Тыныслыҡ урамы (Стәрлетамаҡ)
Уҡыу көйләүҙәре
Тыныслыҡ урамы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Стәрлетамаҡ |
Оҙонлоҡ | 3,36 ± 0,01 km |
Тыныслыҡ урамы Стәрлетамаҡта, ВТС биҫтәһе һәм Ашҡаҙар йылғаһы араһында урынлашҡан. Оҙонлоғо — 3,36 км.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIX быуатта барлыҡҡа килгән урам. Тәүҙә «Дворян» исемен йөрөткән, һуңынан Сталин урамы. 50-се йылдарҙа урамда ҡала автовокзалы урынлашҡан булған. Ҡала киңәйтелгәндән һуң автовокзал Хоҙайбирҙин урамына күсерелә. 1954 йылдың генераль планы буйынса Сталин һәм Хоҙайбирҙин урамдары киҫешкән урында ҡаланың үҙәк административ майҙанын төҙөү күҙ уңында тотола. Майҙандың үҙәгендә Сталин иптәштең монументаль скульптураһы төҙөлөргә тейеш була. КПСС-тың XX съезынан һуң план кире ҡағыла.
Инфраструктураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Учреждениелар:
- Форт-Юст, төбәк ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау йәмәғәт ойошмаһы — 1б йорт
- Башҡортостан хеҙмәтте һаҡлау, экология һәм етештереүҙә хәүефһеҙлек өлкәһендә тармаҡ-ара квалификация күтәреү институты, Стәрлетамаҡ филиалы — йорт 2б
- «Хәлит ибн Вәлит» ҡала мәсете — 15 йорт
- Росреестр, Башкортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы буйынса дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография Федераль хеҙмәте Идаралығы бүлеге — йорт 18а
- Лицей № 3 — 47-се йорт
- Тегеү фабрикаһы «Дуҫлыҡ» — 53-сө йорт
- Почта бүлексәһе № 24 — 58-се йорт
- «Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһының Урал банкыһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте өҫтәмә офисы — 58-се йорт
- Үҙәк ҡала китапханаһы — 61-се йорт