраструктураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылда магазин, мәктәп, балалар баҡсаһы, клуб, спорт комплексы, китапхана, Рәсәй почтаһы, спорт майҙансығы бар.

1997 йылда ауылдың 5 урамы, 2 тыҡрығы була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
  2. А знаете ли Вы, что в Оренбуржье есть маленькая Германия?! 2021 йыл 16 ғинуар архивланған.
  3. Ведомости Верховного Совета РСФСР № 42 1966
  4. Наименование Ток — тюркское по происхождению, ему соответствует в казахском языке ток, в башкирском и татарском — тук, которые означают «сытый». Название указывает на то, что река сытая, надо понимать — полноводная, многоводная. — Моисеев Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерки / Оренбург. гос. пед.. — Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО. — Оренбург: ОГПУ, 2013. — 380 с. с. — ISBN ISBN 978-5-85859-528-1.
  5. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.