Выборг килешеүе
Выборг килешеүе | |
Урын | Түңәрәк башня (Выборг) |
---|---|
Подписавшийся | Швед империяһы[d] һәм Урыҫ дәүләте |
Выборг килешеүе - рус. Выборгский трактат — Выборгта 1609 йылда Швеция һәм Рәсәй араһында Василий Шуйский хакимиәтенә хәрби ярҙам күрһәтеү тураһында ҡул ҡуйылған 7 документтан торған пакет .
Шарттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шартнамә һәм уның йәшерен беркетмәһе нигеҙендә, Швеция Рәсәйгә ялланған һуғышсылар корпусын бирә, ә бының өсөн Корела ҡәлғәһеменән өйәҙен алыу шарты ҡуя. 1609-1610 йылдарҙа Я. П. Делагарди етәкселегендәге швед өҫтәмә корпусы Ялған Дмитрий II тарафдарҙарына һәм Польша интервенцияларына ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. Шуйскийҙы бәреп төшөргәндән һуң, Делагарди урыҫтарҙың килешеү шарттарын үтәмәүе һылтауы менән, 1610-1613 йылдарҙа Новгородты һәм төньяҡта урынлашҡан башҡа ҡайһы бер ҡалаларҙы яулап ала, Швецияны Рәсәйҙең Смута тип аталған болалы осорона алып инә. 1614-1617 йылдарҙа Михаил Романов хакимиәте оккупацияны туҡтатыу тураһында һөйләшеүҙәр алып бара, ләкин шведтар территорияларға дәғүә белдереп, ныҡышалар. Һөйләшеүҙәр йәнә хәрби хәрәкәттәр менән аралашып үтә һәм Столбово Солохон имзалау менән тамамлана.
В. Похлебкин баһалауынса, 1614-1617 йылғы «өс йыллыҡ һуғыш» «Василий Шуйский ваҡытындағы рус дипломатияһы хатаһы» - «Рәсәйҙең мәңгелек һәм традицион дошмандары һанынан ауыр минутта арҡалаш итеп һайлау» арҡаһында килеп сыҡҡан ҡыйралыш.
Формально никакой войны между Швецией и Россией не велось, ибо ситуацию 1617 г. создала не война, а, по сути дела, союзный русско-шведский Выборгский договор, который неосторожно заключил Василий Шуйский.
Тәүшарт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Польшала үҙен иғлан иткән һәм поляктар ярҙамы менән Мәскәү тәхетенә дәғүә итеүсе барлығы тураһында беренсе яңылыҡтар ишетелеү менән, Карл IX көнсығыштағы хәлдәргә күберәк иғтибар бирә башланы. Мәскәү хакимиәтенең ауыр хәленән файҙаланып һәм шул уҡ ваҡытта Речь Посполитая көстәрен сикләргә ҡарар ҡылып, 1604 йыл башында батша Борис Годуновҡа ярҙам итеү өсөн ҙур армия тәҡдим итә. 1605 йылдың февралендә килешеү төҙөү өсөн Стокгольмдан Мәскәүгә булмаған илселәр йүнәлә.
Хәрби ярҙам хаҡына Ивангород, Ям, Копорье һәм Корела ҡалаларын Швецияға ташырылырға тейеш була[1].. Борис Годуновтың кинәт үлеме арҡаһында һөйләшеүҙәр туҡтай, һәм Ялған Дмитрий бер аҙҙан тәхеткә ултыра.
1606 аҙағында, илдең көньяғында крәҫтиандәр ихтилалы барғанда, һәм һуңыраҡ, 1608 йылдың май айында, Ялған Дмитрий II ғәскәрҙәре Мәскәүгә яҡынлашҡас, Карл Рәсәй сиктәренә асыҡтан-асыҡ һөжүм итергә уйлай. Ләкин Польша менән Ливонияла барған һуғыш бының өсөн мөмкинлек бирмәй: ебәрерлек ғәскәр етмәй[1].
Выборг килешеүе төҙөү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1608 йылдың йәйендә Василий Шуйскийҙың хакимиәтенең хәл торошо киҫкенләшә - Мәскәүҙе Ялған Дмитрий һуғышсылары уратып ала, һәм 10 августа батша үҙе Швеция короленә хәрби ярҙам һорап хат ебәрә. Бөйөк Новгород яғынан М.В.Скопин-Шуйский һөйләшеүҙәр алып барыу һәм ғәскәр йыйыу өсөн ебәрелә. Швеция яғынан офицер Монти Мортенссон килә. Ноябрь аҙағына улар Рәсәйгә Швециянан 5 мең кешелек өҫтәмә корпус ебәрергә һәм ялланған ғәскәргә Мәскәү хакимиәтенән ҙур эш хаҡы түләтергә ризалашалар. Традицион дошман - шведтарҙың килеүе тураһында мәғлүмәт сик буйы ҡалаларында йәшәүселәрҙең ризаһыҙлығын уята, башта Псков, һуңынан Корела һәм Орешек бер-бер артлы Ялған Дмитрий II яғына китә. Йәшерен килешеүгә ярашлы, Швецияға Корела ҡәлғәһе менән өйәҙе Швецияға мәңгелеккә бирелә[2].[3] Кореланың географик позицияһы оборона өсөн уңайлы түгел, һәм Шуйский хакимиәте үҙ иркең менән бирмәһәң, шведтар был территорияны ҡорал менән аласаҡтарын аңлай [1]; өҫтәүенә, был ваҡытта Корела Шуйскийҙың ҡулы аҫтында ла булмай. Шуға ҡарамаҫтан, өҫтәмә һөйләшеүҙәрҙең сер итеп тотола, сөнки дәүләт территорияһын ирекле рәүештә сит илгә биреү батшаға ҡарата булған ризаһыҙлыҡты тағы ла арттырыр тип ҡурҡа.
Килешеү һәм яшерен беркетмә 28 февралдә имзалана. Ике яҡтың да поляктар менән айырым килешеүҙәр төҙөмәү бурысы айырым билдәләп яҙыла, һәм 13 йыл элек төҙөлгән Тявзин солох килешеүе лә ратификациялана.
Батша бойороғон үтәүҙән Корела власының төрлө һылтау менән Шуйский бәреп төшөрөлгәнсе һуңға ҡалдыра килә[4] . Был шарттарҙа шведтар вәғәҙә ителгәнде көс менән алырға була — рәсәй-швед һуғышы (1610-1617) башлана
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Шаскольский.
- ↑ Видекинд винит шведских посланников в том, что они не добились бо́льших уступок, поскольку у русских послов были полномочия передать шведам и Ивангород.
- ↑ Юхан Видекинд упоминает, что грамота с полномочиями русских послов была подписана не царём, а Скопиным-Шуйским, что позволяет предположить, что инициатива заключения секретного соглашения о передачи Корелы принадлежала именно ему. См. комментарии к переводу книги Видекинда .
- ↑ Возможно, они имели тайное указание Василия не сдавать город. См. Шаскольский.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Юхан Видекинд История шведско-московитской войны XVII века. М.: РАН, 2000.[1]
- Шаскольский И. П. Шведская интервенция в Карелии в начале XVII в. Петрозаводск: Госиздат КАССР, 1950. 167 с.[2]
- В. В. Похлёбкин. Внешняя политика Руси, России и СССР за 1000 лет в именах, датах, фактах. М.: «Международные отношения», 1995.