Эстәлеккә күсергә

Шәрипов Тәлғәт Муса улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Тәлғәт Шәрипов битенән йүнәлтелде)
Шәрипов Тәлғәт Муса улы
Тыуған

1 ғинуар 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны

БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны , хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Саҡмағош районы Имәнлеҡул ауылы

Үлгән

21 март 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (85 йәш)

Үлгән урыны

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы

Наградалар

Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1989); Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1978).

Шәрипов Тәлғәт Муса улы (1 ғинуар 1928 йыл21 март 2013 йыл) — үҙешмәкәр композитор. Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1989) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1978).

Тәлғәт Муса улы Шәрипов 1928 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны (Хәҙер Саҡмағош районы) Имәнлеҡул ауылында тыуған. Күп балалы ғаиләлә уҫә.

Уның ҡустыһы Рәшит Муса улы Шәрипов — оҙаҡ йылдар заводта эшләп, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» тигән исемгә лайыҡ була.

  • 1935 йылда Имәнлеҡул тулы булмаған мәҡтәпкә уҡырға бара. 1942 йылдан колхозда төрлө эштәрҙә эшләй.
  • 1944 йылдың февралендә уны Имәнлеҡул сельпоһында бухгалтер ярҙамсыһы итеп тәғәйенләйҙәр. Унан Өфөгә Башпотребсоюзға уҡырға ебәрәләр.
  • Ауылдың үҙешмәкәр түңәрәгендә ҡатнаша. 1949 ауыл клубының мөдире итеп ҡуялар.
  • 1951—1954 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында баян класында уҡый.
  • 1954—55 йылдарҙа Башҡортостан республика мәҙәни‑ағартыу училещеһының (Стәрлетамаҡ) концертмейстеры.
  • 1958—61 йылдарҙа Стәрлетамаҡ мәҙәни‑ағартыу училищеһының концертмейстеры вазифаһынан тыш, баян класы буйынса уҡыта. Шул үк ваҡытта Стәрлетамаҡ балалар музыка мәктәбендә лә эшләп тә йөрөй.
  • Кушнаренко район мәҙәниәт йортоноң татар театрын ойоштороусы һәм уның художество етәксеһе (1958; 1962 йылда “халыҡ” исемен алған).
  • 1961 йылдан алып Өфөлә: Башҡорт республика халыҡ ижады йортоноң халыҡ ҡоралдары оркестрында аккомпаниатор‑концертмейстер,
  • 1965—68 йылдарҙа методист,
  • 1969 йылдан башлап дирижёр,
  • 1970 йылдан алып 20‑се урта мәктәптә,
  • 1974—89 йылдарҙа 1‑се Өфө мәктәпкәсә педучилищеһында уҡыта.
  • Шул уҡ ваҡытта үҙенең белеме өҫтөндә лә эшләй. 1973 йылда Өфө сәнғәт училищеһында музыка һәм композиция теорияһы класын тамамлай (Н. Я. Инякин класы).

1974—1975 йылдарҙа Өфө сәнғәт институтында белем ала.

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1964 йылдан йырҙар ижад итә башлай. Башҡорт радиоһы менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә башлай.Тамашасыларының һөйөүен һәм хөрмәтен яулай.

Ул — башҡорт, татар шағирҙарының шиғырҙарына, үҙенең текстарына (шул иҫәптән балалар өсөн йырҙар) яҙылған 400-ҙән ашыу йырҙың авторы.

Рәғиҙә Янбулатованың “Мөхәббәт ялҡындары” (1983) либреттоһына яҙылған музыкаль комедия, хор һәм вокаль ансамблдәре өсөн яҙылған тиҫтәгә яҡын әҫәрҙәр, камера‑инструменталь әҫәрҙәр, вальс һәм романстар, спектаклдәргә музыка авторы.

А.Игебаев шиғырына “Берҙән берем — ғәзиз ерем”, Ғ.Й.Рамаҙанов шиғырына “Имәндәр шаулай”, Ф.Ә.Әсәнов шиғырына “Янғантау баҫҡыстары”, Н.Иҙелбай шиғырына “Тыуған ауылым” һәм башҡа йырҙары халыҡ йырҙары кеүек таралып, телдән төшмәй һаҡланып килә.

1975 йылдан альбомдары сыға башлай:

  • Имәндәр шаулай: йырҙар. Өфө, 1975; *
  • Юлдарым һиңә бара: йырҙар. Өфө, 1991;
  • Ташҡындарҙа аҡһын һағышым: йырҙар. Өфө, 1993.

Бөтәһе 5 альбом авторы.

  • Имәнлеҡул ауылында ағалы‑ҡустылы Шәриповтар исеме менән урам аталған.

Маҡтаулы исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Бөтә Рәсәй ауыл үҙешмәкәр сәнғәте смотры лауреаты (Мәскәү, 1965)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре(1978)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре(1989)