Тыл хеҙмәтсәндәренә һәйкәл (Өфө)
Тыл хеҙмәтсәндәренә һәйкәл | |
Нигеҙләү датаһы | 2015 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Өфө |
Барлыҡҡа килеү урыны | Өфө |
Автор | Андрей Николаевич Ковальчук[d] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | бронза һәм гранит[d] |
Тыл хеҙмәтсәндәренә һәйкәл — Өфө ҡалаһының Еңеү паркында урынлашҡан һәйкәл. 2015 йылдың 8 октябрендә, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арнап асыла[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҙур өлөш индергән тыл хеҙмәтсәндәренә һәйкәл ҡуйыу инициативаһы менән Башҡортостан Хөкүмәтенә 2013 йылда республиканың Һуғыш, хеҙмәт, ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары йәмәғәт ойошмаһы сыға. БР Мәҙәниәт министрлығы проектҡа конкурс иғлан итә һәм унда Мәскәүҙең билдәле скульпторы, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, Рәсәйҙең Дәүләт премияһы лауреаты Андрей Ковальчуктың эше еңеү яулай[1][2]. Һәйкәл бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә төҙөлә.
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Композиция бер нисә төп элементтан ғибәрәт. Скульптура төркөмө тыл хеҙмәтсәндәренең төп һөнәрен символлаштырған ете бронза фигуранан тора: нефтсе, ҡорос ҡойоусы, кескәй ҡыҙы менән бергә ураҡ урыусы ҡатын, ейәне менән бергә станок артында торған оло йәштәге эшсе, ҡулына әле генә тегеп бөткән шинелде тотҡан тегенсе һәм башҡалар. Стелала Башҡортостан һуғыш йылдарында фронтҡа оҙатҡан әйберҙәр — авиация двигателдәре, ҡорос, нефть, ауыл хужалығы продукцияһы төшөрөлгән. Стеланың өҫкө өлөшөндә Еңеү ордены урынлашҡан[1][2].
Ҡыҙыҡлы факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ул — Рәсәйҙә тыл хеҙмәтсәндәренә ҡуйылған иң ҙур һәйкәл: 8 метрлыҡ барельефтан ғибәрәт[3].
- Тыл геройҙарының фигуралары Химки ҡалаһы оҫтаханаһында ҡойола, Өфөгә өлөшләп килтерелә[3].