Түңәрәк башня (Выборг)
Түңәрәк башня | |
фин. Pyöreä torni | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Выборг |
Урынлашҡан урамы | Рыночная площадь (Выборг)[d] |
Архитектор | Уно Ульберг[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | список объектов культурного наследия: Выборг (крепости)[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Указания, как добраться | Рыночная площадь |
Түңәрәк башня Викимилектә |
Түңәрәк башня (фин. Pyöreä torni, швед. Runda tornet) — таштан артиллерия башняһы, урта быуат Выборг ҡәлғәһенең һаҡланып ҡалған ике хәрби башняның береһе. 1547—1550 йылда инженер-фортификатор Ханн (Ганс) Берген төҙөгән.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төҙөлөшө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1470 йылдарҙа, Выборг замогынан көнсығышҡа ҡарай ярымутрауҙа ҡалҡып сыҡҡан ҡала, яҡынса 2 км оҙонлоҡтағы таш диуар менән уратып алына. Диуары ун башняны үҙ эсенә ала. Биш башняның береһе көнсығыш яҡта Мал ҡыуы ҡапҡаһы тип атала, шуға күрә Карьяпортти (Скотопрогонный) атамаһын ала. Әммә артиллерия һәм ҡәлғәләр менән көрәш ысулдарын камиллаштырыу, оборонаны күсәйтеүҙе талап итә — Густав Ваза бойороғо тәпәш көслө башня-рондель (башняларҙың был тибы һуңғы готик фортификацияһы өсөн хас була) төҙөлә. Планында башня бер аҙ йомортҡа рәүешендәге формала һәм көнсығыш яҡтан 4 метр, көнбайыш яҡтан яҡынса 3 м ҡалынлығындағы стеналары менән 21 метр диаметрҙа була. Түңәрәк башняны 2-2,5 м ҡалынлыктағы эске юл менән ике таш диуарҙан торған Мал ҡыуыу галереяһы тоташтыра (шундай оборона үҙәге барбакан тип атала).
1564 йылда король Эрик XIV бойороғо буйынса бастион ҡәлғә төҙөлә башлай. Ғәҙәти булмаған мөйөш бастиондары өсөн ҡәлғә Мөгөҙлө исемен ала. Түңәрәк башня яңы оборона системаһына инә. Күрше Мал ҡыуыу башняһының рәсми булмаған атамаһы Тәкә төрмәһе тип атала (ҡарауһыҙ малдарҙы власть вәкиләдер башняға бикләп ҡуя һәм ҡала халҡына штрафын түләгәндән һуң ғына кире ҡайтарыла).
Хәрби тәғәйенләнешен юғалтыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1609 йылда был башняла король Карл IX вәкилдәре һәм батша Василий Шуйскийҙың хәрби ярҙам тураһында «Выборг килешеүенә» , уға ярашлы Швеция Рәсәйгә поляктар менән һуғышта ярҙам итергә йөкләмә ала(Корела ҡәлғәһенә алмашҡа).
1710 йылда Выборг башняһын рус армияһы алғандан һуң, Петербург тип аталған ҡәлғә оборона тылында була һәм яйлап үҙенең хәрби әһәмиәтен юғалта. Уны арсенал кеүек ҡуллана башлайҙар ; бынан тыш, ул килеүселәрҙән пошлина йыя.
1861 йылда ҡәлғә диуарҙары һәм бастиондар яңы ҡала төҙөлөшө плану буйынса ҡаҙыла, Тңүәрәк башня Баҙар майҙаны ситендә ҡала. Төрлө ваҡытта башня келәт, шартлатҡыс матдәләр һаҡлағыс һәм хатта төрмә булып та ҡулланыла. Рәсми рәүештә ҡәлғә Петровская тип атала, ләкин икенсе «Йыуан Катерина» исеме лә билдәлелек ала. Уны күп тапҡыр һүтергә тәҡдим итәләр, ләкин ул саҡтағы баш архитектор Уно Ульберг тырышлығы менән бина йәмәғәт тәғәйенләнешендәге бина итеп ҡулайлаштырыла, шул иҫәптән Техник клуб ултырыштары өсөн дә ҡулланыла, унда Выборгтың техник интеллигенцияһы йыйыла.
Беренсе ҡатында вестибюль һәм ярҙамсы биналар, икенсе ҡатта ултырыштар өсөн Көмөш зал (сүкеп эшләнгән яҡтыртҡыстар һәм көмөш ялатылған люстралар), китапхана залы һәм кесе Ренессанс залы урынлаша. Өсөнсө ҡатында ҙур Ренессанс залы — «Түңәрәк башня» ресторанының тарихи темаларға һүрәттәр менән биҙәлгән төп залы урынлаша. Баҫҡыстары, диуарҙары һәм түшәмдәре Валаам утрыуынан килтерелгән ҡарағай ағастарынан панелдәр менән көпләнгән. Килеүселәрҙе барокко дәүерендәге костюмдарҙа официанттар хеҙмәтләндерә
Совет-фин һуғышы (1939—1944) эҙемтәһендә башня тәғәйенләнеше тағы үҙгәрә. 1940 йылда, Выборгтың СССР составына күсеүенән һуң, совет власы башня бинаһын тыуған яҡты өйрәнеү музейына тапшырырға ҡарар ҡабул итә, әммә киләһе йылда, Бөйөк Ватан һуғышы барышында Выборгҡа ҡайтыусы фин хәрбиҙәре, Түңәрәк башняла ялан кухняһы ойоштора. Ҡайһы берҙә башняла бинаһыҙ ҡалған Выборг муниципалитеты йыйылыш үткәрә
Хәҙерге заман
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һуғыштан һуңғы ваҡытта башняла аптека ойошторола. Һуңынан Түңәрәк башня йәмәғәт туҡланыуы тресына тапшырыла. Архитектор-рәссам В.В. Дмитриев 1972 йылда реставрация проектын әҙерләй, ул рус телендә тасуирланған Ренессанс залының диуар рәсемдәрен яңынан тергеҙеүҙе үҙ эсенә алған реставрация проекты эшләнә, һәм 1976 йылдан башняла кафе-ресторан асыла. Өсөнсө ҡатта ресторан залыҡала, ә икенсе ҡатта банкет залы урынлаша (китапхананы һәм Көмөш залды тергеҙеү реставрация проектында ҡаралмай).
«Түңәрәк башня» рестораны әлеге ваҡытҡа тиклем эшләй[2].
Һүрәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Барбакандың ябыҡ стеналарын билдәләү
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Постановление Совета Министров РСФСР № 1327 от 30.08.1960
- ↑ Круглая башня 2007 йыл 22 октябрь архивланған.