Эстәлеккә күсергә

Иҙелбаев Нәжип Сафа улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нәжип Иҙелбай
Исеме:

Иҙелбаев Нәжип Сафа улы

Тыуған көнө:

12 март 1912({{padleft:1912|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})

Тыуған урыны:

Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе [1] Иҙелбай ауылы[2]

Вафат булған көнө:

1 октябрь 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (79 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө

Гражданлығы:

СССР

Эшмәкәрлеге:

Шағир, драматург, тәржемәсе

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡортса

Дебют:

Күк шинель (1947)

Наградалары:
2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1985 Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Иҙелбаев Нәжип Сафа улы, Нәжип Иҙелбай (12 март 1912 йыл — 1 октябрь 1991 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан журналист, шағир, тәржемәсе һәм драматург. 1974 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1943) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1968) ордендары кавалеры.

Нәжип Сафа улы Иҙелбаев 1912 йылдың 12 мартында Ырымбур губернаһының Орск өйәҙе Иҙелбай ауылында[2] тыуған. Ауылдарында асылған мәктәптә белем ала. Уны тамамларға тура килмәй. Урман ҡырҡыусы булып эшкә урынлаша. Бер аҙҙан ауыл Советында секретарь, китапханала эшләй.

1929 йылда Баймаҡтағы тау сәнәғәте техникумын тамамлап сыға. Баймаҡ ҡалаһындағы баҡыр заводына эшкә керә. Утыҙынсы йылдар башында Баймаҡ районында «Ҡыҙыл Баймаҡ» исемлe гәзит сыға башлағас, журналистикаға күсә.

1933 йылдан «Мәскәү-Волга» каналын төҙөүҙә эшләй, бер үк ваҡытта 1935 йылдан «Ударники канала» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр була.

1937—1938 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтендә мөхәррир, тәржемәсе вазифаларын башҡара. Ошо йылдарҙа ситтән тороп К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый.

1938 йылдан алып Ҡыҙыл Армия сафтарында хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Взвод, рота командиры вазифаларын башҡара. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы[3], Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары менән бүләкләнгән.

Ҡаты яраланғас, Өфөгә ҡайта. 1945—1955 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны», «Ленинсы» гәзиттәрендә, Башҡортостан радиокомитетында эшләй.

1974 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Унлап шиғыр, бер нисә пьеса китабы авторы. Уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар билдәлелек яулаған.

1991 йылдың 1 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1943)
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1968).
  • Өфөлә әҙип йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • Ғаилә календары. 2012 йыл. Өфө, Зәйнәб Биишева исемендәге «КИТАП» нәшриәте, 2011 йыл. — ISBN 978-5-295-05271-2
  • Яуҙарҙа сыныҡҡан әҙип. «Ағиҙел» журналы. № 3 2012. [1]
  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы
  2. 2,0 2,1 Хәҙерге Медногорск ҡалаһы составында.
  3. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)